Арепа
Арепа — Колумбия һәм Венесуэла аш-һыуында мөһим урын алып торған кукуруз ҡамырынан йәки кукуруз ононан йәймә[1].
Арепа | |
исп. arepa | |
Арепа Викимилектә |
Был илдәрҙә арепа көн һайын тиерлек ҡулланыла. Улар шулай уҡ яртылаш теленә һәм эслегенә сыр (queso), авокадо һ.б бирелә. Күләме, кукуруз ононоң төрө һәм өҫтәлә торған ингредиенттары менән айырыла. Арепаларҙы Панамала, Пуэрто-Рикола, Доминика Республикаһында, Триниадала һәм Тобагола һәм Канар утрауҙарында осратырға мөмкин[2]. Улар формаһы буйынса мексика гордит һәм сальвадор пупустарына оҡшаш.
Характеристика
үҙгәртергәАрепа — яҫы түңәрәк, кукуруз ононан сөсө йәймә. Әҙерләү ысулы буйынса ҡыҙҙырылған, бешерелгән, быҡтырылған булыуы мөмкин. Арепалар шулай уҡ төҫө, еҫе, эслеге һәм күләме менән төбәккә ярашлы айырылырға мөмкин. Арепалар ит, йомортҡа, помидор, салат, сыр, балыҡ йәки диңгеҙ ҡыҫалалары менән тултырылырға йәки ҡапланырға мөмкин.
Әҙерләнеүе
үҙгәртергәКукуруз онон һыу һәм тоҙ менән, ҡайһы берҙә аҡ май, йомортҡа йәки һөт менән болғайҙар. Ҡатышманан котлет рәүешендә еңел генә йәймәләр формалаша. Арепа өсөн кукуруз әҙерләү никстамализацияһыҙ башҡарыла (бешереп йәки кукуруз орлоғон эзбиз йәки көо иретмәһендә бүрттереп). Был арепа өсөн ондо тортилиялар өсөн ҡулланылған ондан айырмалы итә[3].
Арепа әҙерләү өсөн һыуҙа бешерелгән һәм һуңынан киптерелгән махсус он шулай уҡ хальякас, больос, тамалес, эмпанадас һәм чича кеүек блюдоларҙы әҙерләүҙә ҡулланыла. Он masarepa, masa de arepa, masa al instante йәки harina precocidaалам тип атала. Арепа өсөн кукуруз ононоң бренды булып Венесуэлала Harina PAN, Harina Juana һәм , Колумбияла Areparina тора[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Arepas. whats4eats. Дата обращения 9 января 2017.
- ↑ Lopez, Adriana Bringing the Arepa to the World . Picapica. Дата обращения: 9 ғинуар 2017. Архивировано 16 июль 2016 года. 2016 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ Blazes, Marian Masarepa - Precooked Corn Flour for Making Arepas . Дата обращения: 9 ғинуар 2017.
- ↑ Blazes, Marian Masarepa - Precooked Corn Flour for Making Arepas. About Food. Дата обращения 9 января 2017.