Ареопаг
Ареопаг (бор. грек. Ἄρειος πάγος, һүҙмә-һүҙ — «Арес убаһы») — Афиналағы тарихи урын (уба) һәм Боронғо Грецияның власть органы. Йыйындар тап ошо убала үткән[1][2]
Ареопаг | |
Кем хөрмәтенә аталған | Арес[d] |
---|---|
Дәүләт |
Греция Древние Афины[d] |
Административ-территориаль берәмек | Афина муниципалитеты[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of the Areopagus[d], Category:Views of Lycabettus Hill from the Areopagus[d], Category:Views of the Areopagus from the Acropolis in Athens[d] һәм Category:Views of the Agora from the Areopagus in Athens[d] |
Ареопаг Викимилектә |
Апостол Павелдың Афина халҡына вәғәз һөйләгән урын (Деян. 17:19-34)[3].
Тарихы
үҙгәртергәАтамаһын Акрополь эргәһендәге Арес убаһында үткән ултырыштар урыны буйынса ала[1]. Риүәйәттәр буйынса, был убала Посейдондың улын үлтергән өсөн Аресты хөкөм итәләр[4]. Эсхил икенсе версия тәҡдим итә, уға ярашлы, ҡалҡыулыҡ Афинаны баҫып алған ваҡытта шунда лагерь ҡорған амазонкалар хөрмәтенә атала.
Ҡәбилә ҡоролошо дәүерендә аҡһаҡалдар ҡоро булараҡ барлыҡҡа килгән. Ареопаг билдәләгән һәм һайлаған кандидаттарҙан — элекке архонттарҙан булған ғүмерлек ағзаларҙан торған. Киң сәйәси, суд, күҙәтеү һәм дини власҡа эйә булған[1]. Уға 9 архонт инә. Ареопаг аристократияның, һуңыраҡ — олигархияның терәге була. Уның төп функциялары — закондарҙың үтәлешен күҙәтеү һәм кеше үлтереүгә бәйле судтар.
Афина демократияһы үҫешеү менән ареопагтың власы сикләнә башлай. Эфиальт (беҙҙең эраға тиклем 462 йыл) реформаһы ареопагтың сәйәси власының һиҙелерлек өлөшөн бөтөрә, әммә ҡануниәтте күҙәтеү һәм ҡайһы бер енәйәт һәм дини енәйәттәр буйынса суд үткәреү хоҡуғын ҡалдыра. Антик Афина ахырына тиклем абруйлы власть һәм суд органы булып ҡала.
Эсхилдың «Эвменида» трагедияһында ареопагты ойоштороусы булып Афина тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ареопаг // Большая Советская Энциклопедия. 3-е изд. / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская Энциклопедия, 1970. — Т. 2. Ангола — Барзас. — С. 188.
- ↑ Areopagus • WebBible Encyclopedia • ChristianAnswers.Net . christiananswers.net. Дата обращения: 21 май 2016.
- ↑ Л. А. Беляев, А. С. Небольсин. Ареопаг // Православная энциклопедия. Том III. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2001. — С. 194-195. — 752 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-89572-008-0
- ↑ Зелинский Ф. Ф. Аттические сказки. — 1921. — С. 27.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ареопаг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ареопаг // Православная энциклопедия. Том III. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2001. — С. 194-195. — 752 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-89572-008-0