Арг-е Бам (фарс. ارگ بم, «Бам ҡәлғәһе») — самандан яһалған иң боронғо һәм иң ҙур фарсы балсыҡ ҡәлғәһе. Был донъялағы иң ҙур балсыҡ ҡоролмаһы Бөйөк ебәк юлында Ирандың Бам ҡалаһында (Керман провинцияһы).

Арг-е Бам
Нигеҙләү датаһы Б. э. т. V быуат
Рәсем
Дәүләт  Иран[1]
Административ-территориаль берәмек Керман[d][1]
Урын Бам[d][1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән саман[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм Иран милли мираҫы[d][1]
Оҙонлоҡ 1815 метр
Майҙан 180 000 квадрат метр
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (v)[d]
Карта
 Арг-е Бам Викимилектә

Арг-е Бам 2003 йылғы ер тетрәүенә тиклем
Арг-е Бам 2016 йылда

Ҡомартҡы төрлө осор архитектура ҡатламдарынан, шул иҫәптән һуғыштан һуңғы реставрацион эштәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән өлөштәрҙән тора. Бам цитаделенең иң боронғо ҡатламын «Ҡыҙ ҡәлғәһе» тәшкил итә, уны төҙөү VII быуатта, бәлки Сәсәниҙәр тарафынан уҡ башланған[2]. Ҡәлғә эсендә — бер нисә XII быуат кәшәнәләре һәм 38 дозор башнялары, шулай уҡ Сәфәүиҙәр наместнигының резиденцияһы һәм XVIII быуат йәмиғ мәсете урынлашҡан. Боҙ алыу һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән бина уникаль булып тора[2]. Арг-е Бам стеналары бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлә, уларҙы 10-15 метр киңлектәге ур урата.

XII быуатта төрки күсмә халыҡтары, артабан монголдарҙың ябрылыуҙары һөҙөмтәһендә Бамдың алтын осоро тамамлана. Бам цитаделе яныра башланыуы Аҡһаҡ Тимер хакимлығы дәүеренә тура килә. Уның сәскә атыуына ер асты ирригация каналдары — кәриздәр булышлыҡ итә, уларҙың иң боронғолары беҙҙең эраға тиклем уҡ ҡоролған.

2003 йылғы Бамдағы ер тетрәүе ҡаланың 26 мең кешеһенең ғүмерен өҙә[2] һәм 80 % ҡоролмаларын ныҡ емерә. Цитаделдең торошо менән боросолоп, ЮНЕСКО тиҙ арала Бамды һәм уның мәҙәни ландшафтын Бөтә донъя мираҫы ҡомарҡылары рәтенә индереп шул уҡ ваҡытта Юҡ ителеү янауында булған ә донъя мираҫы исемлегенә керетә (был исемлектән 2013 йылда сығарыла).

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1208
рус.англ.фр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Nimrokhi az Arge Bam (Bam Citadel at a Glance), by Davood Yousofzadeh, Bam: M. Mohammadi-zade, 1998, p. 160.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


Ҡалып:Всемирное наследие в Иране