Иван Аралика (хорв. Ivan Aralica; 10 сентябрь 1930(19300910)[6]) — хорват яҙыусыһы, эссеист, драматург, педагог. Хорват фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы.

Аралика Иван
хорв. Ivan Aralica
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
 Хорватия
Тыуған көнө 10 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][3] (94 йәш)
Тыуған урыны Puljane[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Хорват теле
Һөнәр төрө яҙыусы, сәйәсмән, эссеист, драматург, сценарий яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт[4]
Биләгән вазифаһы депутат Хорватского сабора[d]
Уҡыу йорто Задар университеты
Эшмәкәрлек йылдары 2000
Сәйәси фирҡә ағзаһы Хорватское демократическое содружество[d]
Ойошма ағзаһы Хорват фән һәм сәнғәт академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Короля Дмитара Звонимира
Хеҙмәттәре тупланмаһы Ivan Aralica Collection of Press Clippings[d][5]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Аралика 1930 йылдың 10 сентябрендә Книна эргәһендә тыуа. Педагогия училищеһын һәм Задар университетының философия факультетын тамамлай.

Далмация ауылынды уҡыта. Коммунизм идеялары менән мауыҡҡан осорҙан һуң, И. Аралик «Хорват яҙы» (1971) булараҡ билдәле ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатна ша. Хорватияға ҙур автономия һәм Югославия Социалистик федератив республикаһында (СФРЮ) хорваттарға азатлыҡ биреү өсөн сығыш яһай.

Хорват милли хәрәкәтендә репрессиялар башланыуы, артабанғы профессиональ һәм социаль деградация уны христиан, католик тамырҙарына ҡайтара, доктринерский әҙәбиәтен пропагандалауҙан, үҙ әҙәби кредоһын булдырыуҙан баш тартыуға килтерә.

Хорватиялағы ладемократик үҙгәрештәр һәм Югославияның тарҡалыуынан һуң, Аралика Хорват фән һәм сәнғәт академияһына һайлана.

Сәйәсәт менән шөғөлләнә башлай. «Хорват демократик берҙәмлеге» уңдар партияһына инә һәм уның исемлеге буйынса Хорватия парламенты вице-президенты итеп һайлана.

И. Аралика — романдар, повестар, хикәйәләр, драмалар һәм эсселар авторы. Белгестәр фекере буйынса, XX быуаттың 2-се яртыһының иң яҡшы романистарҙың береһе.

Нигеҙҙә, Андрич Иво, Томас Манн һәм Кнут Гамсун ижады йоғонтоһонда реалистик фантастика һәм иртә модернизм, стилендә ижад итә.

1979—1989 йылдарҙа һигеҙ роман баҫтыра. Уларҙың иң яҡшыларында «Psi u trgovištu» (Баҙарҙағы эттәр, 1979), «Duše robova» (Души рабов, 1984), «Graditelj svratišta» (1986), «Asmodejev šal» (1988) Хорватия, Босния һәм Герцеговинала XVI—XVIII быуаттарҙағы драматик ваҡиғалар,, Австрия, Ғосман империяһы һәм Венеция араһында барған өс быуатлыҡ «цивилизациялар бәрелеше» тарихы уртаһында ҡалған хорваттарҙың тарихи юлы һүрәтләнә.

Һуңыраҡ ике публицистика китабы (береһе — тураһында серб империализмы генезисы, икенсеһе тарихи темаға, Босния һәм Герцеговина низағының тарихи ҡатмарлыҡтары темаһына), һәм байтаҡ сатирик, сәйәси памфлеттар яҙа.

Һайланма әҫәрҙәре

үҙгәртергә
Романдары
Хикәйәләр һәм эсселар йыйынтығы
Киносценарийҙары

Наградалары

үҙгәртергә
  • Король Дмитар Звонимир ордены
  • Хорватияның Владимир Назор исемендәге сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы (2010).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #120167638 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Ivan, Aralica // Hrvatski biografski leksikon (хорв.) — 1983.
  3. Ivan Aralica // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  4. Чешская национальная авторитетная база данных
  5. http://courage.btk.mta.hu/courage/individual/n13122 (ингл.)
  6. akademik Ivan Aralica, književnik (хорв.). Hrvatska akademija znanosti i umjetnosti. Дата обращения: 1 март 2018. 2019 йыл 18 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә