Апокопа

һүҙ аҙағында бер йәки бер нисә өндөң, ҡағиҙә булараҡ, һуҙынҡының төшөп ҡалыуынан торған һәм һүҙҙең ҡыҫҡарыуына килтергән фонетик күренеш

Апо́копа (бор. грек. ἀποκοπή «ҡыҫҡартыу»; apo (нимәнән мәғәнәһен биргән предлог) һәм koptein (ҡырҡып алыу) тигән грек һүҙҙәренән яһалған) — һүҙ аҙағында бер йәки бер нисә өндөң, ҡағиҙә булараҡ, һуҙынҡының төшөп ҡалыуынан торған һәм һүҙҙең ҡыҫҡарыуына килтергән фонетик күренеш. Метаплазмаларға ҡарай.

Рус телендә «апокопа» иң оҙон дүрт палиндром һүҙҙең (йәнә «киноник», «ротатор», «тартрат») береһе булып тора. Был һүҙ башҡорт телендә лә палиндромға инә.

Итальян телендә элизиянан (һуңғы һуҙынҡы төшөп ҡалыуҙан) тыш тотош ижектәрҙең төшөп ҡалыуы һәм апостроф менән билдәләнмәүе (элизия осрағындағы кеүек) күҙәтелә. Был күренеш төрлөсә аталырға мөмкин:

  • афереза (afèresi) — һүҙ башында ижек төшөп ҡалыу;
  • синкопа (sincope) — һүҙ уртаһында ижек төшөп ҡалыу;
  • апокопа (apocope, шулай уҡ troncamento) — һуңғы ижек төшөп ҡалыу (артабанғы һүҙҙе ҡушмайынса ла).

Метрика күренеше булараҡ апокопа

үҙгәртергә

Грек шиғырында метр күҙлегенән ҡулланыла; уҡығанда киләһе һүҙ һуҙынҡынан башланғанда һүҙ аҙағындағы һуҙынҡының төшөп ҡалыуынан ғибәрәт. Текста апостроф «’» тамғаһы менән билдәләнә. Мәҫәлән: «Πολλά δ᾽ ὅ γ᾽ ἐν πόντῳ πάθεν ἄλγεα ὅν κᾰτά θυμόν» (Hom. Od. I 4). Латин шиғырында был күренеш — элизия. Рус шиғырында үлсәм һәм художество тасуирилығы маҡсатында ҡулланыла. Мәҫәлән, түбәндәге строфала «хлопанье/хлопки», «молва» һәм «топот» һүҙҙәре апокопаға бирелгән:

Вот мельница вприсядку пляшет
И крыльями трещит и машет:
Лай, хохот, пенье, свист и хлоп,
Людская молвь и конский топ!


Тел үҫешендәге апокопалар

үҙгәртергә
  • Төньяҡ рус һөйләшендә, шулай уҡ әҙәби рус телендә — творительный падежда «-ю» ялғауының төшөп ҡалыуы: «женою» (фонетик [жынойу]) урынына «женой».
  • Телмәрҙә ҡыҫҡартыуҙар: «чтобы» урынына «чтоб».
  • Башҡорт телендә диалекттарҙа осрай торған күренеш: «Баймаҡҡа киттем» урынына «Баймаҡ киттем», «Өфөгә китте» — «Өфө китте», «Был нимә?» — «Бы нимә?», «Август» — «Авгус».
  • Шулай уҡ метро (метрополитен урынына), маг (магнитофон), спец (специалист) кеүек ҡыҫҡартыуҙар ошо күренешкә ҡарай. Йәнле һөйләш телендә яңынан-яңы апокопалар яһала: университет — универ, Склифософский (исемендәге дауахана) — Склиф, администратор — админ, компьютер - комп һ.б.

Акронимдар

үҙгәртергә

Акронимдар, йәғни хәрефләп түгел, ә ҡәҙимге һүҙ кеүек итеп әйтелгән ТАСС (ә ТэАэСэС түгел), вуз (ә вэузэ түгел) ише ҡыҫҡартмалар апокопа тип һанала, сөнки был аббревиатураларҙа хәреф атамаларындағы э өндәрен төшөрөп ҡалдырыу апокопа принцибына (һүҙ аҙағында бер нисә өндө йә ижекте төшөрөп ҡалдырыу) яҡын тора.


Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Розенталь Д. Э., Теленкова М. А. Словарь-справочник лингвистических терминов. — М., 2001.
  • Цисык А. З., Шкурдюк И. А. Античная метрика. — Минск, 2004.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә