Анциферов Владимир Васильевич

Рәсәй Федерацияһының хәрби етәксеһе, генерал-майор. 27-се гвардия ракета армияһы гвардия командующийы (2008—2010). Рәсәй Федерацияһы стратегик

Анциферов Владимир Васильевич (18 март 1957 йыл) — Рәсәй Федерацияһының хәрби етәксеһе, генерал-майор (2000). 27-се гвардия ракета армияһы гвардия командующийы (2008—2010). Ҡоралландырыу начальнигы — Рәсәй Федерацияһы стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре ҡоралландырыу буйынса командующий урынбаҫары (2010).

Владимир Васильевич Анциферов
Тыуған ваҡыты

18 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Гайворон, Кировоград өлкәһе, УССР, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғәскәр төрө

СССР-ҙың Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре — Рәсәй Федерацияһының Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре

Хеҙмәт итеү йылдары

1974 йыл2010 йыл

Хәрби звание
Генерал-майор
Генерал-майор
Командалыҡ итеү

27-се гвардия ракета армияһы

Наградалар һәм премиялар
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Васильевич Анциферов 1957 йылдың 18 мартында Украин ССР-ы Кировоград өлкәһе Гайворон ҡалаһында тыуған.

19741979 йылдарҙа Советтар Союзы Маршалы Н. И. Крылов исемендәге Харьков юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда-инженерлыҡ училищеһында уҡый. 1979 йылдан 2010 йылға тиклем СССР-ҙың Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре — Рәсәй Федерацияһының Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә. 1979 йылдан 1985 йылға тиклем төрлө команда-инженер вазифаларында эшләй, шул иҫәптән расчёт начальнигы, бүлек начальнигы, 1982—1983 йылдарҙа — ракета батареяһы командиры, 1983—1985 йылдарҙа — әҙерлек һәм эшләтеп ебәреү төркөмө командиры, 1985 йылдан — 344-се гвардия ракета полкының ракета дивизионы штабы начальнигы һәм командир урынбаҫары[1][2][3][4].

19851989 йылдарҙа Ф. Э. Дзержинский исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре Хәрби академияһының команда факультетында уҡый. 19891991 йылдарҙа — хәрби идара буйынса 586-сы гвардия ракета полкы командиры урынбаҫары. 19911995 йылдарҙа — Иркутск ракета полкы командиры. 19951999 йылдарҙа — 29-сы гвардия ракета дивизияһы штабы начальнигы һәм командир урынбаҫары. 19992004 йылдарҙа — 50-се ракета армияһы составында 29-сы гвардия ракета дивизияһы командиры. В. В. Анциферов етәкселегендәге дивизия частарында «РС-24», «РС-26» һәм «РТ-2ПМ» баллистик ракеталары менән стратегик ракета ҡулайламалары торҙо[5][1][2][3][4].

2004 йылдан 2007 йылға тиклем — 33-сө гвардия ракета армияһы командующийының беренсе урынбаҫары һәм Хәрби совет ағзаһы[6]. 2007—2008 йылдарҙа — РФ Хәрби-һауа Көстәре Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең РВСН ҡоралдарҙы һәм хәрби техниканы эксплуатациялау һәм ремонтлау идаралығы начальнигы, ҡоралландырыу идаралығы начальнигы урынбаҫары. 2008—2010 йылдарҙа — 27-се гвардия ракета армияһы командующийы, В. В. Анцифиров етәкселегендәге алты армия берләшмәһе составында «УР-100Н УТТХ», «Тополь» һәм «Тополь-М» (7) континенталь-ара баллистик ракеталар менән стратегик ракета комплекстары тора[7]. 2010 йылдың февраленән декабренә тиклем — ҡорал начальнигы — Рәсәй Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре командующийының ҡоралландырыу буйынса урынбаҫары[1][2][3][4].

2010 йылдан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре запасында. 20102012 йылдарҙа — «КАСКАД» ғилми-етештереү берекмәһенең ЦНПО генераль директоры урынбаҫары. 2012 йылдан — Владимир өлкәһе хакимиәтенең мобилизация сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе[8].

Награды үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Энциклопедия Ракетных войск стратегического назначения / М-во обороны Российской Федерации; под общ. ред. Соловцова Николая Евгеньевича. — Москва : РВСН ; Белгород : Белгородская обл. тип., 2009. — 859 с. — ISBN 978-5-86295-200-1
  2. 2,0 2,1 2,2 Стратеги: военачальники, ученые, испытатели ракетных войск стратегического назначения / Сост. Носов В. Т., АдамантЪ. М.: 2014. — 687 с. — ISBN 978-5-86103-125-7
  3. 3,0 3,1 3,2 Анциферов, Владимир Васильевич. Министерство обороны Российской Федерации. Дата обращения: 12 апрель 2021. Архивировано 22 май 2021 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 Ракетная техника, космонавтика и артиллерия: биографии ученых и специалистов : энциклопедия / А. И. Мелуа. — Изд. 2-е, доп. — Москва ; Санкт-Петербург : Гуманистика, 2005. — 1125 с. — ISBN 5-86050-243-5
  5. 29-я гвардейская ракетная Витебская ордена Ленина Краснознаменная дивизия / сост. В. А. Гуров, Г. Ф. Дубровин, В.И Есин, В. П. Козлов, Е. И. Пароль. В. А. Рылов.; под общ. ред. кандидата военных наук, профессора, академика академии военных наук РФ, члена-корреспондента Российской академии ракетных и артиллерийских наук, заслуженного работника высшей школы Российской Федерации полковника в отставке Н. К. Монахова. — Москва: ЦИПК РВСН, 2008. — 236 с
  6. Омская гвардейская Бериславско-Хинганская дважды Краснознамённая ордена Суворова II степени ракетная армия. / Сост. В. В. Ермолаев, В. В. Повар. — Омск: ООО «Полиграфический центр КАН», 2009
  7. 27-я гвардейская ракетная Витебская Краснознаменная армия. Справочник РВСН. Дата обращения: 12 апрель 2021. Архивировано 21 апрель 2021 года.
  8. Бывший командарм стал областным чиновником. Владимирские ведомости. Дата обращения: 12 апрель 2021.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Энциклопедия Ракетных войск стратегического назначения / М-во обороны Российской Федерации; под общ. ред. Соловцова Николая Евгеньевича. — Москва : РВСН ; Белгород : Белгородская обл. тип., 2009. — 859 с. — ISBN 978-5-86295-200-1
  • Ракетные войска стратегического назначения : истоки и развитие / Н. Е. Соловцов и др.; под общ. ред. Н. Е. Соловцова. — М.: ЦИПК, 2004. — 318 с.
  • Ракетная техника, космонавтика и артиллерия: биографии ученых и специалистов : энциклопедия / А. И. Мелуа. — Изд. 2-е, доп. — Москва ; Санкт-Петербург : Гуманистика, 2005. — 1125 с. — ISBN 5-86050-243-5
  • Стратеги: военачальники, ученые, испытатели ракетных войск стратегического назначения / Сост. Носов В. Т., АдамантЪ. М.: 2014. — 687 с. — ISBN 978-5-86103-125-7
  • Ракетная и космическая техника : Энциклопедия / А. И. Мелуа ; Под ред. В. В. Панова. — М. ; СПб : Гуманистика, 2003. — 749 с. — ISBN 5-86050-170-6