Антонов Олег Константинович
Олег Константинович Антонов (1906 — 1984) — совет авиаконструкторы, техник фәндәр докторы (1960), профессор (1978), СССР ФӘНДӘР академияһы академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ленин премияһы һәм икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
Биографияһы
үҙгәртергә1906 йылдың 25 ғинуарында (7 февраль) Мәскәү губернаһының Подольский өйәҙе Вороновский волосы Троица ауылында тыуған (хәҙер Мәскәүҙең Троицкий административ округы). Урыҫ . [1]
1912 йылдан алып Саратовта йәшәгән. 1915—1922 йылдарҙа Саратов реаль училищеһендә уҡып, уның ике синыфын тамамлаған, шунан һуң 23 һанлы урта мәктәптә уҡыған (хәҙер — 23-сө һанлы урта мәктәп).
Йәш ваҡытында уҡ авиация менән мауыға, мәктәптең авиация һөйөүселәр түңәрәгенә йөрөй; 1921 йылда Ҡыҙыл Һауа Флотының авиация мәктәбенә ғариза бирә, тик уны, йәше етмәгәнлектән һәм мәктәпкә бары тик РККА командирҙарын ғына алғанлыҡтан, был мәктәпкә ҡабул итмәйҙәр.
1924 йылда Саратов университетының тимер юлсылар факультетында (унда ул авиацияға яҡыныраҡ булыу маҡсатында ингән) уҡыған ваҡытында авиация һөйөүселәрҙең урындағы түңәрәген ойоштора һәм беренсе планерын төҙөй. Шул уҡ йылда университет ябыла һәм Антоновка яңы уҡыу йортон эҙләргә тура килә.
1924 йылда Коктеблдең Оҙон -һырт тауында үткәрелгән Бөтә Союз Планер һынауҙарында ҡатнаша.
1925 йылда М. И. Калинин исемендәге ЛПИ-ның машиналар төҙөү факультетына инә һәм уны 1930 йылда тамамлай.
1931 йылда Осоавиахимдың планер конструкциялау Үҙәк бюроһын һәм Юғары осоу-планер мәктәбенең техник өлөшөн етәкләй һәм планерҙар төҙөү менән шөғөлләнә (ОКА серияһы, УС серияһы/ "Өйрәтеү-сериялы", өйрәткес осоусы "Упар").1933 йылдан алып Тушинолағы планерҙар заводының баш конструкторы булып эшләй. 1938 йылдан —Яковлев КБ-һының әйҙәүсе инженеры.1940—1941 йылдарҙа — Ленинград заводының баш конструкторы.
1941 йылда Каунастағы элекке трамвайҙар заводы базаһында планерҙар етештереүҙе ойошторорға тигән йөкләмә алған. Әммә тиҙҙән башланып киткән һуғыш был пландарҙы боҙған. Антонов Халыҡ комиссариатының авиация сәнәғәтенең планерҙар менән идаралыҡ итеү буйынса баш инженеры булып тәғәйенләнә.1943 йылда — баш конструктор Яковлевтың беренсе урынбаҫары, 1946 Новосибирскиҙың ОКБ-һында, һуңыраҡ — үҙенең ОКБ-153 эшләй,(1952 йылдан алып— киев ГОК-473), 1966 йылда — Киев механика заводында эшләй башлай, 1984 — О. К. Антонов исемендәге ОКБ, 1989 йылдан — "Антонов"исемендәге Авиация фәнни- техник комплексында ) эшләй.
1962 йылда Антоновҡа ОКБ-ның Генераль конструкторы дәрәжәһе бирелде.
1945 йылдан ВКП(Б) ағзаһы. Украина ССР-ы КП ҮК ағзаһы. СССР Юғары Советы 5-11 саҡырылыш (1958-1984) Киев өлкәһенән депутаты[2][3][4][5][6][7][8]. Юғары Советтың 9 саҡырылышында Киев өлкәһенең Киев -Святошино 494-се һанлы һайлау округынан депутат итеп һайланған, Совет Союзының транспорт һәм элемтә буйынса Комиссияһының ағзаһы.[6].
Киевтә йәшәгән. 1984 йылдың 4 апрелендә вафат булған. Байков зыяратында ерләнгән.
Төҙөгән эштәре
үҙгәртергәАнтонов етәкселегендә төҙөлгән:
- планёрҙар— Голубь, Рот Фронт-1, Рот Фронт-2, Рот Фронт-3, Рот Фронт-4, А-11, А-13, А-15;
- транспорт самолёттары — Ан-8, Ан-12, Ан-26, Ан-22 «Антей», Ан-32, Ан-72, Ан-124 «Руслан», Ан-74
- күп маҡсатлы самолёттар — Ан-2, Ан-14 «Пчёлка», Ан-30, Ан-28, Ан-3;
- пассажир самолёттары — Ан-10 и Ан-24.[9]
Бүләктәр һәм исемдәр:
үҙгәртергә- За большие успехи в конструировании новой авиационной техники и в связи с 60-летием со дня рождения Антонову Олегу Константиновичу Указом Президиума Верховного Совета СССР от 5 февраля 1966 года присвоено звание Героя Социалистического Труда с вручением золотой медали «Серп и Молот» и ордена Ленина.
- три ордена Ленина (12.7.1957, 5.2.1966, 3.4.1975)
- орден Октябрьской революции (26.4.1971), Отечественной войны 1-й степени (2.07.1945), Трудового Красного Знамени (2.11.1944).
- Награжден различными медалями: «Партизану Отечественной войны» 2-й степени (1944), «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» (1945), «20 лет победы над гитлеровской Германией» (1965), «За доблестный труд в ознаменование 100-летия со дня рождения В. И. Ленина» (1970).
- Сталинская премия второй степени (1952) — за самолёт «Ан-2»
- Ленинская премия (1962) — за самолёт «Ан-12»).
- академик АН УССР (1968).
- академик АН СССР (1981).
- заслуженный деятель науки и техники УССР.
- Золотая медаль имени А. Н. Туполева АН СССР (1979).
- Грамота Центрального Исполнительного Комитета за создание учебных и рекордных планеров (1933).
- Почетный гражданин г. Саратова (1981).
Хәтер
үҙгәртергә- Бөгөн Киевтә О . Т. Антонов исеме менән аталған урам бар. Ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Шулай уҡ О . Т. Антоновтың исемен йөк аэропорты йөрөтә.
- Уның исеме Киев авиацион фәнни-техник комплексына бирелгән.
- Ульяновскиҙың бер проспекты О . Т. Антоновтың исемен йөрөтә .
- Саратовта уның исемен йөрөткән урам бар.
- Улан-Удэла бер урам уның исемен йөрөтә.
- РФ ҮҘӘК банкы 2006 йылда уға бағышлап монета сығарҙы.
- 2006 йылда Украина почтаһы Антоновҡа арналған почта маркаһы сығарҙы.
-
Рәсәй Хәтер монетаһы
-
Украина Хәтер монетаһы
-
Украина Почта маркаһы
Фоторәсемдәр
үҙгәртергә-
АН-2
-
АН-124
-
АН-74
-
АН-225
-
АН-70
-
АН-72 менән
-
АН-140
-
АН-148
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.warheroes.ru/hero/hero.asp?
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 5 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 6 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 8 созыва
- ↑ 6,0 6,1 Депутаты Верховного Совета СССР. 9 созыв. Издание Президиума Верховного Совета СССР. — М., 1974. — 550 с.
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 10 созыва
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва
- ↑ Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 2. Анкилоз — Банка. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Антонов Олег Константинович . «Герои страны» сайты.
- Профиль Олега Константиновича Антонова РФА рәсми сайтында
- Фотогалерея Антонова на сайте ГП «Антонов»
- К 100-летию О. 2007 йыл 21 декабрь архивланған. К. Антонова: от парящего «Голубя» к могучему «Руслану» 2007 йыл 21 декабрь архивланған.
- Новосибирская Книга Памяти | АНТОНОВ ОЛЕГ КОНСТАНТИНОВИЧ
- Отец транспортной авиации Олег Константинович Антонов