Аниханов Андрей Анатольевич

Аниханов Андрей Анатольевич (11 ғинуар 1965 йыл) — дирижер, йәмәғәт эшмәкәре. 2013—2014 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры[1]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2017).

Аниханов Андрей Анатольевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 11 ғинуар 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дирижёр
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы
Жанр классик музыка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Андрей Анатольевич Аниханов 1965 йылдың 11 ғинуарында Ленинградта тыуған[2].

Дәүләт академия капеллаһы эргәһендәге М. И. Глинка исемендәге хор училищеһында уҡый, ә һуңынан Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһында «хор дирижерлығы» (1988) һәм «опера-симфоник дирижерлы» (1992) һөнәре буйынса белем ала. Эш урандары: 1989 йылда эшләй, 1992 йылдан 2008 йылға тиклем — баш дирижер дәүләт опера һәм балет театрында уның. М. П. Мусоргский исемендәге дәүләт опера һәм балет театрында (хәҙер — Михайлов театры) 1989 йылдан — дирижер, 1992 йылдан алып 2008 йылға тиклем баш дирижер. 1991—1996 йылдарҙа — Санкт-Петербург Дәүләт симфоник оркестрың баш дирижеры һәм художество етәксеһе; 2009 йылдан Санкт-Петербург симфоник оркестрының баш дирижеры булараҡ Рим опера менән хеҙмәттәшлек итә. 2010 йылдан алып 2017 йылдың 2 октябренә тиклем Ростов Дәүләт музыкаль театрының баш дирижеры. 2015 йылдан — Екатеринбург опера һәм балет театрының даими саҡырылған дирижеры. 2013 йылдан — Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрының даими саҡырылған дирижеры. 2009 −2013 йылдарҙа Ҙур театр (Мәскәү) хеҙмәттәшлек итә. 2010 йылдың апрелендә Юрий Григорович ҡуйған "Ромео һәм Джульетта балетында дирижер-ҡуйыусы булараҡ сығыш яһай[2]. 2012 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Дж. Пуччининың «Тоска» операһының музыкаль етәксеһе һәм ҡуйыусы дирижеры булып сығыш яһай. 2013—2014 йылдарҙа — башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры.

2016 йылда Дж. Вердиҙың «Жанна Д' Арк» операһын ҡуйыу инициаторы була[2].

Ростов музыкаль тетары сәхнәһендә А. Анихановтың режиссерлыҡ таланты асыла. Бында ул А. С. Пушкиндың «Борис Годунов» әҫәре буйынса постановҡа ҡуя. төп ролдә — Рәсәйҙең халыҡ артисы Аристарх Ливанов.

Рәсәйҙә киң уҡытыусы эшмәкәрлеген алып бара. С. В. рахманинов исемендәге консерваторияла уҡыта. Италия, Япония, Франция, Нидерланд, Литва, Эстония, Әзербайжан, Ҡаҙағстан театрҙары, оркестрҙары, бик күп билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән эшләй[2]. Андрей Аниханов ҙур гастроль эшмәкәрлеген алып бара. Күп кенә билдәле Рәсәй һәм сит ил коллективтары менән сығыш яһай.

Михайлов театры оркестры һәм Санкт-Петербург симфоник оркестры менән ның 50-нән ашыу CD дискын яҙҙырта. Улар араһында бөтә симфонялар, симфоник поэмалар һәм увертюра-фантазиялар, Серенада, П. И. Чайковского инструменталь концерттары[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999)
  • Санкт-Петербург хөкүмәтенең рәйесе — мэр премияһы лауреаты (1994, 1995, 2006)
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация советы рәйесенең Рәхмәт хаты (2014)
  • Ростов өлкәһе губернаторының почет грамотаһы (2015)
  • Ростов хөкүмәте хөкүмәте конкурсының «Йыл кешеһе» номинацияһында еңеүсе (2014).
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2017).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә