Аникеев Иван Константинович
Аникеев Иван Константинович (20 сентябрь 1938 йыл — 17 май 2011 йыл) — ғалим-химик. 1956—1959 һәм 1962—2008 йылдарҙа — «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (1976). РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
Аникеев Иван Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 сентябрь 1938 |
Тыуған урыны | Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 17 май 2011 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Белеме
үҙгәртергә1956 — Салауат ҡалаһында 1-се һөнәрселек училищеһы. (хәҙер — Профучилище № 19)[1].
1967 — Башҡорт дәүләт университеты.
1975 — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институты, аспирантура.
Хеҙмәт биографияһы
үҙгәртергәИван Константинович Аникеев 1938 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы) Аникеевский ауылында тыуған.
1956—1959 йылдарҙа — 18-се комбинаттың 11-се цех операторы ярҙамсыһы; 1967 йылдан — Салауат нефть химияһы комбинатында (артабан «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһә һәм Газпром Нефтехим Салауат берекмәһе): инженер-технолог, начальник урынбаҫары, тәжрибә заводының тикшеренеү цехы начальнигы, синтез бүлеге начальнигы, 1979 йылдан — завод лабораторияһы начальнигы, 1982 йылдан — тәжрибә заводының баш инженеры; 1995—1997 йылдарҙа — баш инженер, 1984—1995 йылдарҙа һәм 1997 йылдан алып — нефть эшкәртеү заводында баш технолог.
2011 йылдың 17 майында Салауат ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәОрганик синтезда катализ өлкәһендә тикшеренеү эштәре үткәрә. Уның ҡатнашлығында бутил спирты етештереү үҙләштерелә.
Бүләктәре
үҙгәртергәСССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы (1982)
Библиография
үҙгәртергә15 ғилми эштең, 34 уйлап табыуҙың, 15 рационализаторлыҡ тәҡдимдәренең авторҙашы[2].
Уйлап табыуҙары араһында: Бутил спирты алыу ысулдары // СССР авторлыҡ танытмаһы № 1087510, Бутил спирты алыу ысулдары // авторлыҡ таныҡлығы № 638585, Ацетат ацетопропил спирт алыу ысулдары // авторлыҡ таныҡлығы № 614091, Аллилацетат алыу ысулдары // авторлыҡ таныҡлығы № 601277, Ацетопропилацетат алыу ысулы // авторлыҡ таныҡлығы № 548598.
Аникеев Иван Константинович. «Исследование и разработка процесса гидрирования продуктов гидроформилирования пропилена на скелетном никель-титан-алюминиевом катализаторе» [Текст] : Техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә иткән диссертация (02.00.13) / Моск. ин-т нефтехим. и газ. пром-сти им. И. М. Губкина. — Москва : [б. и.], 1975. — 22 с. : ил.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Потеряхин В. А. Аникеев Иван Константинович//Инженеры Урала: энцикл./ Рос. инженер. акад., Урал. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. (гл. ред.) и др.]. — Екатеринбург: Урал. рабочий, 2001—2012. Т. 1. — 2001. — 694, [2] с.: портр. — Указ. предприятий: С. 665—693. — 3000 экз. — ISBN 5-85383-203-4 (в пер.).
- Газпром нефтехим Салават / гл. ред. Д. Р. Ягтман. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2012. — 472 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-88185-079-1. Архивная копия от 5 март 2016 на Wayback Machine
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70, 472. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 70. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.