Андрийчук Василий Гаврилович

Андрийчук Василий Гаврилович (укр. Андрійчук Василь Гаврилович; 13 ғинуар 1938 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Украина милли академияһының үҫемлекселек, аграр иҡтисад һәм аҙыҡ-түлек бүлеге академигы.

Андрийчук Василий Гаврилович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 13 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Слобода-Шаргородская[d], Шаргород районы, Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Киевский национальный экономический университет[d]
Уҡыу йорто Высшая партийная школа при ЦК КПУ[d]
Ғилми исеме академик Национальной академии аграрных наук Украины[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
ВДНХ-ның бронза миҙалы нагрудный знак МОН Украины «Отличник образования» заслуженный деятель науки и техники Украины

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 14 дәреслек һәм монография авторы[1][2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Гаврилович Андрийчук 1938 йылдың 13 ғинуарында Украина ССР-ы Винница өлкәһе Шаргородская Слобода ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы техникумында уҡыуын дауам итә. Агроном һәм колхоз иҡтисадсыһы булып, ә аҙаҡ — ауыл партия район комитетында эшләй. 1966 йылда Украина Компартияһы Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай һәм 1992 йылда — Санкт-Петербург халыҡ-ара менеджмент институтын тамамлай 1969 йылда ул Д. С. Колротченко исемендәге Киев халыҡ хужалығы институтында «Внутрирайонное планирование закупок сельскохозяйственной продукции и его роль в укрепление экономики колхозов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1987 йылда Ленинград иҡтисад университетының ғалимдар советы ултырышында «Производственный потенциал и эффективность его использования в сельском хозяйстве» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[3]

Юғары партия мәктәбен тамамлағас, 1966—1969 йылдарҙа ул Украина Компартияһы Шаргородский район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы булып эшләй. 1969 йылдан алып Киев халыҡ хужалығы институтында (хәҙер Адим Гетьман исемендәге Киев милли университеты) иҡтисад һәм ауыл хужалығын ойоштороу кафедраһында (хәҙер аграр менеджмент кафедраһы) ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор (1988 йыл) булып эшләй. Әлеге ваҡытта менеджмент һәм агробизнес иҡтисады кафедраһы профессоры)[4]. Украина Юғары Радаһының сәйәсәт һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса штаттан тыш комитет кәңәшсеһе.

Василий Гаврилович агро иҡтисадта яңы фәнни йүнәлеш эшләй: етештереү потенциалы проблемаларынының теоретик-методолгик нигеҙләүгә ҙур өлөш индерә Бер нисә иҡтисад фәндәре кандидатын әҙерләй[1].

Ул шулай уҡ ауыл хужалығын капиталлаштырыу проблемаларын фәнни нигеҙҙә эшкәртеүҙе башлаусы. Ғалимдарың иң ҙур ҡаҙанышы булып заманса уҡытыу китабын сығары тора. Уның «Аграр предприятиелар иҡтисады» дәреслеге[5] халыҡ-ара конкурста еңеүсе була. Был эшенең төп нигеҙҙәре уның «Агросәнәғәт комплексы предприятиелары иҡтисады» яңы дәреслегенә индерелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1987 йылда СССР ВДНХ-ның бронза миҙалы менән бүләкләнә.
  • Украина Мәғариф һәм фән министрлығының «За научные достижения» билдәһенә (2006) һәм Украина Милли аграр фәндәр академияһының Почетлы билдәһенә (2007) лайыҡ була.
  • Шулай уҡ Украина Аграр сәйәсәт министрлығының «Почет билдәһе» (2004), «Украинаның мәғариф отличнигы» билдәһе (2001) һәм «Пётр Могила» (Нагрудний знак «Петро Могила»)" (2011) тамғаһы менән бүләкләнә.
  • «Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» почетлы исеменә лайыҡ (2008).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә