Буцик Ана (слов. Ana Bucik; 21 июль 1993(19930721) Нова Горица, Словения) — словен тау саңғысыһы, Донъя кубогы этабы призеры. Слалом дициплинаһында шөғөлләнә. Пхенчханда 2018 йылда Ҡышҡы олимпия уйындары ҡатнашыусыһы.

Ана Буцик
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Словения
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Словения
Тыуған көнө 21 июль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (31 йәш)
Тыуған урыны Нова-Горица[d], Словения
Туған тел словен теле
Һөнәр төрө тау саңғысыһы
Масса 75 килограмм[1]
Спорт төрө Тау саңғыһы спорты[2]
Спорт дисциплинаһы гигантский слалом[d], слалом һәм горнолыжная комбинация[d]
Ҡатнашыусы зимние Олимпийские игры 2018[d]
Бейеклеге/буйы 180 сантиметр[1]
 Ана Буцик Викимилектә

Биографияһы һәм спорт карьераһы

үҙгәртергә

Ана Буцик 15 йәшлек сағында, 2009 йылдың декабрендә, карьераһында беренсе тапҡыр халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы ойошторған ярыштарҙа ҡатнаша, ә 2010 йылдың февралендә Европа үҫмерҙәр олимпия фестивалендә сығыш яһай. Донъя кубогы этаптарында ул 2010 йылдың 16 ғинуарында Мариборҙа гигант слаломда беренсе тапҡыр сығыш яһай, унда беренсе заезда уҡ дистанциянан сығып китә. 2011 йылдың февралендә Европа чемпиондары кубогында беренсе еңеүе була. 2011 йылдың мартында тәүге тапҡыр ул суперкомбинацияла Словения чемпионы титулын яулай.

2012 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионатында Роккаразола словен тау саңғысыһы команда ярыштарында алтын миҙал яулай. 2012 йылдың 26 ноябрендә слалом өсөнсө урынды яулап, Европа кубогы этабында ул беренсе тапҡыр подиумға күтәрелә. 2014/15 миҙгел башында бер нисә яҡшы һөҙөмтәнән һуң, ул 2014 йылдың 13 декабрендә швед Оре тау саңғыһы курортында Донъя кубогы этабында старт ала: слаломда 26-сы була һәм тәүге тапҡыр Донъя кубогына дөйөм зачетта мәрәйҙәр яулай[3].

2016 йылдың 6 һәм 7 ғинуарында Европа Кубогы этаптарында ул үҙенең тәүге еңеүҙәрен яулай, рәттән ике тапҡыр Зиналда слаломда еңә. 2016/17 йылдар миҙгеле дауамында Буцик яйлап тау саңғыһы донъяһының элитаһына яҡынлаша. 2017 йылдың 8 ғинуарында Марибор ҡалаһында слаломда етенсе урынды биләй, беренсе тапҡыр Донъя кубогы этаптарында иң яҡшы ун исемлегенә инә[4]. 2018 йылдың 26 ғинуарында Ленцерхайдта Альп комбинацияһында ул беренсе тапҡыр Донъя кубогы подиумына күтәрелә[5].

Ҡышҡы олимпия уйындарында Көньяҡ Кореяла, Ана дүрт дисциплинала старт ала: слаломда 24-се, гигант слаломда 21-се, комбинацияла 11-се һәм Словения составында команда ярыштарында 9-сы була.

Швецияның Оре тау саңғыһы курортында донъя чемпионатында, 2019 йылда словен спортсыһы гигант слаломда ҡатнаша, унда 31-се йомғаҡлау урынын биләй, ә слаломда дистанциянан икенсе маташыуҙа сығып китә. 2021 йылда донъя чемпионатында слаломда ул 9-сы була.

Ҙур ярыштарҙа сығыш яһауы

үҙгәртергә

Ҡышҡы олимпия уйындары

үҙгәртергә
Олимпия уйындары Супергигант Гигант слалом Слалом Комбинация Команда
2018 Пхенчхан 21 24 11 9

Донъя чемпионаты

үҙгәртергә
Донъя чемпионаты Шәп төшөү Супергигант Гигант слалом Слалом Комбинация Команда Паралл. гигант слалом
2013 Шладминг 31
2015 Бивер Крик. DNF2 11
2017 Санкт-Мориц 7 DNF2
2019 Оре 31 DNF2 9
2021 Кортина Д'Ампеццо 9

Донъя кубогы

үҙгәртергә

Дисциплина зачеты (1)

үҙгәртергә

Донъя кубогы этаптары подиумы (1)

үҙгәртергә
2021 йылдың 12 мартына торошло
Миҙгел Дата Уҙғарыу урыны Дисциплина Урын
1 2017/18 2018 йылдың 26 ғинуары   Ленцерхайде Комбинация  

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә