Амарас монастыры (әрм. Ամարասի վանք; әзерб. Amaras monastırı) — иртә урта быуаттар монастыры. Был монастырь Таулы Ҡарабахтың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм урта быуаттарҙа албан католикос сиркәүенең резиденцияһы булған. Монастырь Танылмаған Таулы-Ҡарабах Республикаһының административ-территориаль бүленеше буйынса Мартунин районының фактик контроле аҫтында тора .

Амарас
әрм. Ամարաս վանք
әзерб. Amaras monastırı
Нигеҙләү датаһы IV быуат
Рәсем
Нигеҙләүсе Григорий Просветитель[d]
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Сос[d]
Епархия Арцахская епархия[d]
Архитектура стиле армянская архитектура[d]
Рәсми сайт amaras.org
Карта
 Амарас Викимилектә

Тарихи очерк

үҙгәртергә

V быуат әрмән тарихсыһы Фавстос Бузанда раҫлауынса, Амарас монастыры IV быуат башында изге Григорий Мәғрифәтсе тарафынан нигеҙләнгән.

Әрмән традицияһына ярашлы, Месроп Маштоц Амарас монастырында беренсе мәктәп асҡан[1].

 
Амарас монастыры, IV быуат.

V быуаттан башлап Амарас урта быуат Әрмәнстанындағы эре дини үҙәктәрҙең береһенә әүерелә. 821 йылда Амарас, бөтә өлкә кеүек үк, ғәрәптәр тарафынан яулап алына, XIII быуатта монголдарҙан талана, ә 1387 йылда, Тамерлан ябырылыуы осоронда емерелә. Әммә монастырь һәр ваҡыт эшләүсе үҙенең мәктәбе менән бергә дини һәм мәҙәни үҙәк булып ҡала. XVII быуатта монастырь тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. XVII быуаттың икенсе сирегендә Гандзасар католикосы Петрос Амарасты реставрациялай, ул бында изге Григорис сиркәүен төҙөй XIX быуаттың икенсе яртыһында Көнсығыш Әрмәнстан Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Амарас монастырь комплексы, бик көслө нығытылған оборона ҡоролмалары булғанлыҡтан, сик ҡәлғәһе сифатында файҙаланыла, ә 1832—1844 йыл — рус-фарсы таможняһы булып тора. 1848 йылда, Гандзарас митрополиты Тер-Багдасар ваҡытында, Амарас Әрмән Сиркәүенә ҡайтарыла. Сиркәүҙән айырмалы рәүештә, оборона һәм граждандар биналары зыян күрмәй һаҡлана. 1858 йылда шушин әрмәндәре аҡсаһына бындағы иҫке сиркәү урынында яңы монастырь сиркәүе төҙөлә. 1898 йылда уның төньяҡтағы нефына архитектор Микаэл-Тер-Исраелян яһаған ҡәбер ташы изге Григорис ҡәберенә ҡуйыла. Таулы Ҡарабахта 1931 йылда 112 әрмән сиркәүе һәм 18 монастыры иҫәпләнә. 6 ай дауамында уларҙың барыһы ла властар тарафынан ябыла.

Ҡарабах конфликты йылдарында.

үҙгәртергә

1988 йылда Мәскәү бында бер нисә сиркәү асырға рөхсәт иткән директива ебәрә, әммә Баҡы власы быға кәртәләр ҡуя. Төҙөлөп бөткәндән һуң ике көн дауамында асыҡ торған Амарас ҡорамы әзербайжан ғәскәрҙәре тарафынан һөжүмгә дусар ителә[2]

Амарас сиркәүе 1991 йылдың майында әзербайжан ғәскәрҙәре тарафынан тағы ла нығыраҡ емерелеүгә дусар була[3]. Ҡорамға ике тапҡыр хәрби һөжүм яһала. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, сиркәү әзербайжан ОМОН-ы һәм күрше әзербайжан ауылы халыҡтары тарафынан талана. Һөҙөмтәлә мәхәлләнең сиркәү һауыт- һабаһы һәм иғәнә урлана[4].

Әлеге ваҡытта монастырҙа тергеҙеү эштәре алып барыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Jasmine Dum-Tragut. The cultural impact of Armenian Monasticism: A brief note on the role of Armenian Monasteries in medieval Armenian society // Monastic Life in the Armenian Church: Glorious Past - Ecumenical Reconsideration / Edited by Jasmine Dum-Tragut and Dietmar W. Winkler. — Lit Verlag, 2018. — P. 30.
  2. David B. Barrett, George Thomas Kurian, Todd M. Johnson / World Christian encyclopedia: a comparative survey of churches and religions in the modern world / Oxford University Press, 2001 — p.92 (876)

  3. Отчет лорда Хилтона о посещении Нагорного Карабаха
  4. // Независимая газета. — 23.05.1991. — № 60. — С. 3.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Григорис (святой)
  • Церковь Святого Григориса (Нюгди)

Һылтанмалар

үҙгәртергә