Амальрик Алексей Сергеевич

Амальрик Алексей Сергеевич (19061965) — совет тарихсыһы һәм археологы.

Амальрик Алексей Сергеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 март 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

1906 йылда Мәскәүҙә тыуған. Уның ата-әсәһе "Россия" акционерлыҡ йәмғиәтендә эшләгән һәм улдарының коммерсант булыуын теләгәндәр, шуға күрә Алексейҙы һигеҙ йәшендә коммерция училищеһына уҡырға биргәндәр.[1]

Октябрь революцияһы башланғанда егет коммерция училищеһының өсөнсө курсында уҡыған була. Рәсәйҙә Граждандар һуғышы йылдарында ата-әсәһе менән бергә Украинала,Харьков янындағы Обоянин ҡалаһында йәшәй. Граждандар һуғышынан һуң Украиналағы бандаларҙы бөтөрөү эше менән шөғөлләнгән бандитизмға ҡаршы көрәш полкында хеҙмәт итә. Бер йылдан һуң Мәскәүгә ҡайта[1]

Алексей Мәскәүҙә әсәһе менән бергә йәшәй — был ваҡытта атаһы вафат буған була. Кинофабрикала яҡтыртыусы булып булып эшләй башлай һәм кинохроника төшөрөү эшендә бөтә илде тиерлек урап сыға. 1928 йылда үҙенән алты йәшкә өлкәнерәк режиссёр ассистенты Шаблеева Зоя Григорьевна (1900-1961) менән өйләнешә. 1938 йылда уларҙың улы Андрей тыуа. Ҡатының ағаһы Шаблеев Евгений Григорьевич ярҙамы менән Алексей Амальрик кино сәнғәте институтының аспирантураһын тамамлай (хәҙерге Ғилми-тикшеренеү кинофотоинституты). Әммә 1935 йылда кинематографты ҡалдырып Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. 1939 йылда, университетты тамамлағас, Ҡыҙыл армияға саҡырыла, Ҡыҙыл армияның Польша походында ҡатнаша. 1940 йылда Төньяҡ флотында хеҙмәт итә. 1941 йылдың июнендә, Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙа, Мәскәү дәүләт университетында сығарылыш имтихандарын тапшыра.[1]

Амальрик яңынан Төньяҡ флотта, Архангельскиҙа хеҙмәт итә, ә һуңынан Көнбайыш фронтында батальон менән етәкселек итә, 1944 йылда Балтик буйы һуғышында мина ярсығы менән яралана һәм 1945 йылда капитан чинында демобилизациялана[2]

Һуғыштан һуң Алексей Сергеевич тарихи картография мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына. 1950-се йылдарҙа күп кенә тарихи хеҙмәттәр һәм тарих дәреслектәре, айырым алғанда, СССР тарихы буйынса юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек, шулай уҡ К. Маркс һәм Ф. Энгельстың ҡайһы бер томдары өсөн карталар төҙөй. 1940-сы йылдар аҙағында археологик картография өлкәһендә эшләй — 20-гә яҡын археологик карта төҙөй, шул иҫәптән "неолит һәм бронза осоронда сауҙа элемтәләре һәм алмашыу" картаһы . Археология менән мауығып, А. С. Амальрик Новгород (1947) һәм Рязань (1953) экспедицияларында ялан тикшереүҙәрендә ҡатнаша. Археологияны популярлаштырыу эше менән шөғөлләнә, А. Л. Монгайт менән бергә өлкән синыф уҡыусыларына иҫәпләнгән "Нимә ул археология"[3] китабын яҙа, китап1957 йылдан өс мәртәбә баҫыла. 1960 йылда археология методтарына һәм проблемаларына һәм уның үҫеш тарихына бағышланған «Юғалған цивилизацияларҙы эҙләп»[4] китабын сығара.

1959 йылда Алексей Сергеевич инсульт кисерә. Баш мейеһенә ҡан һауып, 1965 йылдың 21 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Сығанағы

үҙгәртергә
  • Амальрик А. А. Нежеланное путешествие в Сибирь. — New York : Harcourt Brace Jovanovich, 1970. — 294 c.[5]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • publ.lib.ru/ARCHIVES/A/AMAL'RIK_Aleksey_Sergeevich/rik_A _Amal'.S..html Амаль Алексей Сергеевич
  • arheologija.ru/a-s-amalrik/ Амаль Алексей Сергеевич