Алпамыша (эпос)
.
Алпамыша («Алпамыш», «Алпамыша батыр», «Алпамыша», «Алтыйәшәр Алпамыша») — Алпамша батыр тураһында әйтә торған татар, башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарла таралған дастан.
Тарихы
үҙгәртергәАлпамша дастаны XIV—XVII быуаттарҙа төрки халыҡтарның Жуңғар хакимдарына ҡаршы көрәш осоронда барлыҡҡа килгән тип һанала.
Беренсе тапҡыр 1899 йылда Ҡазан ҡалаһында «Кыйсса-и-Алпамыш» версияһы аҫтында баҫыла.
XX быуат башында Ырымбур губернаһында А. Г. Бессонов тарафынан яҙып алына. Эпостың «Алпамыша», «Алтыйәшәр Алпамыша» һәм башҡа исемле варианттарын М. А. Буранғолов, С.Ә-Ә.Галин, К. Мәргән, С. Ф. Миржанова, М. М. Сәғитов, С. Ғ. Сафуанов, Н. Д. Шоңҡаров һәм башҡалар яҙып ала.[1] Уларҙы Алпамша батырлығына бәйле дөйөм сюжет берләштерә. Алып үҙ хакимлығы аҫтында халыҡты берләштерә, илендә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек тергеҙә.
Моң варианттарын Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала, К. Й. Рәхимов нотаға һала. Эпостың Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ырымбур өлкәләрендә яҙып алынған 30ға яҡын варианты архивта һаҡлана.[2]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Алпамыш. Тезисы докладу и сообщений регионального совещания по эпосу «Алпамыш», Ташкент, 1956.
- Жирмунский В. М., Сказание об Алпамыш и богатырская сказка, М., 1960.
- Башҡорт халыҡ ижады. 4-се т. Поэма. Өфө, 1999.