Алпамыша — Алпомиш, Alpomish, الثاميش батыр (герой-батыр), төрки халыҡтар: ҡаҙаҡтар, үзбәктәр һәм ҡарағалпаҡтарҙың (Алпамыс), шулай уҡ башҡорттарҙың (Алпамыша), татарҙарҙың (Алпамша), көнбайыш себер татарҙарының (Мямшян Алып), алтайҙарҙың (Алып Манаш) бер исем йөрөткән эпосының үҙәк персонажы.

Алпамыша

хикәйәт батыры

Мифология

Төрки

Урыны

Байсын, Үзбәкстан

Ҡатыны

Барсын

Происхождение

ҡоңрат ҡәбиләһе башлығынан

Телгә алынған

«Алып Манаш», «Алпамыша», «Алпамыс», «Алпомиш»

Үзбәк халҡының «Алпамыш Батыр» эпосына арналған 1988 йылғы СССР почта маркаһы
 
Алпамыс батыр, Ҡаҙағстан почта маркаһы, 1998 йыл

Урта Азия фараздарында (улар төп һыҙаттары менән башҡорт, ҡазан татарҙары һәм алтай варианттарына тап килә). Изге — диуан кәңәш-ярҙамы менән балаһыҙ ҡоңрат (qonyrat, қонырат) ырыу башлығының мөғжизәле рәүештә Алпамыс исемле улы тыуған. Изге ҡурсалаусы уға шулай уҡ тел тейҙергеһеҙ тылсым биргән. Юғарынан ҡушылғанса, сәңгелдәк дәүеренән үк Алпамыша менән гүзәл Барсынһылыу ҡолаҡтарын тешләшкән булған. Барсындың атаһы Алпамышаның атаһы менән һүҙгә килешкән һәм ырыуы менән ҡалмыҡтар иленә күсеп киткән. Ҡалмыҡ батырҙары Барсынды уларҙың береһенә кейәүгә сығырға күндерергә маташҡан. Быны ишеткән Алпамыша ҡыҙға ярҙамға ашыҡҡан. Көндәштәрен ярыштарҙа еңеп, ул Барсынһылыуға өйләнә һәм тыуған иленә алып китә. Тиҙҙән ҡайныһын ҡыҫырыҡлауҙарға дусар иткән ҡалмыҡтарға ҡаршы яу менән бара, әсирлеккә эләгә һәм ете йылын ер аҫты зинданында үткәрә. Унан ҡасып өйөнә ҡайтыуына, ул яңы хаким үҙенең ғаиләһен ярлылыҡта йәшәргә мәжбүр иткәнлеген, Барсынды кәләш итеп алырға теләп, ошо көнгә туй тәғәйенләнгәнен белә. Алпамыша, үҙен танытмай ғына, туй мәжлесенә үтеп инә. Һәм никах ярышында, боронғо батыр йәйәһен киреп уҡ атыусы берҙән-бер батыр ҙа Алпамыша була. Һуңынан ул кем икәнен белдерә, дуҫтары менән бергә дошмандарын ҡыра һәм үҙенең власы аҫтында халыҡты берләштерә.

Алпамыша тураһындағы эпос сюжеты боронғо төрки һәм монгол халыҡтары мифологияһына барып тоташа; Алпамыша хаҡындағы архаик ҡараштар алтай халҡының батырҙар тураһындағы «Алып Манаш» әкиәтендә теркәлгән, унда геройға шаман һыҙаттары бирелгән, ә кәләш алыр өсөн барған иле, — һыу батшалығы аръяғында ер аяғы ер башы ятҡан үлеләр донъяһы тип билдәләнгән. Башҡорт хикәйәте «Алпамыша һәм Барсынһылыу»ҙың ҡайһы бер фараздарында Алпамыша образында шаман килбәте эҙҙәре һаҡланған. Алпамышаға «туғыҙ һарыҡ тиреһенән кәпәс сыҡманы, туҡһан һарыҡ тиреһенән тун сыҡманы», — тип әйтелә унда; шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, алтайҙарҙа батырҙың шаман рух-ярҙамсыһы тасуирлана.

Ташҡәнт ҡалаһындағы Үзбәкстан Республикаһының Фәндәр академияһында был поэманың Сәмәрҡәнд һәм Бохара, Сурхандаръя һәм Ҡашҡадаръя, Фирғәнә һәм Ташҡәнт өлкәләренең күренекле халыҡ сәсәндәре башҡарыуындағы ундан ашыу яҙмаһы һаҡлана. Шуларҙан "Алпамыша"ның иң тулы һәм художестволы камил версияһы данлыҡлы үзбәк сәсәне Фазыл Юлдашев (Юлдаш) аҡһаҡалдың башҡарыуында. 1938 йылда шағир Хәмит Әлимжан редакцияһы аҫтында баҫылған Юлдашев версияһы хикәйәттең Л. M. Пеньковский тәржемәһе нигеҙенә һалыған.

XV б. башында Аҡ Урҙа башында алтын урҙа темнигы Еҙигәй һәм уның вариҫтары торған улустарға, шуларҙың иң мөһиме тип һаналғандары — үзбәк һәм манғыт-нуғай улустарына тарҡалған. Күсмә үзбәк шәйбаниҙар мөхитендә Алпамыша тураһында данлыҡлы эпос, ә нуғай урҙаһының киң ареалында — Еҙигәй һәм нуғай батырҙары хаҡындағы эпик хикәйәттәр формалашҡан. «Алпамыша», күрәһең, әкиәти батырҙар архаик эпикаһынан, ә нуғайлы циклы — архаик эпика һәм тарихи риүәйәттәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә үҫкән. XV б. күсмә үзбәктәр, айырым алғанда, эпоста юлбашсыһы итеп Алпамыша күрһәтелгән коңраттар, үзбәк халҡының ғына түгел, ҡаҙаҡтарҙың да, ҡарағалпаҡтарҙың да формалашыуында ҡатнашҡан, шуның өсөн Алпамыша тураһындағы ауыҙ-тел эпосы үзбәктәрҙә генә түгел (Л. Пеньковский тәржемәһе нигеҙенә үзбәк сәсәне Фазыл Юлдаш һөйләгән классик вариант һалынған), ҡарағалпаҡтарҙа ла, ҡаҙаҡтар ла бар. Алпамыша тураһындағы хикәйәтте шулай уҡ башҡорттар ҙа, ҡазан татарҙары ла, алтайлылар ҙа, тажиктар ҙа, урта азия ғәрәптәре лә белә, уның эҙҙәрен беҙ уғыҙ эпосында ла табабыҙ. Башҡортостан ғалимдары «Алпамыша» әкиәтен ентекле өйрәнгән һәм «Башҡорт халыҡ ижады» тип аталған күп томлыҡҡа индергән.

Нуғайлы циклы поэмалары нуғай урҙаһы һәм ҡыпсаҡтар менән тарихи бәйле төрлө халыҡтарҙа: ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, төньяҡ кавказ нуғайҙарында, шулай уҡ көнбайыш себер һәм ҡырым татарҙарында, үзбәктәрҙә таралған булған. Бынан тыш, ҡарағалпаҡтарҙа үҙҙәренең айырым бик ҙур «Ҡырҡ ҡыз» эпосы бар. В. М. Жирмунский Алпамыша (уның исеме Манасҡа оҡшап та тора) тураһындағы хикәйәт Төрөк ҡағанаты осоронда уҡ Алтай тауҙары итәгендә барлыҡҡа килгән һәм алтай Алып Манашы уның боронғо стадияһына барыһынан да яҡыныраҡ тора ти. IX—X бб. Алпамыша тураһындағы хикәйәтте Алтай тау итәгенән Һырдаръя йылғаһының түбәнге ағымына уғыҙҙар алып килгән, уларҙа үҙ аллы үҫеш алған һәм артабан Салор-Ҡаҙан («Китаб-и дэдэм Коркут» китабындағы Бамсы-Бәйрәк тураһында хикәйә) эпик циклына ингән. Был хикәйәттең икенсе версияһын ҡыпсаҡ ырыуҙары Ҡаҙағстанға, Башҡортостанға һәм Иҙел буйына килтергән. Ул башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар проза әкиәттәрендә сағыла.

XVI б. башында күсмә үзбәктәр киң күләмле эпик поэмаға (проза ҡушымталы шиғырҙар) әйләнгән был хикәйәтте хәҙерге Көньяҡ Үзбәкстанға килтергән. Хәйер, сюжет Урта Азияла тыуған һәм артабан Кесе Азияла, Иҙелдә һәм Алтайҙа таралған тигән ҡарашты ла тулыһынса алып ташларға ярамай. Әгәр тәүге сюжет түгел тиһәк, Алпамыша тураһындағы героик эпопея фәҡәт Урта Азияла барлыҡҡа килгән. В. М. Жирмунскийҙың, һис шикһеҙ, эпостың үҙәге булып тарихи риүәйәттәр түгел, ә боронғо батырҙар тураһындағы әкиәттәр тора тигәне дөрөҫ. Еңелмәҫ алып Алпамышаның һыҙаттары, оҙаҡ балалары булмаған оло йәштәге ата-әсәнән батыр улан тыуыуы мотивтары, яратыусы һеңлеһе — ярҙамсы Калдыргач образы (урта бүрәт улигерҙары һ.б.), Алпамыша кәләше (һирәк осраған реликтлы, Манастың ҡатыны — Ҡаныҡәй) ҡыҙ-батыр Барсындың ҡайһы бер һыҙаттары, архаик төрки эпикалағы йылҡы көтөүсеһе Аҡһаҡалға барып тоташыусы Ҡолтай олатай һыны, мәскәй ҡарсыҡ Сурхайиль — дошман бәһлеүәндәре әсәһе һ.б. — барыһы ла шунан баш алған. Һәм артабан ғаилә-ырыу мөнәсәбәттәре героик пафостың төп сығанағын тәшкил иткән, әммә сюжет ҡалмыҡ һуғыштары тарихи сиктәренә ҡуйылған.

Эпостың «ире үҙ ҡатынының туйында» темаһы менән бәйләнгән һуңғы эпизодтары азия фольклорының шуға оҡшаш мотивтарын, мәҫәлән, Гэсэриада, һәм тағы ла нығыраҡ — Гомерҙың «Одиссея»һы (В. М. Жирмунский дөйөм көнсығыш сығанағы булыу ихтималлығын кире ҡаҡмай) иҫкә төшөрә.

Алпамыша, Манастан айырмалы рәүештә, баҫып алыусы түгел, ул бары тик үҙенең ҡәбиләһен туплаусы һәм яҡлаусы. Манас өсөн фәҡәт ҡаты һуғыш башы ғына булған ритуал ярыштарҙа йыш ҡына "Алпамыша"лағы батырлыҡ сағыла. "Алпамыша"лағы ҡалмыҡтар менән һуғыш ырыу бәрелештәре сиктәренән сыҡмай. Алпамышаның батыр характерлы булыуы ярһыу сағында ғына түгел, үҙ дәрәжәһен юғары баһалауында, ырыу һәм ғаилә бурыстарына тоғролоғонда күренә. Ултан менән көрәше феодаль ыҙғыш (сағыштырығыҙ: Манастың туғандары һәм вассалдары менән бәрелештәре) итеп түгел, «тәбиғи» социаль тәртип, ҡәбилә гармонияһын тергеҙеү итеп һүрәтләнә. "Манас"тағы кеүек, эпосҡа, героика менән бер рәттән, комик стихияға бай көнкүреш сәхнәләр һәм эпизодтар күп индерелгән. Гротеск һәм башҡа төр комизм Алпамышаның дошмандарын һүрәтләгәндә (килбәтһеҙ бәһлеүәндәр, тылҡау һәм тәкәббер мәскәй ҡарсыҡ һ. б.) ҡабул ителгән. Дөйөм алғанда, тартып-һуҙып билдәләгәнсә, «Алпамыша» һәм "Манас"тың нисбәтен «Одиссея» һәм «Илиада» нисбәтенә оҡшатырға мөмкин.

Үзбәк, ҡарағалпаҡ һәм ҡаҙаҡ варианттарында «Алпамыша» — коңрат (божбан) ҡәбиләһе эпосы. Герой һәм уның һөйгәне, уларҙың ғаиләһе һәм туған-ырыуы «ун алты быуынлы Ҡоңрат ҡәбиләһенә» (йәғни ун алты ырыуҙан торған ҡәүемгә) ҡарай. Башында Байбүре, һуңынан уның улы Алпамыша торған Ҡоңрат ҡәбиләһе, — был Алпамышаның ҡан туғанлығы менән бәйле тыуған ырыуы, «Ҡоңрат йәйләүҙәре» — был уның һөргөндә йөрөгәндә һағынып иҫкә алған тыуған ере.

Урта Азия далаларында Ҡоңрат ҡәбиләһе тәүге тапҡыр монгол-татар баҫып алыуҙары дәүерендә (XIII быуат башы) күренгән. Әлеге ваҡытта ҡоңрат тоҡомдары бөтә урта азия төрки халыҡтары составында ла бар. Поэманың бөтә өс вариантында ла ҡоңрат йәйләүҙәре Байсын тип аталған ерҙә (Үзбәкстандың көньяғында, Термез ҡалаһынан төньяҡҡараҡ, хәҙерге Сурхандаръя өлкәһендә) урынлашҡан. Бында шулай уҡ, үзбәк поэмаһына ярашлы, Алпамышаның малы утлаған «Амy йылғаһы ярҙарындағы көтөүлектәрҙе» эҙләргә лә кәрәк.

Ысынлап та, тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, XVI быуатта Термез өлкәһе Көньяҡ Үзбәкстанға Шәйбани хандың[1] күскенсе үзбәктәре составында килгән Ҡоңрат ҡәбиләһе биләмәһе («йорто») булған. Был хәл "Алпамыша"ның Байсын менән бәйле ҡоңрат редакцияһын Шәйбаниҙың баҫып алған ваҡытына яҡын дата (XVI быуат) менән билдәләү мөмкинлеген бирә.

Үзбәк һәм ҡалмыҡтарҙың дошмандарса бәрелештәре — был редакцияға тап килгән датаны раҫлаусы үҙенсәлекле тарихи фон. Ҡалмыҡтар менән көрәш урта азия халыҡтары эпосында Джунгария далаларындағы (Көнбайыш Монголияла) айрат (ҡалмыҡ) күсмә дәүләте тарихи осоро хәтирәләре менән бәйле. Ҡалмыҡтарҙың Урта Азия далаларына аяуһыҙ барымталары XV быуаттан XVIII быуат уртаһына саҡлы дауам иткән. XVII быуатта ҡалмыҡтар ҡаҙаҡтарҙы Етеһыуҙан ҡыҫырыҡлай: ҡалмыҡ ханы ставкаһы Или йылғаһының көньяҡ ярында, Байсары һәм Алпамыша ҡалмыҡтар иленә үткән юлда, тимәк, Алатау һырттарынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан.

Ҡыҙыҡлы тарихи тәфсир билдәләйек: ҡалмыҡ төбәк кенәздәре «тайчжи» титулын йөрөткән, ә үҙҙәренең сығышын Сыңғыҙ ханға алып барып ялғаусы хакимдарҙы, батша улдарын, «хун-тайчжи» тип атағандар. "Алпамыша"лағы ҡалмыҡ Тайча хандың исеме был титулдың сағылышы булып тора.

Ҡалмыҡ һуғыштарының тарихи ваҡиғалары XV—XVI быуаттарҙа Сыңғыҙ хан нигеҙ һалған Монгол империяһының һәм уның яҡын вариҫтары — көнбайышта Алтын Урҙа һәм көнсығышта Тимуридтар дәүләттәре (Урта Азияла) — шулай уҡ уларҙың емереклектәрендә «ҡыпсаҡ далаларының» киң биләмәләрендә, Уралдан һәм Иҙелдән Ысыҡкүлгә һәм Тяньшанға саҡлы һәм (нуғайҙар, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, күскенсе үзбәктәр һәм ҡырғыҙҙар) ҡәбилә һәм дәүләт берләшмәләренең барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Үрҙә аталған бөтөн халыҡтар өсөн был эпоха тарихи һәм дәүләтсел үҙаң үҫеше менән бәйле. Ә тыуған йәйләүҙәрҙе һаҡлап, көслөк менән яуларға тырышыусы ситтән килгән ҡалмыҡтарға ҡаршы көрәш эпоста сағылған халыҡ аңы үҫешенең иң төп өлөшө булып тора. Урыҫ былиналарындағы — татарҙар, «Давид Сасунскийҙа» — ғәрәптәр һ.б. дошман булған һымаҡ, Урта Азия халыҡтарының героик эпосында тыуған илен һаҡлау көрәшендә «мәжүси» ҡалмыҡтар төп дошман тип аталған. Мәҫәлән, ҡырғыҙҙың "Манас"ында, ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡтарҙың батырҙар йырында («Ҡобланды батыр» һ.б.), нуғай циклына ҡараған тарихи поэмаларҙа («Ураҡ һәм Мамай») һ.б. эштәр шулай тора.

"Алпамыша"ның ҡоңрат-байсын редакцияһында ҡалмыҡтар менән һуғыш Алпамыша батыр менән йәберләүсе ҡалмыҡ кейәү-егеттәре араһындағы никах ярыштары сюжетында сағыла.

«Алпамыша» патриархаль ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәре шарттарында йәшәгән дала күскенсе малсылары араһында ижад ителгән. Эпоста был хаҡта яҡты хәтирә һаҡланған: ҡалмыҡтар иленә килгәс, тыуған ерендә игенселек ни икәнен белмәгән ҡоңратлылар, хужаларҙың сәсеүлектәрен көтөүлек тип ҡабул иткәнлектән, уларҙы тапаттырған. Тарихсылар раҫлауынса, шуға оҡшаған конфликттар Мәүерәнәһрҙең (хәҙерге Үзбәкстан) ултыраҡ халҡы менән Шәйбани хандың күсмә үзбәктәре араһында ғәҙәти күренеш булған: «Таралып ултырыусыларҙың һөрөнтө ерҙәрҙе тапатыуы һәм малдан ашатыуы, эшкәртелгән ерҙәрҙе көтөүлеккә әйләндереүе күҙәтелгән».

Сюжеттың төйөнләнеше — Байбүре һәм Байсарының ағалары араһындағы конфликт (Фазил варианты), ижтимағи мөнәсәбәттәр күҙлегенән ҡарағанда, иғтибарға лайыҡ. Байбүре, ырыуҙа иң өлкәне булараҡ, мосолман хоҡуғы буйынса («зәҡәт») үҙенән кесе ҡустыһының һалым түләүен талап итә. «Зәҡәт түләү — кемгә зәҡәт түләйһең, шул дәүләттең подданныйлығын таныу күрһәткесе булып тора». Яңылыҡҡа оҡшаған был талапты ҡоңраттар быға саҡлы ишетеп белмәгән һәм патриархаль ырыу мөнәсәбәттәр азатлығын боҙоусы яңылыҡ тип, Байсары уны кире ҡаҡҡан. Ырыуҙаштарының хакимы (Фазил Байбүрене «шаһ» тип атаған) булырға тырышҡан ырыу башлығына натураль йәки аҡсалата һалым түләүе — патриархаль-ырыу мөнәсәбәттәре тарҡалыу һәм дәүләт барлыҡҡа килеү үҙенсәлеге. «Урта Азияла хәрби демократия ҡалдыҡтары — күсмә тормош көнкүреше мираҫы — күпкә юғары торған дәүләтселек формалары менән бәрелешкән; күскенселәр араһында феодаль мөнәсәбәттәр нығыныу сәбәпле, улар феодал дәүләтселек формаларын ныҡлы ҡабул иткән»..

Хәйер, «Алпамыша» патриархаль-ырыу ҡоролошо һәм хәрби демократия шарттарында барлыҡҡа килгән боронғо батырҙар тураһында эпос булараҡ, был феодализация процесы уға бары тик өҫтән-мөҫтән генә ҡағылған.

Шулай итеп, "Алпамыша"ның беҙгә билдәле булған һуңғы редакцияһы, хәҙерге ауыҙ-тел ижады традицияларында һаҡланғанса, үҙенең төп һыҙаттарында Ҡоңрат үзбәк күсмә ҡәбиләһенең Шәйбани хан баҫҡынсылығы осоронда (XVI б.), ҡоңраттар Термез һәм Байсын районына күсеп урынлашҡандан һуң, ҡалмыҡтар һәм Урта Азия халыҡтары араһында барған дошманлыҡ бәрелештәре фонында барлыҡҡа килгән. Әммә ғәҙәттә боронғо халыҡ эпосын күп быуаттар дауамында барған телдән тапшырыу шарттарында эҙмә-эҙлекле яңынан төҙөү мөмкинлеге булыуын иҫәпкә алғанда, был осраҡта "Алпамыша"ның «байсын» редакцияһының шулай уҡ ҡоңраттар үҙҙәренең Арал диңгеҙе буйындағы йәйләүҙәренән Көньяҡ Үзбәкстанға килтергән элгәрге, боронғораҡ варианты булған.

В. В. Бартольд тарафынан тәржемә ителгән төрки уғыҙ халҡының эпик ҡомартҡылары араһында «Ҡорҡот олатайымдың китабы» («Китаби деде Коркуд») тип аталған XVI быуат ҡулъяҙмаһы буйынса тәржемә ителгән, «Алпамыша» менән сюжеты һәм ҡайһы бер ҡатнашыусыларының исемдәре менән тап килгән «Ҡам-Бүре улы Бамсы-Бәйрәк хаҡында хикәйә»һе бар. "Алпамыша"ның был уғыҙ вариантында Ҡоңрат та, Байсында тупланған хәрәкәт тә, ҡалмыҡ темаһы ла юҡ, ә кейәү егеттәрҙең никах ярышы урынына күптәнге архаик мотив — кейәү менән кәләштең, батыр ҡыҙҙың (һыбай йөрөүҙә, йәйәнән атыуҙа һәм көрәштә) көс һынашыуы урын алған. Шулай уҡ халыҡ батыры Алпамыша тураһында Башҡортостанда һәм ҡаҙан татарҙарынан бер нисә вариантта яҙып алынған хәҙерге заман әкиәттәре лә бар.

Шул уҡ эпик хикәйәттең иң архаик варианты хәҙерге көндә мәрхүм атаҡлы алтай халыҡ сәсәне Н. Улагашевтан яҙып алған батырҙар тураһында алтай әкиәте «Алып Манаш» («Манаш бәһлеүән») аша сағылған. Алпамыша хаҡында был хикәйәттең боронғо фаразының сюжеты әкиәти-мифологик һыҙаттарға эйә/Алып Манаш кире ҡайтырлыҡ сара булмаған әкиәт иленә кәләш эҙләргә юллана («кирегә эҙҙәр юҡ»). Йылға аша оҙатыусы ҡарт батырҙы «ҡанатлы атта ла осоп етә алмаҫлыҡ, ете ишкәкле кәмәлә лә йөҙөп сыға алмаҫлыҡ» киң йылға аша сығара. Дошман еренә эләккәндән һуң, батыр шундуҡ тылсымлы йоҡоға тала һәм шул ваҡытта дошман ҡулына эләгә. ("Алпамыша"ла — иҫереүе арҡаһында тип — төшкә рациональ аңлатма бирелгән). Алып Манаш — бәһлеүән батыр; йоҡлап ятҡан сағында тау сусағын хәтерләтә; уны дошман ҡоралы алырлыҡ түгел. Уның дошмандарының конкрет тарихи йөҙө юҡ: был яуыз Аҡ хан һәм ете башлы кеше ашаусы Дәлбәгән бәһлеүән, һуғышҡа күк үгеҙгә атланып сығыусы ер аҫты донъяһы батыры. Алып Манаштың берҙән-бер ярҙамсыһы — төрлө тылсымлы үҙгәрештәргә һәләтле һәм иҫ киткес аҡылға эйә мөғжизәле батыр аты; ул бер үҙе, батырға ғашиҡ сит ил сибәре ярҙамынан башҡа, хужаһын ер аҫтынан мөғжизәле рәүештә ҡотҡара. Аты кеүек, батыр үҙе лә йөҙөн үҙгәртергә һәләтле: ул, «бөтөн тәне менән һелкенеп» үҙ ҡатынының туй мәжлесенә Тас-Тараҡай исемле бысраҡ, әшәке ҡарт образында килә, ә уның аты «ергә ятып тәгәрәй ҙә» арыҡ атҡа әйләнә. Үзбәк эпосында Алпамышаның кейем алмаштырыуы тылсымлы әүерелеүҙең һуңғараҡ рационалләштерелеп күрһәтелеүен сағылдыра.

Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, алтай әкиәте VIII—IX быуаттарҙа боронғо тыуған иле Алтай тау итәктәренән Урта Азияға күсеп киткән уғыҙ халҡынан туранан-тура яҙып алынған. IX—X быуаттарҙа беҙ уғыҙҙарҙы Һырдаръя йылғаһының түбәнге ағымында һәм Арал диңгеҙе буйҙарында осратабыҙ; XI быуатта, Сәлжүк династияһы солтаны етәкселегендә, улар һуңғараҡ "Ҡорҡот китабы"нда берләштерелгән эпик хикәйәттәре яҙыласаҡ Кавказ аръяғы көньяҡ өлөшөн һәм Кесе Азияны яулап алған. Риүәйәттең Алтайҙа һаҡланыуы уның VIII—IX быуаттан алдараҡ, уғыҙҙарҙың яңы тыуған иленә күскәненә саҡлы, барлыҡҡа килеүен фаразлау мөмкинлеген бирә.

Шулай итеп, килеп сығышы буйынса «Алпамыша» — Урта Азия халыҡтарында һаҡланған бик боронғо эпик сюжет ул. Алпамыша (Алып Манаш) батыр хаҡындағы әкиәт тәүҙә геройҙың «кире ҡайта алмаҫлыҡ илгә» никах сәйәхәтен генә хикәйәләһә, үҙенең күп быуатлы оҙон үҫеш юлында, халыҡтарҙың ырыу-патриархаль ҡоролоштан иртә феодаль ҡоролошҡа табан үҫеше кеүек тарихи үҫеш процесында яңы конкрет тарихи һәм ижтимағи-көнкүреш эстәлеге менән тулыландырылған. Үзбәк эпосында Алпамышаның дошмандары итеп үзбәктәрҙең һәм башҡа урта азия халыҡтарының тарихи дошмандары «мәжүси» ҡалмыҡтар күрһәтелгән. Ошо яңы формаһында эпос беҙҙең алға үзбәк халҡының киң һәм, нигеҙҙә, ысынбарлыҡ тормошон, патриархаль йәмәғәтселектең һәм «героик быуаттың» психологияһын йәйелдерә. Шул уҡ ваҡытта Алпамыша ҡот осҡос ҡалмыҡ батырҙары менән никах ярыштарында йәки ирҙең, көтөлмәгәндә һәм үҙен танытмай, ҡатынының (үҙ власына буйһондорған көндәше менән) туйына ҡайтыуы тураһындағы хикәйәһендә, ә ҡайһы берҙә әкиәтсе үҙе "Алпамыша"ның традицияға ярашлы инеш өлөшөндә эпосты «әллә ҡасанғы замандарға» ҡаратыуы, батырҙарҙың, дөйөм алғанда, тәрән кешелекле һәм айырым милли һыҙаттарында, ысынбарлыҡты дөрөҫ күрһәтеү аша батырҙар тураһындағы боронғо әкиәттең поэтик мотивы һаман да үтә күренеп тора.

Урта быуаттар һәм яңы тарих дауамында Алпамыша тураһындағы хикәйәт урта азия халыҡтарында киң билдәлелек һәм популярлыҡ менән файҙаланды. Үҙ тыңлаусыларының халыҡ батыры менән ҡыҙыҡһыныуына яуап итеп, үзбәк сәсәндәре, генеалогик циклдарға бүлеү принцибы буйынса, ҡыйыу эштәре атаҡлы атаһыныҡына оҡшаған варианттарҙа бирелгән Алпамышаның улы Йәдкәр тураһында яңы эпик поэма булдырған. Ҡаҙаҡ аҡындары, шул уҡ nринцип буйынса, XIX быуаттағы тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы Йәдкәрҙең улдары һәм Алпамышаның ейәндәре Алатай һәм Жапарҡул тураһында батырҙар йыры ижад иткән.

Хиуа ханы Абулғәзе үҙенең билдәле "Төркмәндәр шәжәрәһе"ндә (1660), Һырдаръяның түбәнге ағымында уғыҙҙар ҡәбиләһе башында торған Мамыш бәктең (йәғни Алпамышаның) ҡатыны батыр ҡыҙ Барсындың легендар ҡәбере бар, ти. «Үзбәктәр уны Барчин-Кёк-Кашанэ тип атайҙар. Был көмбәҙ бик шәп сынаяҡ кирбес йәки изразец менән биҙәлгән». «Кёк-Кашанэ» мавзолейы боронғо Сығнаҡ ҡалаһы емереклектәренән алыҫ түгел, X быуатта уғыҙҙар биләгән ерҙә урынлашҡан. 1900 йылда уны археолог В. Калаур тасуирлаған һәм фотоға төшөргән; 1927 йылда профессор А. Ю. Якубовский унда килгәндә, мавзолейҙан бер ниндәй формаһыҙ емереклектәр генә ҡалған булған. Моғайын, Барсын исеме менән шул ерҙәрҙә урынлашҡан һәм Сыңғыҙ хан дәүерендә (1220) ҡыйратылған боронғо Барчинҡәнт (йәки Барчинликҡәнт) ҡалаһының исеме лә бәйлелер.

Ҡаҙаҡ халыҡ риүәйәттәре «Бохара аръяғында» ятҡан, быуаттар дауамында халыҡтың буй етмәҫлек хыялын кәүҙәләндергән Алпамышаның легендар тыуған иле, Байсын иле (ҡаҙаҡса: «Жидели Байсын») тураһында һөйләй. Иҙелгән халыҡ массалары, был әкиәти yтопияға ышанып, үҙенсә йыуанған һәм был бәхетле илгә юл табыусы халыҡсан аҡыл эйәһе Асан Ҡайғы йәки Үтәгән батыр кеүек ижтимағи ғәҙеллек эҙләүселәр образын булдырған.

Ҡаҙаҡ йыраусыһы Джамбул халыҡ легендаһын үҙенең «Үтәгән батыр» әкиәти поэмаһында файҙаланған. Үтәгән үҙенең халҡын Жидели Байсын иленә үтеп сыға алмаҫлыҡ сүллектәр һәм ҡуйы урмандар аша алып бара, барған юлында ҡот осҡос ғифрит заттар менән алыша һәм, оҙайлы һынауҙар аша үткәндән һуң, ахырҙа, маҡсатына өлгәшә. Йыраусы һәм уның батыры алдында Совет иле яфаланған һәм иҙелгән халыҡтың оҙайлы хыялы сағылышы булып баҫа. Джамбул аҡындың поэмаһы ҡарт аҡындың күҙ алдында СССР осоронда тыуған иленең иҫ киткес үҫеше күренештәре менән тамамлана. Бөгөнгө көндә үҙ аллы Ҡаҙағстан Республикһы бығаса булмаған юғары үҫешкә өлгәште.

  • «Алпамыш», Москва, 1958
  • Жирмунский В. М. Сказание об Алпамыше и богатырская сказка. М., 1960;
  • Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

  Викидәреслектә

  • Алпамыш-Батыр (эпос)
  • Эпос
  • Киргизский эпос Манас
  • Улып

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһында Салауат Хәмиҙуллин һ.б. ғалимдар «Историческая среда» документаль фильмдар циклына ҡараған «Ҡараһаҡал ихтилалы» фильмында Шәйбаниҙарҙы төп башҡорт хандары тип атай. Башҡорттарҙың Әйле ҡәбиләләре Урта Азиянан килгән тигән тарихи фараз бар