Шакиров Алик Фәйез улы
Шакиров Алик Фәйез улы (Алик Фәйезов, Әлим Фәйезов; 30 ноябрь 1953 йыл) — журналист, матбуғат эшмәкәре. 2019 йылдың 29 ноябренән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1989). Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре (2012) һәм Башҡортостан викимедиасылары төркөмөнөң (2015) матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса кәңәшсеһе.
Алик Фәйез улы Шакиров | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ының Абзан районы[1] Һаҡмар совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
журналистка |
Атаһы |
Фәйез Зариф улы Шакиров |
Әсәһе |
Нәилә Яҡуп ҡыҙы Шакирова (Искәндәрова) |
Тормош иптәше |
Рәлиҙә Муса ҡыҙы (1957), юғары класлы врач-педиатр, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары |
Балалары |
Искәндәр, ғалим, философия фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тел, тарих һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлик Фәйез улы Шакиров 1953 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Абзан районы[1] Һаҡмар совхозының Үҙәк усадьба ҡасабаһында уҡытыусылар Фәйез Зариф улы һәм Нәилә Яҡуп ҡыҙы ғәиләһендә алтынсы бала булып тыуған. Әлеге ваҡытта был ҡасаба Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районына ҡараған Арсен ауылы тип атала. Ҡужанаҡ ауылы мәктәбендә урта белем ала. Бер йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм 1977 йылда тамамлай.
2019 йылдың 29 ноябрендә Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде[2].
Ижады
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Ғәиләһе һәм туғандары
үҙгәртергә- Атаһы — Фәйез Зариф улы Шакиров
- Әсәһе — Нәилә Яҡуп ҡыҙы Шакирова (Искәндәрова)
- Ағалары — Роберт, Радик (1938), Роберт (1947), Илдар/Эдик (1951)
- Апаһы — Светлана (1940)
- Ҡустыһы — Рафаэль (1959)
- Ҡатыны — Рәлиҙә Муса ҡыҙы (1957), юғары класлы врач-педиатр, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары (2008)
- Улы — Искәндәр, ғалим, философия фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре
Китаптары
үҙгәртергә- Новости — наша профессия. — Уфа: 2018 —[3]
- Мой Кужанак. — Уфа: Инфореклама, 2012 — 92 с. ISBN 978-5904555-38-2
Ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләре
үҙгәртергәРәсемдәр
үҙгәртергә-
Викимедиа РУ директоры Владимир Медейко Алик Фәйез улына Рәхмәт хаты тапшыра
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы)
- ↑ Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2019)
- ↑ В Уфе известный журналист Алик Шакиров написал первую книгу об агентстве «Башинформ». ИА Башинформ, 2018, 12 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2018)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шакиров Алик Фәйез улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2019)
- Корифею башкирской журналистики - 65! СОЮЗ ЖУРНАЛИСТОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. Официальный сай. 2018, 3 декабря (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2019)