Александр Доставалов исемендәге батальон
ạАлександр Доставалов исемендәге батальон— Рәсәй Федерацияһы Хәрби көстәре составындағы подразделение. 2022 йылдың май аҙағында «Диңгеҙ пехотаһы һәм Хәрби диңгеҙ флоты спецназы ветерандары» ойошмаһы РФ Президенты ҡарарына ярашлы башланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Башҡортостанда ирекле батальон төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһай.
2022 йылдың 6 июлендә Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында Башҡортостан Республикаһы башлығы Р. Ф.Хәбиров М.Шайморатов исемендәге ирекле батальонға, 14 июлдә Доставалов Александр Васильевич исемендәге Башҡортостан ирекмәндәре батальонына хәрби байраҡ тапшыра. Ул Башҡортостан яугирҙарының хәрби бурысты уңышлы башҡарыуына ышаныс белдереп, уларҙың тыуған яҡҡа иҫән-һау кире әйләнеп ҡайтыуын теләй.
2022 йылдың 14 июлендә батальон хәрби яйға һалыу әҙерлеге үтеү өсөн Ырымбур өлкәһенә китә, һуңынан Донбассҡа юлланасаҡ[1][2]. Күп һанлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындары батальонды оҙатыуҙа ҡатнаша.