Доставалов Александр Васильевич

(Александр Доставалов битенән йүнәлтелде)

Доставалов Александр Васильевич (17 июль 1963 йыл — 1 март 2000 йыл) — Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, десантсы, гвардия майоры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000, үлгәндән һуң).

Доставалов Александр Васильевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 17 июль 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Вафат булған көнө 1 март 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (36 йәш)
Вафат булған урыны Шатойский район[d], Чечен Республикаһы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Орлецовское кладбище[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһы
Хәрби звание гвардия[d] һәм Майор
Һуғыш/алыш Бой у высоты 776[d]
Ғәскәр төрө Һауа-десант ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалы Батырлыҡ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Васильевич Доставалов 1963 йылдың 17 июлендә Өфө ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. А. В. Суворов хөрмәтенә уға Александр исеме ҡушҡандар. Армияға тиклем Севастополь караптар эшләү техникумында уҡый, Симферополдә заводта эшләй, һуңынан Орскиҙә тепловоз машинисы ярҙамсыһы була.

1981 йылда армия сафына алына, Каунас БМД механик-водителдәре десант мәктәбендә уҡый. 1987 йылда Рязань десант училищеһын тамамлай.

Хеҙмәт иткән йылдарында бер нисә тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында ҡатнаша: Ереванда, Баҡыла, Ошта, Узгенда, Днестрҙа. 1994 йылдан 6-сы рота командиры, рота менән 1999 йылға тиклем етәкселек итә.

Беренсе чечен һуғышында була, уның ротаһы Аргун, Гудермес, Грозный янында алыштарҙа ҡатнаша. Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Икенсе чечен һуғышы барышында 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһының 104-се гвардия парашют-десант полкы 2-се парашют-десант батальоны командиры урынбаҫары була.

776 бейеклеге янында һуғыш

үҙгәртергә

2000 йылдың 29 февралендә, 776 бейеклегендә чечен боевиктары менән һауа-десант ғәскәрҙәренең 104-се полкының 6-сы ротаһы араһында һуғыш барышында, Александр Доставалов үҙенең 4-се ротаһы менән күрше бейеклектә була.

1 мартҡа ҡарай төндә Александр Доставалов 4-се ротаның өсөнсө взводы менән бергә үҙ белдеге менән 4-се ротаның оборона һыҙығын ташлап китә һәм 6-сы ротаға ярҙамға бара. Унда шул иҫәптән уның туранан-тура начальнигы — батальон командиры Марк Евтюхин да була. Боевиктарҙың уты аҫтында Доставалов взводы бер ниндәй юғалтыуҙар кисермәй уңышлы үтә, 6-сы рота позицияһына сыға.

Һуғыш барышында 1 мартта 4-се ротаның 3-сө взводының бөтә десантсылары һәләк була. Александр Доставалов күп тапҡыр яралана, әммә яугирҙәре менән етәкселек итеүҙе дауам итә. Сираттағы яраланыуы үлемесле була.

Псков ҡалаһының Орлецовское зыяратында ерләнгән.

Доставалов взводының уңышлы рейды Рәсәй командованиеһының һәләк булыусы 6-сы ротаға үтеп инеүҙең мөмкин булмауы тураһындағы бөтә раҫлауҙарын кире ҡаға.

Уның тол ҡатыны әйтеүе буйынса: ҡайһы бер хәрбиҙәрҙә Доставаловтың ҡылығы ризаһыҙлыҡ тыуҙыра: «Башҡалар булдыра алмаған, ә ул, күрәһегеҙме, булдыра алған!» — һәм уны яугирҙәрҙе белә-күрә үлемгә дусар итеүҙә ғәйепләйҙәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000 йылдың 21 июлендә, үлгәндән һуң)
  • Батырлыҡ ордены (1996)
  • «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалы

Оборона министрының бойороғо менән Александр Доставалов хәрби частың исемлегенә мәңгелеккә индерелгән[1]

Өфө ҡалаһындағы Еңеү паркында Башҡортостандың XX быуатта локаль һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙәренә һәйкәлдә Александр Доставаловтың исеме уйып яҙылған.

Псковта ҡала думаһы ҡарары менән Псков һауа-десант дивизияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән биҫтә урамдарының береһенә майор Доставалов исеме менән аталған.

Волга буйы федераль округының Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт кадет корпусына Герой исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Дементьев О. В., Клевцов В. В. Шаг в бессмертие. — М.: Звонница-МГ, 2007. — 336 с. — ISBN 978-5-88093-146-0.
  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә