Бессонов Александр Григорьевич
Александр Григорьевич Бессонов (14 декабрь 1848—1917) — мәғариф эшмәкәре, башҡорт тел белгесе һәм башҡорт фольклорсыһы.
Александр Григорьевич Бессонов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Вятка[1] ҡалаһы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Күкарҡа биҫтәһендә (Киров өлкәһенең Советск ҡалаһы) |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Мәғрифәтсе, тел белгесе, фольклорсы |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Григорьевич Бессонов 1848 йылдың 14 декабрендә Вятка[1] ҡалаһында ваҡ сауҙагәр һәм рухани ғаиләһендә тыуған. Атаһының теләге буйынса дини белем ала, тыуған яҡтарында халыҡ мәктәбендә уҡый, Глазов ҡалаһында рухани училище, Вяткала дини семинария тамамлай.
Дүрт йылға яҡын рухани училищела, рус-удмурт мәктәбендә һәм керәшен-татар мәктәбендә уҡыта. Ҙур тормош тәжрибәһе туплағас, Александр Григорьевич Бессонов Ҡазан дини академияла уҡый.
1877—1881 йылдарҙа Ырымбурҙағы татар уҡытыусылар мәктәбендә эшләй.
1881—1889 йылдарҙа Орскиҙағы ҡаҙаҡ уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта.
1889—1891 йылдарҙа Урал өлкәһенең ҡаҙаҡ мәктәптәре инспекторы булып эшләй. Бынан һуң 15 йыл буйына элекке Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙендә, ә 1906—1916 йылдарҙа Ур һәм Үрге Урал өйәҙҙәрендә халыҡ училищелары инспекторы булып эшләй.
1917 йылда Күкарҡа биҫтәһендә (Киров өлкәһенең Советск ҡалаһы) вафат була.
Фәнни-педагогик эшмәкәрлеге
үҙгәртергәАлександр Григорьевич Бессонов училищела һәм семинарияла уҡыған йылдарында уҡ татар, һуңыраҡ удмурт, башҡорт, ҡаҙаҡ, хатта грек, ғәрәп телдәрен өйрәнә. Уның фәнни-педагогик эшмәкәрлеге 1877 йылда, академия тамамлағас, башлана. 1880—1881 йылдарҙа «О говорах казанского татарского наречия и об отношении его к ближайшим к нему наречиям и языкам», «О значении названий татарских и башкирских селений Приуралья» тигән мәҡәләләрен яҙа, «Хрестоматия для киргизских училищ» китабын баҫтыра. Бында ҡаҙаҡ теле һәм училищелары тураһында һүҙ бара.
Башҡорт тел белгесе
үҙгәртергәБессонов — башҡорт диалектологияһына һәм топонимикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул оҙаҡ йылдар башҡорт йәнле һөйләү телен, уның диалект һәм һөйләш үҙенсәлектәрен өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә «О говорах казанского татарского наречия и об отношении его к ближайшим к нему наречиям и языкам» тигән хеҙмәте аша башҡорт диалектологияһына, «О значении названий татарских и башкирских селений Приуралья» хеҙмәте менән башҡорт топонимикаһына тәүге нигеҙ таштары һалына.
Башҡорт диалекттары уның «Первая после букваря книжка для чтения и практические первоначальные уроки для северо-восточных башкиръ» (Ҡазан, 1906), «Первая после букваря книжка для чтения и практические первоначальные уроки для юго-восточных башкиръ»(Ҡазан, 1906) китаптарында сағылыш таба.
Башҡорт телендә тәүге әлифбаларҙы төҙөүселәрҙең береһе. Ул 1907 йылда Ҡазанда «Букварь для башкиръ» исемле әлифба баҫтырып сығара. Рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән был әлифба һәр йәһәттән үҙенең камиллығы менән айырылып тора, иң мөһиме: унда башҡорт теленең фонетикаһы үҙенсәлектәре бөтә тулылығында бирелә, башҡорт теле өсөн хас өндәргә махсус хәрефтәр билдәләнә, яҙыу үрнәктәре күрһәтелә. Әлифба өн-хәреф принцибы буйынса төҙөлә. Дәреслектең тағы ла бер отошло яғы — унда әлифба хәрефтәренең ғәрәп графикаһы менән дә бирелеүе.
А. Г. Бессоновтың «Букварь для башкиръ» тигән дәреслеге 1907—1917 йылдарҙа рус-башҡорт мәктәптәрендә киң файҙаланыла.
Башҡорт фольклорсыһы
үҙгәртергәАлександр Григорьевич Бессоновтың башҡорттар өсөн күрһәткән тағы бер оло хеҙмәте — ул яҙып алып ҡалдырған башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре. «Букварь для башкиръ» китабында башҡорт халыҡ мәҡәлдәре, «Ҡаһым түрә», «Ихсан старшина» кеүек йыр үрнәктәре урын ала. Ур, Үрге Урал, Красноуфимск өйәҙҙәрендә халыҡ училищеларында инспектор булып эшләгән йылдарында ул әкиәтселәрҙән йөҙгә яҡын әкиәт яҙып ала һәм, руссаға тәржемә итеп, уларҙы 1909 йылда Рус география йәмғиәтенең этнография бүлегенә тапшыра. Был хеҙмәте өсөн ғалим 1909 йылда Рус география йәмғиәтенең алтын миҙалы менән бүләкләнә. А. Г. Бессонов яҙып алған башҡорт халыҡ әкиәттәре 1941 йылда Өфөлә «Башкирские народные сказки. Запись и перевод А. Г. Бессонова, под редакцией проф. Н. К. Дмитриева» тигән исем аҫтында баҫылып сыға. Аҙаҡ яңынан башҡорт теленә тәржемә ителеп, "Башҡорт халыҡ ижады"ның 18 томлыҡ баҫмаһында донъя күрә.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- О говорах казанского татарского наречия и об отношении его к ближайшим к нему наречиям и языкам // Журнал Министерства народного просвещения. — Т. ССХVI. 2-се бүлек. — СПб., 1881. — 220—242-се биттәр;
- О значении названий татарских и башкирских селений Приуралья;
- Хрестоматия для киргизских училищ;
- Первая после букваря книжка для чтения и практические первоначальные уроки для северо-восточных башкир. — Казань, 1906;
- Первая после букваря книжка для чтения и практические первоначальные уроки для юго-восточных башкир. — Казань, 1908;
- Букварь для башкиръ. — Казань, 1907;
- Башкирские народные сказки. Запись и перевод А. Г. Бессонова, под редакцией проф. Н. К. Дмитриева. — Уфа, 1941.
Наградаһы, исемен мәңгеләштереү
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1934 йылдан - [[Киров (Киров өлкәһе), Киров өлкәһе|Киров]].
- ↑ Сайт «Уфа — Новости города». Ученый из сказки — улица Бессонова (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Бессонов Александр Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2016)
- Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре. — Өфө, «Китап», 2003. — 18—20-се биттәр.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. — Өфө, «Китап», 1999. — 29—31-се биттәр;
- Ишбирҙин Э. Ф., И.Ғ. Ғәләүетдинов, Р. Х. Халиҡова. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө, «Китап», 1993. — 157-се бит;
- Муратов С. Н. Башкирская сказка в записи А. Г. Бессонова из рукописного собрания Института востоковедения АН СССР // История, культура, языки народов Востока. — М., 1970. — 178—189-сы биттәр;
- Сайт «Уфа — Новости города». Ученый из сказки — улица Бессонова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2016)