Семак Александр Владимирович
Семак Александр Владимирович (11 февраль 1966 йыл) — спортсы, шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987) һәм СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1990). Донъя (1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—91), Бөтә донъя универсиадаһы (1987) чемпионы, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994). Башҡортостан Республикаһының 5 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
Александр Семак | |
Файл:Alexander Semak.jpg | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тулы исеме |
Александр Владимирович Семак |
Гражданлығы | |
Клуб |
Салауат Юлаев (1983—1986) |
Тыуған датаһы |
11 февраль 1966 (58 йәш) |
Тыуған ере |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Тренеры |
А. Н. Емелин, |
Буйы |
178 см |
Ауырлығы |
86 кг |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Владимирович Семак 1966 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө) ҡалаһында тыуған. СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. «Салауат Юлаев» СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: А. Н. Емелин, В. И. Воробьев).
Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983—1986 һәм 2000—2002), Динамо Мск (1986 йылдан алып), Милли хоккей лигаһы клубтарында (АҠШ/Канада, 1992—1997), Фрайбург (Германия 1999—2000), Северсталь (2003—2004) һәм ХК МВД Тверь (2004—2005) командаларында уйнай. РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе, Европа юниор чемпионы (1983, 1984), Канада Кубогын көмөш призёры (1987), Донъя чемпионатының көмөш призёры (1987), «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1985, 1989) гәзит приздарына халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе һәм башҡалар. 2008—13 йылдар. Толпарҙа тренерлыҡ эшендә.
Карьера
үҙгәртергәХоккейсы булғанда
үҙгәртергә- 1983—1986 Салауат Юлаев
- 1986—1991 Динамо Мск
- 1991—1992 Динамо Мск
- 1992—1995 Нью-Джерси Девилз
- 1995 Тампа Бэй Лайтнинг
- 1995—1996 Нью-Йорк Айлендерс
- 1996—1997 Ванкувер Кэнакс
- 1999—2000 Фрайбург
- 2000—2002 Салауат Юлаев
- 2002—2003 Динамо Мск
- 2003—2004 Северсталь
- 2004—2005 ХК МВД Тверь
Тренеры булғанда
үҙгәртергә- 2005 ХК МВД-ТХК
- 2005—2006 ХК МВД Тверь
- 2006 ХК МВД Подольск
- 2006—2007 Крылья Советов-2
- 2007—2008 Крылья Советов
- 2008—2013 Толпар
Спорт ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- РСФСР (1981) халыҡтары Спартакиадаларының еңеүсеһе
- РСФСР (1982) халыҡтары Спартакиадаларының көмөш призёры
- СССР юниор чемпионы (1983)
- Европа юниор чемпионы (1983, 1984)
- Донъя йәштәр чемпионатының бронза призеры (1985, 1986)
- «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1985, 1989) гәзит приздарына халыҡ-ара турниры еңеүсеһе
- Донъя чемпионатының көмөш призёры (1987)
- Канада Кубогын көмөш призёры (1987)
- Бөтә донъя универсиадаһы (1987)
- СССР чемпионатының бронза призеры (1988)
- СССР чемпионы (1990, 1991)
- Донъя чемпионатының бронза призеры (1991)
- СНГ чемпионаты еңеүсеһе (1992)
- Баш тренер булғанда Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр бронза призеры (2009/2010), (2010/2011)
Награда һәм премиялары
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Салауат Юлаев рәсми сайт 2014 йыл 8 июль архивланған.