Александров Виктор Михайлович

Александров Виктор Михайлович (1 ғинуар 1936 йыл, Дондағы Ростов — 6 декабрь 2012 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалим-механигы, һығылмалыҡ теорияһының контактлы мәсьәләләре өлкәһендә хеҙмәттәр авторы. Физика-математика фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).

Александров Виктор Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Дондағы-Ростов, СССР
Вафат булған көнө 6 декабрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө физик
Эшмәкәрлек төрө механика твёрдого деформируемого тела[d]
Эш урыны Институт проблем механики РАН[d]
Уҡыу йорто Ростов дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Ворович Иосиф Израилевич-Гиршевич
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены медаль «В память 850-летия Москвы» СССР дәүләт премияһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы үҙгәртергә

1953—1958 йылдарҙа Ростов дәүләт университетының физика-математика факультетының (РДУ) механика бүлегендә уҡый[1]. Академик И. И. Воровичтың уҡыусыһы.

1963 йылда кандидатлыҡ, ә 1972 йылда — докторлылыҡ диссертациялары яҡлай. РДУ-ның «Һығылмалылыҡ теорияһы» һәм «Теоретик гидроаэромеханика» кафедраларында (1973—1977 йылдарҙа һуңғыһында мөдир булып), шулай уҡ РДУ-ның ғәмәли математика һәм механика ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

1978 йылда СССР Фәндәр академияһының (хәҙер — РФА-ның) Механика проблемалары институтына (ИПМ) «Үҙле һығылмалы есемдәр механикаһы» лабораторияһына эшкә күсә, ә һуңынан оҙаҡ йылдар ошо институтта «Тотош мөхитле деформацияланған есемдәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеү механикаһы» лабораторияһы менән етәкселек итә. 1981 йылдан алып бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университетының һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһы профессоры вазифаһында эшләй [2]. Шулай уҡ Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында уҡыта.

Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса Милли комитет, Трибология буйынса милли комитет, Рәсәй Фәндәр академияһының деформацияланған ҡаты есемдәр механикаһы буйынса фәнни советы, Трибология буйынса ведомство-ара ғилми совет бюроһы ағзаһы. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1996) һәм мөхбир ағзаһы (2000)[3].

1995 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ була, 2002 йылда ғалимдар коллективы составында «Тотош мөхиттәр механикаһының динамик контактлы мәсьәләләре» эштәр циклы өсөн 2001 йыл өсөн Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты була[3][4].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

В. М. Александров — механикала яңы фәнни «Тотош мөхиттәр механикаһының ҡатнаш сиктәш шарттары булған классик булмаған мәсьәләләре» йүнәлешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Механика мәсьәләләр менән бер рәттән, В. М. Александров беренсе төр интеграль Фредгольм тигеҙләмәләре менән бәйле ҡатмарлы математик мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә. Уның ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә стандарт булмаған билдәләүсе нисбәтле һыҙыҡлы-деформацияланған мөхиттәрҙең контакт мәсьәләләре, контакт ваҡытында туҙыу мәсьәләләре, ҡатмарлы геометрия осрағында һығылмалы есемдәрҙең контакт мәсьәләләре, йоҡа стеналы көсөргәнеш концентраторлы һығылмалы есемдәрҙең ныҡлығы мәсьәләләре [5][6], шулай уҡ тышлыҡтар һәм пластиналар теорияһы, шул иҫәптән уларҙың шыйыҡлыҡ йәки деформацияланған мөхит менән үҙ-ара тәьҫир итешеүе мәсьәләләре инә[7].

В.M. Александровтың хеҙмәттәрендә, ҡытыршы есемдәр өсөн һыҙыҡлы булмаған туҙыу осрағында һәм ышҡылыу тыуҙырған йылылыҡ бүленеүен иҫәпкә алып һыҙыҡлы булмаған ышҡылыу законы осрағында контакт проблемалары, шулай уҡ контактҡа ингән өҫлөктәрҙең иреүенә бәйле күп кенә контакт туҙыу мәсьәләләре ҡуйыла һәм хәл ителә. Ул тәҡдим иткән бындай проблемаларҙы хәл итеү ысулы күренештең төп характеристикалары өсөн ҙур һәм ҡыҫҡа туҙыу ваҡытында асыҡланған асимптотик тарҡалыуҙарҙы төҙөү мөмкинлеген бирә.[8].

В. М. Александровтың баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре һаны 350-нән ашыу, шулар иҫәбендә туғыҙ монография. В. М. Александров 30 физика-математика фәндәре кандидаты әҙерләй, шуларҙың 7-һе һуңыраҡ докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, дәрәжәле ғилми журналдарҙың мөхәрририәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, фәнни һәм махсуслаштырылған советтар ағзаһы була. Ул механика буйынса иң оҙайлы семинарҙарҙың береһен етәкләй[9], уларҙың ултырыштары һаны 600-ҙән артып китә.

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Александров В. М., Мхитарян С. М.  Контактные задачи для тел с тонкими покрытиями и прослойками. — М.: Наука, 1983. — 488 с.
  • Александров В. М., Коваленко Е. В.  Задачи механики сплошных сред со смешанными граничными условиями. — М.: Наука, 1986. — 336 с.
  • Александров В. М., Сметанин Б. И., Соболь Б. В.  Тонкие концентраторы напряжений в упругих телах. — М.: Физматлит, 1993. — 224 с. — ISBN 5-02-014867-9.
  • Александров В. М., Пожарский Д. А.  Неклассические пространственные задачи механики контактных взаимодействий упругих тел. — М.: Факториал, 1998. — 288 с. — ISBN 5-88688-035-6.
  • Механика контактных взаимодействий / Под ред. И. И. Воровича, В. М. Александрова. — М.: Физматлит, 2001. — 672 с. — ISBN 5-9221-0154-4.
  • Александров В. М., Чебаков М. И.  Аналитические методы в контактных задачах теории упругости. — М.: Физматлит, 2004. — 304 с. — ISBN 5-9221-0519-1.
  • Александров В. М., Чебаков М. И.  Введение в механику контактных взаимодействий. — 2-е изд. — Ростов-н/Д: ООО «ЦВВР», 2007. — 114 с. — ISBN 5-94153-089-7.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә