Александрова Людмила Николаевна
Александрова Людмила Николаевна (18 август 1908 йыл — 11 июль 1983 йыл) — СССР ғалимы, тупраҡ белгесе, СССР дәүләт премияһы лауреаты.
Александрова Людмила Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 18 август 1908 |
Тыуған урыны | Владивосток, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 11 июль 1983 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Пушкин[d], Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институты[d] Санкт-Петербург дәүләт университеты Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты[d] |
Уҡыу йорто | Государственный дальневосточный университет[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюдмила Николаевна Александрова 1908 йылдың 18 авгусында Владивостокта һуғыштан һуң гидролог булып эшләгән хәрби ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте һәм (1924) Алыҫ Көнсығыш университеты ауыл һәм урман хужалығы факультетының агрономия бүлеген тамамлай (1929), һәм Приморье ауыл хужалығы тәжрибә станцияһына ебәрелә, унда хужалығы тәжрибә станцияһында ебәрә һәм студент йылдарынан уҡ ассистент булып эшләй.
1930 йылдан Ленинградта СССР ФА Тупраҡ институтында академик К. К. Геродойц лабораторияһында (Тупраҡ институты Мәскәүгә күсерелгәндән һуң Ленинград Бөтә Рәсәй ашлама һәм агротупраҡсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты): химик-аналитик, 1934 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Ленинград Дәүләт университетында профессор С. П. Кравковта аспирантура тамамлай һәм 1936—1942 йылдарҙа тәүҙә ассистент, ә һуңынан тупраҡ фәне кафедраһында доцент була.
1940 йылдың май айынан Пушкин ауыл хужалығында уҡыта. Шул уҡ йылдың декабрь айында доцент дәрәжәһендә раҫлана.
Һуғыш башлағандан һуң, ҡала тирәләй оборона ҡоролмаларын төҙөүҙә ҡатнаша (окоп ҡаҙыуҙа). 1942 йылда Ҡурған ҡалаһына эвакуациялана, шунда ауыл хужалығы техникумында химия һәм тупраҡ фәне буйынса уҡыта. 1943 йылдың ноябренән Мәскәү дәүләт унгиверситетының тупраҡ фәне кафедраһы доценты.
1944 йылдың июлендә Ленинградҡа әйләнеп ҡайта, Пушкин ауыл хужалығы институтында эшләй. Тупраҡ фәне кафедраһы мөдире профессор М. И. Рожанец үлгәндән һуң 1948 йылдың авгусынан тупраҡ фәне кафедраһы мөдире (Пушкин ауыл хужалы институты Ленинград ауыл хужалығы институтын менән берләшкәндән һуң (ЛСХА) уның исемен ала). ЛСХИ тупраҡ фәне кафедраһын утыҙ йыл —1978 йылдың октябренә тиклем етәкләй, артабан профессор вазифаһын биләй.
Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1953, диссертацияһының темаһы «Перегнойные вещества и процессы их взаимодействия с минеральной частью почвы»).
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1969). 1977 йылда, «Почвоведение» дәреслегенең авторҙарының береһе булараҡ СССР дәүләт премияһына лайыҡ була. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966 һәм 1961 йылда) һәм СССР ВДНХ-ның бер нисә миҙалы менән бүләкләнә.
Санкт-Петербург дәүләт аграр университетының Ғилми советы ҡарары менән 1996 йылдың 19 апрелендә тупраҡ фәне кафедраһына Л. Н. Александрова исеме бирелә.
Хеҙмәттәре:
- Лабораторно-практические занятия по почвоведению : учеб. пособ. для ВУЗов / Л. Н. Александрова, О. А. Найденова; под ред. Л. Н. Александровой. — М., Л. : Сельхозгиз, 1957. — 214 с. : ил. — (Учебники и учебные пособия для вузов).
- Лабораторно-практические занятия по почвоведению : учеб. пособ. для ВУЗов / Л. Н. Александрова, О. А. Найденова; под ред. Л. Н. Александровой. — 4-е изд., перераб. и доп. — Л. : Агропромиздат, Ленингр. отд-ние, 1986. — 295 с. : ил. — (Учебники и учебные пособия для вузов).
- Почвоведение : учебник для ВУЗов по спец. «Агрохимия и почвоведение» / И. С. Кауричев, Л. Н. Александрова др. ; под ред. И. С. Кауричева . — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Колос, 1982. — 496 с. : ил. — (Учебники и учебные пособия для высших сельскохозяйственных учебных заведений)
- Практикум по основам геологии : учеб. пособ. для сельскохозяйственных ВУЗов / Л. Н. Александрова, О. А. Найденова, О. В. Юрлова. — М. : Высшая школа, 1966. — 151 с.
- Органическое вещество почвы и процессы ее трансформации [Текст] / Л. Н. Александрова. — Л. : Наука : Ленингр. отд-ние, 1980. — 287 с. : ил.; 22 см.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- К 100-летию со дня рождения Людмилы Николаевны Александровой [Текст] / И. Н. Донских [и др. ] // Почвоведение. — 2009. — N 1. — С. 124—126 .
- http://e-heritage.ru/ras/view/person/history.html?id=48534169(недоступная ссылка)
- Александрова Людмила Николаевна. Почв. 1908—1983. Некр. // 1) Почвоведение. — 1984. — No 1. — С. 140—141; 2) Там же. — No8. -С. 150—154.
- https://nestorbook.ru/uDrive/file/572/faffab54b5e5d5f2425a0085f37fade4 2019 йыл 4 июль архивланған.
- Ефимов В. Н. Жизненный и творческий путь профессора Л. Н. Александровой // Почвоведение, 1984, № 8;
- Найденова О. А. Воспоминания о Людмиле Николаевне Александровой // Гумус и почвообра- зование. СПб., 2009;
- Найденова О. А., Ефимов В. Н. Вклад профессора Л. Н. Александровой в учение об органическом веществе // Почвоведение, 1989, № 1.
- Людмила Николаевна Александрова — крупнейший ученый-почвовед по исследованию органического вещества почв / Н. А. Донских др. // Гумусное состояние почв : материалы Междунар. науч. конф., посвящ. 100-летию со дня рождения проф. Л. Н. Александровой / С.-Петерб. гос. аграр. ун-т; редкол.: И. Н. Донских и др. — СПб, 2008. — С. 4-12.
- Ефимов, В. Н. О вкладе профессора Л. Н. Александровой в изучение органического вещества почв / В. Н. Ефимов // Гумус и почвообразование : сб. науч. тр. / С.-Петерб. гос. аграр. ун-т. — СПб., 1998. — С. 3-10
- Сычева, С. А. Женщины в российском почвоведении и агрохимии / С. А. Сычева // Агрохимический вестник. — 2003. — № 3. — С. 7-11.
- Факультет почвоведения и агроэкологии СПбГАУ. 1945—2005. Преподаватели и выпускники о факультете и о себе / С.-Петерб. гос. аграр. ун-т; сост.: В. Н. Ефимов и др.; лит. ред., фотоработы М. В. Новицкого. — СПб. : СПбГАУ, 2005. — 120 с.
- От истоков до наших дней. Кафедра почвоведения имени Л. Н. Александровой : (История становления и развития кафедры) / С.-Петерб. гос. аграр. ун-т; сост.: И. Н. Донских и др. — СПб. : СПбГАУ, 2006. — 112 с.