Албания ҡалалары

Wikimedia-Listn

Албанияла рәсми рәүештә ҡала статсуны эйә барлығы 74 тораҡ пункт[1][2][3]. Илдең баш ҡалаһы, бер үк ваҡытта иң ҙуры ла — Тирана. Ҙурлығы буйынса икенсе урында — Дуррес ҡалаһы.

Албания ҡалалары
Дәүләт  Албания
Был исемлектә Ҡала
Исемлеккә ҡараған категория Категория:Албания ҡалалары
 Албания ҡалалары Викимилектә

Албания ҡалалары исемлегенә халҡы 10 000 кешенән ашыу ҡалалар ингән:[4]

Урыҫса
атама
Албанса
атама
Йәниҫәп
07-01-1979
Йәниҫәп
14-04-1989
Йәниҫәп
01-04-2001
Йәниҫәп
01-10-2011
Картала Фото Комментарий
Берат Berat 33 400 42 957 44 191 36 496 40°42′22″ с. ш. 19°56′28″ в. д.HGЯO
Берат префектураһы һәм округы административ үҙәге. 2008 йылда ҡаланың тарихи үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә Ғосман империяһы осороноң яҡшы һаҡланған ҡала төҙөлөшө булараҡ индерелгән .
Буррели Burreli 6400 10 343 12 139 10 862 41°36′38″ с. ш. 20°00′45″ в. д.HGЯO
Мати округы административ үҙәге. Атаҡлы кешеләренең береһе - Әхмәт Зогу, 1928 - 1939 йылдарҙа Албания короле.
Влёра Vlorë 56 200 71 662 77 691 79 513 40°27′16″ с. ш. 19°29′12″ в. д.HGЯO
Влёра префектураһы һәм округы административ үҙәге. Адриатик диңгеҙ ҡултығындағы ярҙа Влёра бухтаһындағы порт.
Гирокастра Gjirokastër 19 400 24 207 20 630 19 836 40°04′27″ с. ш. 20°08′19″ в. д.HGЯO
Бер үк исемле өлкә һәм округтың административ үҙәге. Албан лидеры Әнүәр Хужаның (рус. Энвер Ходжа тыуған ҡалаһы. Ҡала-музей статусына эйә.
Грамши Gramsh 5300 ... 10 477 8440 40°52′12″ с. ш. 20°11′01″ в. д.HGЯO
Боронғо ҡала һәм муниципалитет - Үҙәк Албаниялағы Эльбасан өлкәһе. Италия коммунисы Антонио Грамшиның ата-бабалары ошо ҡаланан булған.
Дуррес Durrës 66 200 82 719 99 546 113 249 41°18′47″ с. ш. 19°26′47″ в. д.HGЯO
Албанияның ҙурлығы буйынса икенсе урында торған, тарихи ҡомартҡыларға иң бай ҡалаһы. Адриатик диңгеҙ ярында Тирананан 33 км көнбайыштараҡ урынлашҡан.
Кавая Kavajë 20 900 25 200 24 817 20 192 41°11′03″ с. ш. 19°33′43″ в. д.HGЯO
Кавая округының административ үҙәге. Транспорт үҙәге. Социализм осоронда төбәктең сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҙәге булған. Урындағы «Беса» футбол клубы ил чемпионаттарында ҡатнаша, Албанияның футболу буйынса беренсе дивизионына инә.
Камза Kamëz ... ... ... ... 41°23′06″ с. ш. 19°45′36″ в. д.HGЯO
Корча Korçë 52 800 63 623 55 130 51 152 40°36′53″ с. ш. 20°46′45″ в. д.HGЯO
Корча өлкәһе һәм округының административ үҙәге, диңгеҙ кимәленән 850 м бейеклектә урынлашҡан.
Круя Krujë 9600 ... ... ... 41°28′45″ с. ш. 19°43′14″ в. д.HGЯO
Круя округының административ үҙәге . Ҡаланың атамаһы алб. krua — яҙ тигәндән килеп сыҡҡан.Ҡалала Скандербег (Георг Кастриоти) — Албанияның милли ҡаһарманы донъяға килгән, ҡалала уның музейы бар.
Кукес Kukës 9500 13 511 16 686 ... 42°04′42″ с. ш. 20°25′06″ в. д.HGЯO
Кукес өлкәһендәге шул уҡ исемле ҡала, Сербияның — Косово һәм Метохия автономиялы округы сигенә яҡын.
Кучова Kuçovë 17 200 21 709 18 100 12 654 40°48′19″ с. ш. 19°54′54″ в. д.HGЯO
Берат округындағы ҡала [[]]. Коммунистик осорҙа сәнәғәт үҙәге булған.
Лежа Lezhë 6900 10 300 14 495 15 510 41°46′46″ с. ш. 19°38′44″ в. д.HGЯO
Лежа өлкәһе административ үҙәге.Ҡалала Сәлимиә мәсете бар — ул милли ҡаһарман Скандербег мемориалы булып тора.
Люшня Lushnjë 22 000 29 821 32 580 27 000 40°56′35″ с. ш. 19°42′15″ в. д.HGЯO
Фиери префектураһындағы ҡала, Люшня округы үҙәге. 1920 йылда ваҡытлыса баш ҡала булған. Ҡалала дәүләт эшмәкәре Ват Кореши һәм йырсы Ваче Зела тыуған.
Лячи Laç 9500 ... ... ... 41°38′11″ с. ш. 19°42′45″ в. д.HGЯO
Патос Patos 11 600 ... ... ... 40°40′59″ с. ш. 19°37′19″ в. д.HGЯO
Илдең көньяҡ-көнбайышындағы ҙур булмаған ҡала. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында албан нефть сығарыу үҙәге булараҡ үҫешә.
Пешкопия Peshkopi 7800 12 320 14 136 13 251 41°41′06″ с. ш. 20°25′57″ в. д.HGЯO
Мөһим сәнәғәт үҙәге. Дибра префектураһының һәм округының баш ҡалаһы.
Поградец Pogradec 13 000 ... 23 843 20 848 40°54′08″ с. ш. 20°39′16″ в. д.HGЯO
Корча өлкәһенең Поградец округы үҙәге. Мокра тауҙарының итәгендә урынлашҡан Охрид күленең көньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан.
Саранда Sarandë 10 900 ... 12 543 ... 39°51′35″ с. ш. 20°01′36″ в. д.HGЯO
Влёра префектураһындағы ҡала-курорт, Ион диңгеҙе ярында, Корфу грек утрауына ҡаршы урынлашҡан. Саранда портын йыш ҡына «Албанияның көньяҡ ҡапҡаһы» тип атайҙар.
Тирана Tiranë 189 000 238 057 343 078 418 495 41°19′44″ с. ш. 19°49′04″ в. д.HGЯO
Баш ҡала, илдең төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Тирана өлкәһенең һәм округының административ үҙәге.
Фиери Fier 33 100 43 086 56 297 55 845 40°43′30″ с. ш. 19°33′29″ в. д.HGЯO
Фиери өлкәһенең һәм округының административ үҙәге. XVIII быуатта барлыҡҡа килтерелгән.
Шкодер Shkodër 65 000 79 920 82 455 76 000 42°04′06″ с. ш. 19°30′44″ в. д.HGЯO
Албанияның иң билдәле һәм боронғо ҡалаларының береһе. Скадар күле ярында урынлашҡан.
Эльбасан Elbasan 61 200 80 650 87 797 78 703 41°06′47″ с. ш. 20°04′54″ в. д.HGЯO
Шул уҡ исемле өлкәһенең һәм округының административ үҙәге. Ҡалала музейлы XV быуат ҡәлғәһе бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. A new urban-rural classification of the Albanian population 2016 йыл 19 октябрь архивланған.
  2. Sa qytete dhe fshatra ka Shqipëria? 2018 йыл 28 март архивланған.
  3. Population and Housing Census 2011 2017 йыл 30 июнь архивланған.
  4. Albania: Prefectures and Major Cities (ингл.). City Population. Дата обращения: 7 июнь 2017.