Албанияла туризм
Хәҙерге көндә Албанияла туризм көсһөҙ әле, шулай ҙа етеҙ темп менән үҫешә. Албанияның Милли статистика институты докладына ярашлы, 2009 йылда илдә 5888 номерлы һәм 11 932 урынлы 369 отель булған. 2009 йылда Албанияға 1,5 миллионға яҡын сит ил турисы килгән, шуларҙың яҡынса 236 меңе ҡунаҡханаларҙа туҡтаған һәм уларҙа 540 мең кеше төн уҙғарған[1].
Албания туристарҙы Боронғо Греция һәм Рим, шулай уҡ Ғосман империяһы осороноң бай археологик мираҫы, һалҡын һуғыш заманы артефакттары, бик таҙа пляждары, тау һуҡмаҡтары, традицион албан кухняһы ризыҡтары һәм үҙенсәлекле ауыл ере атмосфераһы менән үҙенә тарта. 2013 йылда Америка Huffington Post онлайн-баҫмаһы Албанияны[2] барып күрерлек 10 сәбәпте миҫалға килтерә. 2011 йылдың авгусында албан сығышлы америка актрисаһы Элайза Душку, атаһының тыуған иле тураһында «Ҡәҙерле Албания» (ингл. Dear Albania)[3][4][5][6] тип аталған фильм төшөрөр өсөн, Албанияға килә. Албанияға «Урта диңгеҙҙең яңы мөхәббәте» тигән титул тағылған һәм йыш ҡына ҡулланыла, ә бөгөнгә көндә уны «Европаның һуңғы сере»[7] тип атайҙар.
Сит ил туристарының төп өлөшө Албанияға Косовонан, Македониянан, Черногориянан, Грециянан һәм Италиянан[8], шулай уҡ Польшанан һәм Чехиянан, тағы ла Көнбайыш Европа илдәренән — Германиянан, Бельгиянан, Нидерландынан, Франциянан, Скандинавия илдәренән һ.б. илдәрҙән[9] туристар килә. Албанияға тәүге тапҡыр барыр алдынан туристарға, онлайн йәки матбуғат баҫмалары һәм туристик Интернет-форумдарҙа аныҡ һорауҙар биреп, маршрут хаҡында белешмә алырға һәм урындағы туроператорға турҙа ҡатнашыу маҡсатын әйтеп, заказ бирергә тигән тәҡдимдәр бирелә. Бэкпекерҙар Албанияла ятаҡтарҙа, ауылдарҙағы кемпингтарҙа йә яр буйына урынлашыуҙы хуп күрә. Ойошҡан турист төркөмдәре, ҡағиҙә булараҡ, күп һанлы археологик һәйкәлдәрҙе һәм тарихи ҡалаларҙы барып күрә. Рафтинг-турҙар, велосипед турҙары, шулай уҡ ауыл ерендәге юлһыҙ урындарҙан сәйәхәт итеү һорау менән файҙаланыла. Һуңғы осорҙа Тиранала һ.б. ҡалаларҙа автомобиль прокаты буйынса агентлыҡтар, турбюро һәм туристик мәғлүмәт үҙәктәре асыла. Албанияла медицина туризмы популяр була бара, иң тәүҙә — стоматология туризмы, сөнки албан теш табиптары Көнбайыш Европа стоматологтарына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ хаҡтар тәҡдим итә.
Әммә илдә туризм үҫешен күп кенә факторҙар: юлдарҙың, коммуналь хужалыҡтың түбән сифатлы булыуы, санкцияланмаған сүплектәр, законһыҙ төҙөлөштәр һәм браконьерлыҡ, ер участкаларына милек хоҡуғының тәртипкә һалынмауы тотҡарлай. Шуға ҡарамаҫтан, Европа Союзы фонды ярҙамы менән илдә юлдарҙы, йәмәғәт туҡланыу предприятиеларын, таҙартыу ҡоролмаларын ҡутарып яңынан төҙөү (реконструкция) һәм баштан башлап төҙөү йәйелдерелгән. Албания хосуси секторы һәм сит ил инвесторҙары күсемһеҙ милек төҙөүгә һәм тарихи урындарҙы тергеҙеүгә (реконструкция) байтаҡ аҡса индерә, шулай уҡ курорттар һәм порттар төҙөү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерә.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәҠалалар һәм археологик ҡаҙыныу урындары
үҙгәртергәТуристар иң йыш килә торған Албания ҡалалары:
- Дуррес
- Берат
- Гирокастра
- Круя
- Шкодер, атап әйткәндә, был ҡалала Розафа һарайы (замок) урынлашҡан
- Тирана, геүләп торған төнгө тормош баш ҡалаһы ул
- Влёра
- Лежа
- Поградец
- Саранда
- Корча.
Иң йыш ҡаралған археологик объекттар:
- Иллирий Аполлонияһы
- Антигония
- Биллис
- Бутринти.
Иҫтәлекле ғәжәйеп тәбиғәт биләмәләре
үҙгәртергәАлбания үҙенең мауыҡтырғыс пейзаждары менән билдәле. Уларҙан иң популярҙары:
- Албан Ривьераһы, Ионико диңгеҙе буйындағы Влёранан Сарандаға саҡлы һуҙылған яр буйы зонаһы. Албанияның яр буйы һыҙаты, дөйөм алғанда, 450 км-ҙан ашыуға һуҙылған[10],
- Ҡараборон-Сазан — илдең тәүге һәм берҙән-бер милли диңгеҙ паркы, Ривьераның бер өлөшө;
- Проклетие, йәки Төньяҡ Албаниялағы «Ҡарғалған тауҙар» («Проклятые горы»). Албания территорияһының 70 %-н тауҙар биләй;
- Кельменд — Албанияның төньяҡ өлөшөндәге төбәк;
- «Зәңгәр күҙ» — көньяҡ Албаниялағы карст сығанағы;
- Комани-Ферри күленән Төрьяҡ Албания тауҙарына мауыҡтырғыс күренеш асыла;
- Осум-Каньон — Албанияның 20 километрға һуҙылған иң эре йылға йырмағы (каньоны), Скрапари округындағы Чороводтан йыраҡ түгел урынлашҡан;
- Дуррестан төньяҡҡараҡ ятҡан яр буйы райондары һәм Кавая эргәһендәге пляж;
- Черногория сигенән йыраҡ түгел Ада Бояналағы курорт урын-ерҙәре, һәм Лежа янындағы Шенджин;
- Адриатика диңеҙендә Дивьяка янындағы Караваста лагунаһы;
- Томори тауына яҡын Грамши округындағы Сотира шарлауығы;
- Эльбасан округындағы Бельш күлдәре;
- Тепелены янындағы Нивица һәм Прогонат һәм Колёня округындағы Лангарица каньондары.
Ауыл ер-урындары
үҙгәртергәАлбания агротуризмының төп йүнәлештәре:
- Тау ауылы Воскопоя, шулай уҡ Корча янындағы Дардьё, Вихкук һәм Дреновё ауылдары
- Охрид күле янындағы Удёништ
- Албанияның көньяҡ-көнсығышындағы Пермети округы, Гирокастра янындағы Либохова ауылы
- Шкодер күле эргәһендәге балыҡсылар ауылы Широка
- Поградецтан көнсығышҡа табан Дрилон аҡҡоштар паркы
- Эльбасана янындағы Джинар ауылы, Грамши округындағы Кукур һәм Кукес өлкәһендәге Шиштевац
- Лежа округындағы матур күренешле Фуше-Кукё һәм Шенколь райондары
- Руг һәм Эльбасан эргәһендәге ҡала яны буйы зонаһы һәм Тирана ҡалаһы ситендәге Дашт тауы панорамаһы
Панорамалы маршруттар
үҙгәртергәАлбанияла бик күп панорама маршруттары бар, шуларҙың иң мөһимдәре:
- Влёра — Саранда — Албан Ривьераһы буйындағы, яр буйы Влёраһынан башлап, Цераний тау теҙмәләре буйлап Логара артылышы аша, Албанияның көньяҡ-көнбайыш маршруты;
- Төньяҡ Албаниялағы Фан йылғаһы үҙәне буйлап һуҙылған А1 автострадаһы;
- SH78 Джергукат — Дельвине — Көньяҡ Албаниялағы Dropulli Plain күренешенә сығарған маршрут;
- Sh75 Корча — Эршекё — Гирокастра — Пермети — Кёльчири — Тепелена;
- Эльбасан — Поградец — Шкумбини йылғаһы үҙәне һәм Охрид күле буйы маршруты;
- Проклетиелағы Коплик — Тети һәм Коплик — Вермош, текә ҡаялар күренешен күҙәтерлек тау түбәләре һәм кристалл кеүек таҙа йылғалары һәм шарлауыҡтары булған маршрут.
Фестивалдар һәм мәҙәни мираҫ
үҙгәртергәАлбан мәҙәниәите үҙенең бай фольклоры һәм үҙенсәлекле традициялары менән билдәле. Илдә даими рәүештә мәҙәни фестивалдәр үтә:
- Гирокастралағы милли фольклор фестиваль (алб. Festivali Folklorik Kombëtar i Gjirokastrës), Гирокастрала биш йылға бер уҙғарыла (һуңғылары 2009 йылдың сентябрендә, 2014 йылда ойошторолдо). Йыл дауамында Албанияның күп төбәктәре урындағы һөнәрҙәр һәм аш-һыу күргәҙмәләре, фестивалдәре ойоштора.
- Албания музейҙары араһында — Тираналағы милли тарих музейы, Круялағы Скандербег музейы, Лежала Скандербег ҡәбере, һәм башҡа ҡалаларҙағы күп төрлө этнографик музейҙар.
- Традицион албан туй тантаналары күпселеген йәй көнө уҙғарыла һәм туристарға, уларҙы күреп, ыңғай тәьҫораттар алыу мөмкинлеге асыла. Өлкән йәштәге консерватив кешеләр (нигеҙҙә илдең төньяғында йәшәүселәр) көндәлек тормошта һаманға тиклем традицион кейем кейә. Көньяҡта йәшәгән өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ ғәҙәттә ҡара төҫтәге кейемдә йөрөй.
- Йәйге кистәрҙә ял итеп йөрөп килеү албандарҙа традицион ғәҙәт. Көндөҙ кафелар ғәҙәттә пенсионерҙар һәм студенттар менән тулы булһа, шул уҡ ваҡытта ғаилә парҙары урындағы парктарҙа ял итергә ярата. Тиранала, бигерәк тә элек юғары дәрәжәле партия чиновниктары резиденцияһы урынлашҡан Билоку районында, әүҙем төнгө тормош ҡайнай. Көндөң икенсе яртыһында ғәҙәттә сиеста ойошторола — төштән һуң бер нисә сәғәткә ҡайһы бер магазиндар бикләнә.
- Албандар осрашҡанда ҡаты тәртип ҡағиҙәһе йәшәй[11].
ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы теҙмәһе
үҙгәртергәАлбанияла ике бөтә донъя мираҫы объекты урынлашҡан:
- Бутринти археологик музей-ҡурсаулығы
- Берат һәм Гирокастра тарихи үҙәге.
Туризм үҫеше проблемалары
үҙгәртергәИлдәге туризм индустрияһының төп проблемаһы - тармаҡ үҫешенең аныҡ стратегияһы юҡлығы. Туризм үҫешен тотҡарлаусы яйға һалынмаған проблемалар: территориялар үҫеше буйынса комплекслы план булмауы, контролдә тотолмаған сүплектәр, юл һәм коммуналь хужалыҡтарҙың түбән сифатлылығы, браконьерлыҡ, ҡайһы бер ер участкаларына милек хоҡуғы буйынса бәхәстәр һ.б. күп кенә хәл ителмәгән мәсьәләләр. Туристик сфера өсөн кадрҙар әҙерләүҙең аныҡ системаһы ла юҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список объектов Всемирного наследия ЮНЕСКО в Албании
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://web.archive.org/web/20110304045346/http://www.instat.gov.al/graphics/doc/downloads/publikime/2010/Shqiperia_ne_shifra%202010.pdf
- ↑ Giray, Leyla. 10 Reasons 2013 Is The Time To Visit Albania, Huffington Post (27 December 2012).
- ↑ Rider, Taryn. Eliza Dushku On Her Albanian Passion Project: I Have An Emotional Connection To This Country (EXCLUSIVE Q&A), Celebuzz (July 3, 2012). 10 июль 2012 тикшерелгән. 2013 йыл 17 декабрь архивланған.
- ↑ Dushku, Eliza. Why You Must Visit Albania, Huffington Post (September 2, 2011). 11 март 2012 тикшерелгән.
- ↑ http://news.bostonherald.com/track/star_tracks/view/2011_0808inside_track_headline_2/srvc=home&position=also 2012 йыл 12 сентябрь архивланған.
- ↑ Eliza Dushku në Tiranë, promovon vlerat turistike të Shqipërisë . Koha.net (6 август 2011). Дата обращения: 7 август 2011.
- ↑ ALBANIE 2009 LE PETIT FUTE By AL.
- ↑ Treguesit statistikorë të turizmit 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ Turizmi ne Shqiperi: Reklama per Evropen Lindore, Shqiperia.com
- ↑ Tourist Attractions in Albania — VirtualTourist 2013 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ http://www.balkanology.com/albania/article_albania_for_beginners.html 2013 йыл 19 июль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Outdoor Albania
- Albanian Tourism Official Portal
- Albania at In Your Pocket City Guide
- Albanian Tourism Map 2014 йыл 15 июль архивланған.
- Albanian Travel Magazine
- Authentic Albania Accommodation Standard
- Ministry of Urban Development and Tourism of Albania
- Albanian Tourist: Building a Better Albania
Албанияла туризм Викимилектә |