Аксаков Константин Сергеевич
Аксаков Константин Сергеевич (10 апрель 1817 йыл — 19 декабрь 1860 йыл[5]) — рус публицисы, шағир, әҙәби тәнҡитсе, тарихсы һәм лингвист, рус славянофилдарының башлығы һәм славянофиллыҡ идеологы[6]; яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаков менән Суворов генералы Семен Заплатиндың һәм әсирлеккә төшкән төрөк ҡыҙы Игель-Сюмдең ҡыҙы Ольга Сёменовна Заплатинаның өлкән улы.
Аксаков Константин Сергеевич | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Патронимы йәки матронимы | Сергеевич[d] |
Тыуған көнө | 10 апрель 1817[3][1] |
Тыуған урыны | Аксаково[d], Боғорослан районы, СССР[3] |
Вафат булған көнө | 19 декабрь 1860[3][1][4] (43 йәш) |
Вафат булған урыны | Закинф[d], Закинтос[d], Закинф (ном)[d], Ионические острова[d], Греция[3] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | туберкулёз |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Атаһы | Аксаков Сергей Тимофеевич[3] |
Бер туғандары | Вера Сергеевна Аксакова[d], Аксаков Иван Сергеевич һәм Аксаков Григорий Сергеевич |
Нәҫеле | Аксаковы[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, фәлсәфәсе, яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе |
Уҡыу йорто | Мәскәү император университеты[d][3] |
Кемдә уҡыған | Юрий Иванович Венелин[d] |
Аксаков Константин Сергеевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәКонстанти́н Серге́евич Акса́ков 1817 йылдың 10 апрелендә Ырымбур губернаһының Аксаково ауылында тыуған. Ғүмеренең баштағы туғыҙ йылын Знаменское-Аксаков ауылында үткәрә. 1826 йылда, атаһы ғаиләһе менән Мәскәүгә күсә. 1830 йылдар башында М. П. Погодин п. м. пансионында тәрбиәләнә. А. Д. Милютин хәтерләүенсә. «шул уҡ ваҡытта 1831 йылда үҙенең уҡыуға һәләтле һәм отҡор булыуын күрһәтә». 1832 йылда 15 йәшендә Мәскәү университетының әҙәбиәт бүлексәһендә студент була, профессорҙар Павлов, Надеждин, Победоносцевтарҙа уҡый. 1835 йылда кандидатлыҡ дипломын ала.
Университетта уҡыған саҡта Белинский һәм Бодянский менән бергә Станкевич түңәрәгенә йөрөй. Немец классик фәлсәфәһе (бөтәһенән элек Гегель) менән мауыға. Уның йоғонтоһо Аксаковтың 1846 йылдағы магистрлыҡ һәм башҡа эштәрендә сағылыш таба. 1837 йылда Станкевичтың сит илгә китеүе сәбәпле түңәрәк тарҡала һәм Аксаков славянофилдар: А. С. Хомяков, В. И. Киреевский, Ю. Ф. Самарин- менән яҡынлаша. 1838 йылда сит илдә булып, унан биш айҙан һуң ҡайта.
К. С. Аксаковтың тәүге шиғырҙары «Телескоп», «Молва», «Московский наблюдатель», «Отечественные записки» журналдарында йыш ҡына «К Еврипидин» псевдонимы аҫтында баҫылып тора. Улар артынан драма әҫәрҙәре: «Освобождение Москвы в 1612 году», «Кенәз Луповицкий» комедияһы, «Почтовая карета» водевиле, «Олег под Константинополем» пародияһы- баҫылып сыға. 1842 йылда К. С. Аксаков : «Несколько слов о поэме Гоголя: Похождения Чичикова или мертвые души» тигән тәнҡит мәҡәләһе яҙып сыға. «Москвитянин» журналының 9-сы һанында уның был мәҡәләһе тураһында В. Г. Белинский яҙған хөкөмгә яуап бирә. 1846 йылда «Московский сборник» баҫмаһында уның өс тәнҡит мәҡәләһе («Имярек» имзаһы аҫтында) нәшер ителә : граф Соллогубтың «Вчера и сегодня»; проф. Никитенконың «Опыт истории рус. литературы»; Некрасов тураһында «О петербургском сборнике». 1847-1852 йылдарҙа ул үҙенең әҙәби-тарихи мәҡәләләрен баҫтырыуын дауам итә. Бигерәк тә уның тарихи мәҡәләләре араһында Соловьев яҙған «О древнем быте славян вообще и русских в частности», «История России» китабының I, VI, VII, VIII томдарына(1852), «Краткий исторический очерк земских соборов», «О состоянии крестьян в древней России», «По поводу Белевской Вивлиофики, изданной Н. А. Елагиным» китаптарына яҙған рецензиялары ҙур әһәмиәткә эйә.
1846 йылда уның «Ломоносов в истории русской литературы и русского языка» тишеренеүҙәре өсөн уға магистр дәрәжәһе бирелә. К. С. Аксаков магистр диссертацияһын яҡлағандан һуң, уҡытыу эшенә тотона уйлай, әммә Мәскәү университетында вакансия булмай, шунлыҡтан Аксаков әҙәби һәм публицистик ижад менән шөғөлләнә башлай. «Москвитянин» һәм «Русская беседа» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә; «Русская беседа»ның иң әүҙем хеҙмәткәре була. 1857 йылда «Молва» гәзитенең ғәмәли мөхәррире була.
1848 йылда Николай I Рәсәйҙә көнбайышлылыҡты бөтөрөргә саҡырып хат яҙа, уның был хаты күптәр тарафынан «тейеш булмаған ҡылыҡһыҙлыҡ» һәм «яла яғыу» итеп баһалана. Ул демократтар һәм либералдар «яла яғыусы» исемен күтәрә.
1855 йылда ул яҙған «Воспоминания студенчества 1832—1835 годов»» (купюралар менән 1862 йылда баҫылып сыға) мемуарҙары нәшер ителә. 1858 йылда К. С. Аксаков Рәсәй әҙәбиәт һөйөүселәр йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана.
Атаһының үлеүе уның һаулығына насар йоғонто яһай: КонстантинАксаков чахотка сиренән ул Грецияның Занте (Закинф) утрауында 1860 йылдың 19 декабрендә вафат була. Мәскәүҙең Симонов монастыры территорияһында ерләнә.
К. С. Аксаков әҫәрҙәренең Мәскәүҙә башланған тулы йыйынтығы тамамланмай ҡала ; бары тик өс томы ғына сыға: беренсе томына рус тарихы буйынса 27 мәҡәләһе, шуларҙың күпселеге автор тере саҡта баҫылмаған була, бары тик 1861 йылда нәшер ителә, икенсе томы — 1875 йылда һәм, ниһайәт, өсөнсөһө — 1880 йылда нәшер ителә. 2-се һәм 3-сө томдарына филология буйынса хеҙмәттәре ингән, өҫтәүенә өсөнсө томы башлыса «Опыт русской грамматики» темаһына бағышланған.
Идеология
үҙгәртергә«О внутреннем состоянии России» хеҙмәтендә (1855) Аксаков, урыҫтар — һүҙмә-һүҙ: идара итеүҙә ҡатнашыуҙы эҙләп дәүләткә берләшә торған халыҡ түгел, тип раҫлай, шуға күрә улхалыҡ революция һәм конституция эҙләмәй, уның көнкүреше нигеҙендә борон-борондан общиналар торған, дәүләт элементы күрше илдәр йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, тип фекер йөрөтә. Аксаков ҡәтғи рәүештә хөкүмәткә земствоны ҡапма-ҡаршы ҡуя, һуңғы төшөнсә аҫтында рухи-әхлаҡи эшмәкәрлекте таный, шул уҡ ваҡытта дәүләттең «хәрби эштәр буйынса өҫтөнлөк» төп эше, уның төп бурысы «халыҡтар ғүмерен һаҡлау», тип аңлата. Асылда Рус дәүләте монархиянан тора, ҡаты дисциплина һәм бер кешенең идара итеүе намыҫ һәм йәмәғәт фекере менән тигеҙләнә. Әммә был дәүләт һәм ерҙәр араһындағы гармония Петр I тарафынан боҙолған, уның хөкүмәте халыҡтан айырылған, дәүләт халыҡ ерҙәрендәге эштәргә ҡыҫыла башлап, халыҡҡа хеҙмәт итеүсе органдан бер һүҙһеҙ буйһоноуҙы талап итеүсе (таш ботҡа) идолға әйләнгән. Рәсәйҙә шулай «эске язва»: бүленешеү, крепостнойлыҡ хәле һәм взяткалар алыу барлыҡҡа килгән, тигән идеологияны К. С. Аксаков кешеләргә еткерергә тырышҡан.
«О русском воззрении» хеҙмәтендә (1856) Аксаков кеше һәм милләтте айырып, үҙенең славянофил идеялары яҡлы икәнлеген иғлан итә. «Халыҡ эшмәкәрлеге, — тип яҙа Аксаков, — кеше эшмәкәрлеге һымаҡ, үҙаллы булырға тейеш». Бында ул Европа күренештәрен кешелек күренештәре менән тиңләргә тырышыуҙы ҡәтғи тәнҡитләй, бигерәк тә уларҙың модала, сәнғәттә, телдә һәм әҙәбиәттә сағылышын. Был асылда ҡолдарса ят халыҡтарҙыҡын үҙләштереү, тип фекер йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119250594 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Краткая литературная энциклопедия (урыҫ) — М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 1.
- ↑ Konstantin Sergejevič Aksakov // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
- ↑ Осповат А.Л. Аксаков Константин Сергеевич // Русские писатели 1800—1917. Биографический словарь / П. А. Николаев (гл. ред.). — М.: Сов. энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — С. 32-34.
- ↑ Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Трубачев С. Аксаков, Константин Сергеевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.
- Аксаковы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Аксаков К. С. Автор В. В. Сербиненко
- Словарь членов Общества любителей Российской словесности при Московском Университете.
- Кулешов А. С. Наумов О. Н. Аксаковы. Поколенная роспись. — М.: «Территория», 2009.
- Аксаков, Константин Сергеевич // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.
- Осповат А.Л. Аксаков Константин Сергеевич // Русские писатели 1800—1917. Биографический словарь / П. А. Николаев (гл. ред.). — М.: Сов. энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — С. 32-34.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аксаков, Константин Сергеевич в библиотеке Максима Мошкова
- Аксаков, Константин Сергеевич — Биография. Библиография. Высказывания 2012 йыл 18 ноябрь архивланған.
- Биография Константина Сергеевича Аксакова(недоступная ссылка)
- Работы К. С. Аксакова