Академик Королёв урамы (Өфө)

Академик Королев урамы  Өфө ҡалаһының Һупайлылағы  Октябрь районы биләмәһендә урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Ҡашҡаҙан күленән башлана һәм Өфө йылғаһы ярына һәм йылғаһына барып етеп тамамлана.  Королев Сергей Павлович хөрмәтенә атала. 

Академик Королёв урамы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Королёв Сергей Павлович
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 1,3 ± 0,1 km

Урам Һупайлының дүрт төп транспорт магистраленең  береһе булып тора,  элек унда ҡала транспортының  һуңғы туҡталҡаһы урынлашҡан булған.

Урамда «Йондоҙло» сауҙа үҙәге урынлашҡан.

1983 йылда биҫтәгә күсеп ултырыуҙар алдынан — шул ваҡытта уҡ, тағы бер һупайлы урамы беренсе космонавт Гагарин Юрий Алексеевич хөрмәтенә аталғанда, был урам үҙ исемен ала. Исемдәрҙең инициаторы булып Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Вдадимир Унжаков һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы, Өфөнөң баш архитекторы Рехмуков Фәрит була[1].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә