Ай тотолған төндә (пьеса)

«Ай тотолған төндә» — башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы Мостай Кәрим пьесаһы.

«Ай тотолған төндә»
башҡ. «Ай тотолған төндә»
Жанр

Трагедия

Автор

Мостай Кәрим

Төп нөхсә теле

башҡорт

Ижат ителгән ваҡыты

1963

Тарихы үҙгәртергә

«…Драматург М. Кәримдең ижади юлын күҙҙән үткәргәндә …, был оҙон юлдың иң бейек нөктәһе „Ай тотолған төндә“ трагедияһы булғанын күрмәү мөмкин түгел. Ул драматургтың үҙенең яҙмышында ла, башҡорт театры, дөйөм алғанда башҡорт мәҙәниәтенең яҙмышында, ғәҙәттән тыш роль уйнай, иң юғары критерий булып, милли сәхнә дүрт тиҫиә йыл дауамында шуға ҡарап йүнәлеш тота». «Проф. С. Г. Кусимова»[1]

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» — («В ночь лунного затмения») трагедияһы 1963 йылда яҙылған һәм эпилог менән 3 шаршауҙан тора.

Тәүге тапҡыр пьеса Өфөлә Башҡорт академия драма театрында (режиссеры — Ш. М. Мортазина) 1964 йылда ҡуйылған.

Пьесала ролдәрҙе З. И. Бикбулатова (Тәңкәбикә), Р. С. Янбулатова (Шәфәҡ), И. Х. Йомағолов (Аҡъегет), Д. З. Фәйзуллина (Зөбәржәт) һ. б. башҡаралар. 1967 йылда спектакль К. С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһына лайыҡ була.

Пьесаны башҡорт теленән урыҫ теленә Яков Козловский тәржемә иткән.

Сюжеты үҙгәртергә

Пьесала ваҡиғалар Башҡортостанда XVII быуатта бара. Бороңғо башҡорт ырыуы менән ире һәләк булғандан һуң бай ҡатын Тәңкәбикә идара итә. Тәңкәбикә ғаиләһендә уның кесе улы Ишмырҙа, уртансы улы — Аҡъегет, өлкән улы — Юлмырҙа йәшәй. Аҡъегет - һылыу ҡыҙ Зөбәржәт менән никахлашҡан, ә Юлмырҙа Шәфәҡкә өйләнгән. Хәрби хеҙмәттә Юлмырҙа һәләк була.

Ырыуҙа шундай йола үтәгәндәр — өйләнгән өлкән улы һәләк булған осраҡта, ҡустыһы тол ҡатынға өйләнә. Шәфәҡте Аҡъегет алырға тейеш була, ә Зөбәржәтте 11 йәшлек Ишмырҙаға бирергә тура киләсәк.

Йолаға ярашлы Аҡъегетте Шәфәҡкә өйләндерәләр, ә Зөбәржәтте Ишмырҙаға кейәүгә бирәләр. Зөбәржәт һәм Аҡъегет әмеңгерлек законына буйһонорға теләмәйҙәр һәм уларҙы ҡыуалар. Улар, ай тотолоуы тамамланғанын, шуның менән бергә ҡараңғы ваҡыттар ҙа бөткәнен белдереп, «ай яҡтыһына» китәләр, һәм уларҙың тормош юлы дауам итә.

Ырыу йолаларын һәм халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡабул итмәү пьесаның драматик конфликт нигеҙен тәшкил итә. Автор уҡыусыны, ҡәҙимге кешелек ҡиммәттәрен аңларға кәрәк, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һуҡырҙарса эйәреү трагедияға килтерергә мөмкин тигән фекергә килтерә. Ай тотолоу образы (йолаларға һуҡырҙарса эйәреүҙән аң томаланыу), — ситуацияны тулыһынса күреүҙән туҡтап, тик традицияларға ғына таянып, беҙ ҡот осҡос эҙемтәләргә килеү ҡурҡынысы аҫтына ҡуйылабыҙ тип әйтә.

Постановка тарихы үҙгәртергә

Пьеса 100-гә яҡын театр сәхнәһендә бара, шул иҫәптән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында (1966), Салауат башҡорт дәүләт драма театрында (1977), Туймазы татар дәүләт драма театрында (1998), Стәрлетамаҡ рус драма театрында (1999), Г. Камал исемендәге Татар дәүләт театрында , Моссовет театрында, А. С. Пушкин исемендәге Мәскәү театрында, Литва дәүләт театрында, Хәмзә исемендәге Үзбәк дәүләт драма театрында һ. б.

1992 йылда башҡорт академия драма театрында спектакль яңынан сәхнәләштерелә. Пьеса постановкалары театрҙа 2011 һәм 2014 йылдарҙа ҡуйыла. Хәҙерге ваҡытта был пьесаны 4-се быуын театр артистары уйнай[2]. Спектаклдең яңы постановкаһы режиссеры — Р. В. Исрафилов, сәхнә биҙәүсеһе — Т. Г. Еникеев, композиторы Р. М. Хәсәнов. Ә төп ролдәрҙе башҡарҙылар: Г. А. Мөбәрәкова (Тәңкәбикә), Т. Д. Бабичева (Шәфәҡ), Х. Ғ. Үтәшев (Аҡъегет), Ш. И. Дилмөхәмәтова (Зөбәржәт), Ш. Р. Рәхмәтуллин (Диуана), З. С. Вәлитов (Дәрүиш).

«Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса балет, опера ҡуйылды[3]. 1978 йылда Свердловск киностудияһында «Ай тотолған төндә» нәфис фильмы төшөрөлә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • М. Кәрим. Ай тотолған төндә. Пьеса. Өфө. 1965.
  • Харисов Ф «Ай тотолған төндә» операһы һәм трагедияһы тураһында // Башҡортостан укытыусыһы. 2004. № 5.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә