Айҙың ярылыуы
Айҙың бүленеүе (ғәр. اناقاق القمر- Шәҡҡүл ҡәмәр; рус. Раскол Луны) — мосолман традицияһында Мөхәммәт Пәйғәмбәр күрһәткән мөғжизә.
Айҙың ярылыуы | |
ғәр. اِنْشِقَاقُ الْقَمَرِ | |
Название с огласовками | اِنْشِقَاقُ الْقَمَرِ |
---|---|
Телгә алынған хеҙмәттәр | Әл-Ҡамар |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] |
Айҙың ярылыуы Викимилектә |
Хәҙистәрҙә
үҙгәртергәТәүге традициялар буйынса һүҙмә-һүҙ аңлатҡан хәҙистәр Мөхәммәттең с.ғ.с. сәхәбәләренән тапшырыла, мәҫәлән: Ибн Ғәббәс, Әнәс ибн Мәлик, Ғабдулла ибне Мәсғүд һәм башҡалар. Ҡөрьәндең Әл-Ҡәмәр сүрәһендәге 1-2-се аяттары [1](недоступная ссылка) урта быуат мосолман теологтары һәм мосолман философтары араһында күк есемдәренең тейелгеһеҙлеге мәсьәләһе буйынса бәхәстәрҙең бер өлөшө була. Был риүәйәт ҡайһы бер һуңыраҡҡы мосолмандар тарафынан башҡаларҙы Мөхәммәттең пәйғәмбәрлегенә ышандырыу өсөн ҡулланыла[1]. Ул шулай уҡ күп кенә мосолман шағирҙарын, бигерәк тә Һиндостанда, ижадҡа илһамландыра[2].
Ҡөрьән һәм ислам традицияһы
үҙгәртергәИртә традициялар һәм риүәйәттәр был аятты Мөхәммәттең ҡайһы бер ҡорайыштарҙың үтенесе буйынса күрһәткән мөғжизә тип аңлата. Иртә һәм урта быуат мосолман шәрехләүселәрҙең күбеһе Айҙың бүленеүе тураһында риүәйәтте тарихи ваҡиға булараҡ таный. Киләһе аят 54: 2:Әгәр ул (кафырҙар) бер мөғжизә күрһәләр, унан йөҙ сөйөрәләр, инҡар итәләр һәм «был — үтә торған (көслө һәм ялған) сихыр» тиҙәр.
Абдуллаһ ибн Мәсүд һүҙҙәренән тапшырылған риүәйәттәрҙә был осраҡ түбәндәгесә һүрәтләнә: «Аллаһ рәсүле саллалаһу ғәләйһиссәләм тере саҡта ай ике өлөшкә бүленгән, һәм тау уның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырған, ә икенсеһе тау өҫтөндә булған, һәм шул саҡта Аллаһ рәсүле саллалаһу ғәләйһиссәләм: „Аллаһым, раҫла!“ — тигән.»[3].
НАСА фотоһы
үҙгәртергә2016 йылда НАСА-ның Аполлон 10-дан алған Аридея бураҙнаһы фотоһүрәттәре баҫылып сыҡҡандан һуң (Ай өҫтөндәге 300 км оҙонлоҡтағы һынылыш һыҙығы)[4], мосолмандар ҡайһы бер интернет-сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә, был Ҡөрьәндә телгә алынған бүленеү һөҙөмтәһе, тип белдерә[5][6]. 2010 йылда НАСА ғалимы Брэд Бейлиҙан был хаҡта һорағас, ул: «Минең кәңәшем — Интернетта уҡыған бөтә нәмәгә лә ышанмау. Рецензияланған мәҡәләләр мәғлүмәттең берҙән-бер фәнни нигеҙләнгән сығанағы булып тора. Әлеге ваҡытта Айҙың ике (йәки унан да күберәк) өлөшкә бүленгәненә, ә һуңынан ниндәйҙер мәлдә яңынан йыйылғанлығына фәнни дәлилдәр юҡ»[6].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Muʿd̲j̲iza / Wensinck, A.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Schimmel, Annemarie. And Muhammad is his messenger: the veneration of the Prophet in Islamic piety. — Chapel Hill, 1985. — xii, 377 p. — ISBN 0-8078-1639-6.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Schimmel, 1985, pp. 69—70
- ↑ Wensinck, 1960—2005
- ↑ Сахих Муслим. Хадис № 2800 (рус.). Энциклопедия хадисов (19 декабрь 2014). Дата обращения: 8 март 2023.
- ↑ Rima Ariadaeus, a Linear Rille (ингл.) (29 сентябрь 2009). Дата обращения: 8 март 2023.
- ↑ Ali, Mohamed. Crack on moon confirms Prophet Muhammad (S) had split it . Дата обращения: 8 март 2023.
- ↑ 6,0 6,1 Доказали ли ученые, что пророк расколол луну? (рус.) (14 май 2019). Дата обращения: 8 март 2023.