Айғолаҡтар
Айғолаҡтар — һыуҙа эрегән кислородты һулау өсөн яраҡлашҡан һулыш ағзаһы.
Балыҡтарҙың һулыш ағзалары йотҡолоҡтарында урынлашҡан айғолаҡ дуғаларынан тора. Дуғаларҙың һәр ҡайһыһының бер яғында асыҡ ҡыҙыл төҫтәге айғолаҡ япраҡтары, ә икенсе яғында аҡһыл төҫтәге айғолаҡ һөҙгөстәре урынлашҡан.
Айғолаҡ һөҙгөстәре — табыштың айғолаҡ ярыҡтары аша шылып төшөп китеүенә тотҡарлыҡ яһаусы үҙенә бер төрлө иләк ул.
Айғолаҡ япраҡтары күп һандағы бик ваҡ ҡан тамырҙары — капиллярҙар менән йырғыланған.
Айғолаҡ япраҡтарының йоҡа стеналары аша ҡанға һыуҙа эрегән кислород үтеп инә, ә ҡандан һыуға углекислый газ сығарып ебәрелә.
Кипкән айғолаҡ япраҡтары кислород менән углекислый газды үткәрә алмай. Ш уға күрә һыуҙан сығарылған балыҡ бик тиҙ һәләк була. Нәфис айғолаҡтар тышҡы яҡтан уларҙы һаҡлаусы айғолаҡ ҡапҡастары менән ҡапланған.
Умыртҡаһыҙҙар
үҙгәртергәҺыуҙың бер литрында эрегән кислород миҡдары
11 см3-ға етә (сағыштырыу өсөн: һауаның бер 210 литрында кислород 210 см3).
,Күп кенә һыу умыртҡаһыҙҙар: болоттар (губки), йәбешеп йәшәгән һыу хайуандары( мшанка) , һөлөктәр кислородты тәненең бөтә өҫкө йөҙө аша йота. Уларҙан айырмалы рәүештә ҡатмарлыраҡ төҙөлөшлөләренең һулыш өсөн махсус ағзалары —айғолаҡтары бар. Ғәҙәттә, айғолаҡтар туҡымаларҙың йоҡа ғына пластинкаларынан йәки ваҡ шәлкемдәрҙән тора. Ҡайһы бер һыу бөжәктәренең мөхит менән газдар алмашыу өсөн капиллярҙарҙың ҡуйы селтәренән торған айғолаҡтары йәки целомик шыйыҡса лары бар.
Күп кенә һыу бөжәктәренең: мамыҡ ҡанатлылар (ручейник) , вислокрылка һәм энәғараҡ рының һулыш ағзалары үҙенсәлекле— трахеялы айғолаҡтар Трахеялы айғолаҡтар нәҙек көпшә системаһынан — трахеяларҙан торған йоҡа ғына үҫентеләрҙән ғибәрәт.
Энәғараҡтарҙың бер төркөмөндә (разнокрылые стрекозы ) личинкаларында аналь айғолаҡтары бар. Артҡы эсәктәренең көбө трахеяларҙың ҡуйы селтәренән тора.Улар һыуҙы һурып ала, кислородты йота, һуңынан һыуҙы кире сығара.
Диңгеҙ терпеләре һәм диңгеҙ йондоҙҙарының айғолаҡтары бик ябай, һулыш алыу папула, йәки тире айғолаҡтары аша башҡарыла. Был тире айғолаҡтары һөлдә пластинкалары араһында урынлашҡан һәм
тәндәренең өҫкө йөҙлөгөндә күп һанлы йоҡа ғына үҫентеләрҙән ғибәрәт. Уларҙың эсендә дивертикулдар — торба формаһындағы һыу аша ҡан әйләнешен кислородҡа байытыу ағзалары урынлашҡан.
Ҡыҫала һымаҡтарҙа, моллюскыларҙа һәм ҡайһы бер бөжәктәрҙә айғолаҡтары тән өҫтөндәге үҫентеләрҙән йәки шәлкемдәрҙән тора. Ҡан менән мөхит араһындағы газдар алмашыныуы уларҙағы капиллярҙарҙар аша бара. Күп кенә хайуандарҙың ҡанында һулыш пигменты — гемоцианин һәм гемоглобин күп микдарҙа кислород бәйләй ала.
Умыртҡалылар
үҙгәртергәУмыртҡалыларҙың эске айғолаҡтары йотҡолоҡтарында, .айғолаҡ дуғаларында рәт яһап урынлашҡан айғолаҡ япраҡтарынан тора .
Ошо тишектәргә һыу эләгә ауыҙ аша үтеп, организмды кислород. Балыҡтарҙың һәм амфибияларҙың личинкаларында йотҡолоҡтары айғолаҡ ярыҡтары менән телгеләнгән.Һыу ауыҙ аша айғолаҡ ярыҡтарын йыуып үтә һәм капиллярҙарҙағы ҡанды кислород менән байыта.Ҡайһы бер балыҡтар айғолаҡтарын электролит бүлеп сығарыу өсөн файҙалана.
Ер-һыу хайуандарының ҡайһы берҙәрендә айғолаҡтары ауыҙ ҡыуышлығында урынлашҡан. Сүмесбаштарҙың үҫеш стадияһы башында, ҡайһы бер балыҡтарҙың (мәҫ.ике һулышлы балыҡтарҙа) һәм ҡойроҡло амфибияларҙың личинкаларында (шулай
уҡ, ҡайһы бер өлкән неотеник формаларында) йоҡа үҫенте рәүешендә тышҡы айғолаҡтары бар . Күпселек төрҙәрҙә айғолаҡтарҙа диффузия процесын көсәйтеү өсөн ҡан һәм бер-береһенә кире йүнәлештә аға.
Айғолаҡтарҙың ҙур өҫкө йөҙө балыҡтарға ҙур ғына проблемалар тыуҙыра,сөнки ҡан плазмаһының осмотик баҫымын көйләү менән проблема тыуа.
Диңгеҙ һыуының концетрацияһы(төҙлолоғо) ҡандыҡына ҡарағанда ҙурыраҡ.Шуға диңгеҙ балыҡтары айғолаҡтары аша бик күп һыу юғалтыуҙар кисерәләр.
Балансты тергеҙеү балыҡтар бик күп диңгеҙ һыуын эсә һәм тоҙ бүлеп сығара.
Шулай уҡ
үҙгәртергә- Айғолаҡ ҡапҡастары
- Газдар алмашыу
- Һулыш
Һылтанмалар
үҙгәртергә
- Жабры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Жабры // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.