Айсыуаҡов Хөсәйен Айсыуаҡ улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры

Айсыуаҡов Хөсәйен Айсыуаҡ улы (1901 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2][3].

Айсыуаҡов Хөсәйен Айсыуаҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Благовар районы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Айсыуаҡов Хөсәйен Айсыуаҡ улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районында тыуған. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылда Благовар район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында дивизия идараһы комендант взводының ат тотоусыһы булып хеҙмәт итә[2].

1943 йылдың 28 февралендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән (документ номеры: 1), ә 1945 йылдың 22 июнендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән (документ номеры: 31/н) бүләкләнә[1][2][3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә