Викидатала элемент юҡ

Айнур — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы үҙгәртергә

Айнур — башҡорт һәм ғәрәп һүҙҙәренән — ай + нур ҡушып яһалған исем; ай һымаҡ яҡты, нурлы, матур тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Асҡаров Айнур Юлай улы (1 август 1987 йыл) — режиссёр, продюсер, сценарист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2020), Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2012).

Шәйбәков Айнур Рәүил улы (27 август 1992 йыл) — Рәсәй шашкасыһы (халыҡ-ара шашка). Халыҡ-ара гроссмейстер (2015 йылдың 1 ғинуарынан).

Бирғәлин Айнур Азамат улы (17 октябрь 1989 йыл) — мосолман дин әһеле. 2019 йылдың 16 октябренән Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (рәйесе).

Искәндәров Айнур Әхмәт улы — Баянист. Халыҡ-ара баянсылар конкурстары лауреаты.

Бейембәтов Айнур Илгиз улы — Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың 34-се Белорет һайлау округынан депутаты. Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы.

Фәтихов Айнур Хәлит улы (22 февраль 1983 йыл −14 октябрь 2020 йыл) — башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр һәм виртуоз баянисы. Бик күп халыҡ-ара бансылар конкурстары лауреаты[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Айнур урамы — Татарстан Ре февраль спубликаһының баш ҡалаһы Ҡазандың Совет районындағы урам. Оҙонлоғо 861 метр тәшкил итә.[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ