Айно Аалто
Айно Мария Марсио-Аалто (фин. Aino Maria Marsio-Aalto, тыумыштан Манделин, фин. Mandelin; 25 ғинуар 1894[6][7][8][…], Хельсинки, Южнофинляндское агентство регионального управления[d][9][10] — 13 ғинуар 1949[11][12] (54 йәш), Хельсинки[9][13][14][…]) — фин архитекторы һәм дизайнеры, скандинав дизайнына нигеҙ һалыусы. Архитектор Алвар Аалтоның беренсе ҡатыны.
Биографияһы
үҙгәртергәАйно Мария Манделин 1894 йылда Хельсинки ҡалаһында тыуған. 1913 йылда ул мәктәпте тамамлай, шул саҡта уҡ Хельсинки технология университетында архитектураға өйрәнә башлай. 1920 йылда архитектор дипломын ала[18]. 1923 йылда Манделин Йювяскюля ҡалаһына күсеп килә. Киләһе йылда Аалто Алварҙа эшләй башлай. 1924 йылда улар өйләнешә. Никахтан ике бала тыуа.
Ирле-ҡатынлы Турку ҡалаһына күсеп килә һәм унда 1927 йылда архитектор Эрик Бриггман менән хеҙмәттәшлек итә башлай. 1933 йылда улар Хельсинкиға ҡайта. Аалтолар биналар проекты өҫтөндә эшләй, уларҙың берлектәге һәм айырым проекттары була. Улар араһында Төньяҡ Европа неоклассицизмы стилендәге Паймиола шифахана һәм Майреала вилла була. Айно тәү сиратта интерьер, шулай уҡ керамика һәм текстиль дизайны менән шөғөлләнә. Ирле-ҡатынлы скандинав дизайнына нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип иҫәпләнә.
1935 йылда Аалто мебель етештереү буйынса Artek компанияһына нигеҙ һала. Айно компанияның баш дизайнеры була, ә 1941—1949 йылдарҙа — идарасы директоры була[19][20]. 1939 йылда Аалтолар Нью-Йоркта Бөтә донъя күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Айно шулай уҡ быяла һауыт-һаба дизайнеры булараҡ билдәле[19]. Ул фин компанияһы Iittala менән хеҙмәттәшлек итә. Уның дизайны менән быяла изделиелар һәм бер ни тиклем үҙгәртелгән күсермәләре IKEA кеүек сауҙа селтәрҙәрендә һатыла. 1936 йылда Айно Миланда Триенналела быяла стакандар дизайны өсөн алтын миҙалға лайыҡ була. Ирле-ҡатынлы шул ваҡытта уҡ Аалто вазаһы кеүек билдәле ваза эшләй.
Айно Аалто 1949 йылда 55-се йәшендә яман шеш ауырыуынан вафат була, Хиетаниеми зыяратында ерләнә. 1952 йылда Алвар Аалто икенсе тапҡырға архитектор Мякинеми Элиссаға өйләнә. Айноның архитектура һәм дизайнға индергән өлөшө уның иренә ҡарағанда, башлыса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡаршы архитектурала тиҫкәре ҡараш арҡаһында, аҙ билдәле[21].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 (unspecified title) — 2016.
- ↑ http://www.encyclopedia.com/topic/Alvar_Aalto.aspx
- ↑ https://www.moma.org/artists/35 (ингл.)
- ↑ Finnish // (unspecified title)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Aalto, Aino // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=27d84b8d-aa21-e111-9c2b-000c29604b72
- ↑ 7,0 7,1 Aino Aalto // NUKAT — 2002.
- ↑ 8,0 8,1 Aino Aalto // KANTO – Kansalliset toimijatiedot — Национальная библиотека Финляндии.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Biografiskt lexikon för Finland (швед.) — SLS.
- ↑ 10,0 10,1 http://arch-pavouk.cz/index.php/architekti/1502-aalto-aino
- ↑ 11,0 11,1 Manufacturers
- ↑ 12,0 12,1 Aino Aalto // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 13,0 13,1 Alvar & Aino Aalto (билдәһеҙ) — Google Books, 2005.
- ↑ 14,0 14,1 iittala Designer Series: Aini Aalto
- ↑ Hautahaku
- ↑ 16,0 16,1 Aalto, Aino // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://www.boijmans.nl/en/collection/artworks/165246/service — 2010.
- ↑ Aino Aalto, the Aalto House and the elastic standardization(англ.). Hidden Architecture.
- ↑ 19,0 19,1 Aino Aalto (инг.), Finnish Design Shop.
- ↑ Lee, V.. The house that Alvar Aalto built (инг.), The Times (1 September 2012). 22 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ The Love Story of Alvar and Aino Aalto (ингл.). GIR.