Айнов утрауҙары
Ҡалып:Необитаемые острова по странам
Айнов утрауҙары | |
---|---|
Характеристикалар | |
Утрауҙар һаны | 2 |
Иң эре уртау | Ҙур Айнов |
Халҡы | 0 чел. (2012) |
Урынлашыуы | |
69°50′20″ с. ш. 31°34′41″ в. д.HGЯO | |
Акватория | Баренц диңгеҙе |
Ил | |
РФ субъекты | Мурманская область |
Район | Печенга районы |
Айнов утрауҙары Викимилектә |
Айнов утрауҙары — Баренц диңгеҙендә утрауҙар төркөмө. Варангер-фьорд ҡултығында урынлашҡандар. Рәсәйҙең Мурманск өлкәһе Печенга районына инә.
Ике утрауҙы үҙ эсенә ала: Оло Айнов һәм Кесе Айнов[1]. Средний ярымутрауынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Утрауҙар араһындағы тәрәнлеге 17 метрға тиклем еткән боғаҙ бар. Утрауҙарҙа ҡоштар оя ҡора. Утрауҙар Кандалакша ҡурсаулығының бер өлөшө булып тора.
Беренсе совет-фин һуғышының йомғаҡтары буйынса Айнов утрауҙары 1920 йылда Печенга өлкәһе менән бергә РСФСР Финляндия составына тапшыра.
1939—1940 йылдарҙа Совет-Финляндия һуғышы барышында СССР Печенга районын биләүгә өлгәшә. Әммә 1940 йылғы Мәскәү килешеүенә ярашлы Рыбачья һәм Урта утрауҙарының көнбайыш өлөштәрен генә үҙ составына алырға ирешә.
1944 йылда Петсамо-Киркенесс операцияһы һөҙөмтәһендә яңы килешеү төҙөлә. Был килешеүгә ярашлы Печенга өлкәһе Айнов утрауы менән бергә РСФСР-ҙың составына кире ҡайтарылған. Был сик тураһындағы ҡарар 1947 йылғы Париж килешеүе менән нығытып ҡуйылған.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Карта бите R-36-XIX,XX Заполярный. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.