Викидатала элемент юҡ

Айгиз — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Айгиз исеме бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Айгиз саф башҡорт исеме: «ай» + «гиҙ» — айға сәйәхәт ит тигәнде аңлата[1]. ХХ быуаттың 60-сы йылдарында барлыҡҡа килгән исем.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — матбуғат эшмәкәре, яҙыусы, журналист. 2020 йылдың 17 февраленән «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегия ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар (2014) һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).

Айгиз Ханов (21 ноябрь 1990 йыл) — йәш башҡорт йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы[2][3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. Айгиз Ханов
  3. Айгиз Ханов принял участие в акции 2021 йыл 9 октябрь архивланған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ