Хажин Айбулат Вәкил улы

ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы
(Айбулат Хажин битенән йүнәлтелде)

Хажин Айбулат Вәкил улы (30 сентябрь 1973 йыл) — ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Хажин Айбулат Вәкил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Айбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған.

Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия һөнәре» буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 19972000 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура академияһы аспирантураһында, 20032007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторантураһында уҡыған.

1996 йылда Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән Арғаяш районыны үҙәге Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

20012008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.

20032008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының декан урынбаҫары.

20082009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының директор урынбаҫары.

2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡытыу эштәре буйынса проректоры.

20092010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире.

20102014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.

20142016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.

20162018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе[1].

2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы

Өҫтәлмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә