Ажен
Ажен[10] (франц. һәм окс. Agen) — Францияның Яңы Аквитания төбәгендә Ло һәм Гаронн департаментының административ үҙәге. 162-метрлыҡ Эрмитаж ҡалҡыулығы итәгендә Гаронн яры буйында урынлашҡан. Халҡы 30 170 кеше тәшкил итә (1999 йыл).
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр Юлий Цезарьҙың «Галл һуғыш тураһында яҙмаларында» нитиобригтар ҡәбиләһенең ҡалаһы Агиннум (лат. Aginnum) кеүек телгә алына. 509 йылда Хлодвиг ҡулына күсә. Урта быуаттарҙа — XII быуаттан алып XV быуатҡа тиклем инглиз королдәре биләмәһенә ингән Аженуа графлығының баш ҡалаһы. 1578 йылда Маргарита Валуаға, уның Генрих Наваррский менән никахҡа инеүе ваҡытында бирнә итеп бирелә. Ажендан гуманист Скалигерҙар ғаиләһе сыҡҡан.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәАжендың тар боронғо урамдары лабиринты хәҙерге киң бульварҙарҙы киҫеп үтә. Тарихи биналар XII быуаттың Изге Капрасий соборын һәм Нотр-Дам-де-Жакобен (XIII быуат) доминикан монастырын үҙ эсенә ала. Ренессанс дәүеренең шәхси йорттарында Гойяның һәм импрессионистарҙың картиналарына бай художество музейы урынлашҡан.
Христианлығы
үҙгәртергәХристианлыҡ Аженда дүртенсе быуаттан да һуң ҡалмай урынлаша. Түбәндәге Ажен епископтары изгеләр рәтенә индерелгән:
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергәТуғандаш ҡалалар
үҙгәртергәКлиматы
үҙгәртергәАжен климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 20,1 | 22,3 | 26,3 | 30,2 | 33,6 | 38,5 | 38,8 | 40,9 | 36,7 | 31,7 | 23,9 | 21,2 | 40,9 |
Уртаса максимум, °C | 8,9 | 11,2 | 14,4 | 16,9 | 21 | 24,5 | 27,1 | 26,8 | 24,1 | 19,2 | 12,6 | 9,1 | 18 |
Уртаса температура, °C | 5,5 | 6,9 | 9,3 | 11,7 | 15,4 | 18,8 | 21 | 20,8 | 18,1 | 14,2 | 8,8 | 5,9 | 13,1 |
Уртаса минимум, °C | 2 | 2,5 | 4,1 | 6,4 | 9,9 | 13 | 14,9 | 14,7 | 12,1 | 9,2 | 4,9 | 2,6 | 8,1 |
Абсолют минимум, °C | −17,4 | −21,9 | −10,5 | −3,4 | −1,6 | 3,9 | 7 | 4,7 | 1 | −4,4 | −8,6 | −12,1 | −21,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 59,6 | 54,6 | 53,8 | 62,1 | 79,5 | 62,2 | 53 | 55,7 | 59,3 | 59,9 | 60,5 | 65,4 | 725,9 |
Сығанаҡ: http://meteostats-bzh.ath.cx:93/meteostats/station-102-1958-2008.php (недоступная ссылка с 12-10-2016 (2982
дней)) |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ Sandre
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 4,0 4,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 5,0 5,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 https://lannuaire.service-public.fr/nouvelle-aquitaine/lot-et-garonne/mairie-47001-01
- ↑ https://open-collectivites.fr/plateformes-open-data-locales/
- ↑ Произносится [aʒɛ̃]; русская транслитерация Ажан ошибочна.