Авиаторҙар паркы (Дондағы Ростов)

Авиаторҙар парк — Дондағы Ростовтың Беренсе Май районында[1] Шолохов проспектында урынлашҡан ҡала урмандарына ҡараған территория.

Авиаторҙар паркы
Урынлашыуы
47°15′02″ с. ш. 39°47′18″ в. д.[[Категория:Билдәһеҙ илдәр|Рәсәй]_type:forest H]GЯO
Ил
[[административ бүленеше |Район]]Беренсе Май, Шолохов проспекты

Советтар Союзы осоронда паркы биләмәһендә төрлө, шул иҫәптән спорт йүнәлешендәге саралар уҙғарыла. Ул ваҡытта бында асфальт юлдар була, улар XXI быуатҡа тиклем бик насар торошта һаҡлана. 2013 йылда парк зонаһының 1400 метр территорияһы асфальтлана, эскәмйәләр һәм сүп-сар өсөн контейнерҙар урынлаштырыла. Ял көндәрендә паркка 1000 яҡын кеше килә. Ирекмәндәр парк территорияһына емеш-еләк, йүкә, ҡайын һәм саған ағастары ултырта. Биләмәлә бәҙрәф тә, теерриторияны тулыһынса яҡтыртыу системаһы ла юҡ.

Авиаторҙар паркында «Ростов күген Һаҡлаусыларға» мемориалы ҡуйылған, 2015 йылда объектты ремонтлауға 6,5 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. 2016 йылда районда Дондағы Ростовтың Беренсе Май районының Төҙөкләндереү идаралығы билдәләнгән эш күләмен атҡарып сығыу өсөн подрядсы һайлауға аукцион иғлан итә. Эштәр мемориал составына ингән барлыҡ объекттарҙа ла алып барыласаҡ тип күҙаллана. Стела, обелиск һәм өс-обелиск пилон ремонтланасаҡ. Элекке штукатурка алынып, стеналар гранит менән йөҙләнергә, яҡтылыҡ сығанаҡтары булдырылырға тейеш[2].

2016 йылдың майында Авиаторҙар паркында велопарк ойоштороу ниәте мәғлүм була. Бының өсөн парк территорияһында ғаилә ялын ойоштороу һәм спорт менән шөғөлләнеү, велосипедта йөрөү инфраструктураһын булдырыу зарур. 2017 йылда Авиаторҙар паркын реконструкциялау өсөн инвесторҙар эҙләү тураһында мәғлүмәт донъя күрә[3]. 2017 йылдың 1 апрелендә бында экомарафон ойошторола, уның маҡсаты — территорияны сүп-сарҙан таҙартыу һәм йәш ағастар ултыртыу була[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә