Шолохов проспекты

Шолохов проспекты — Дондағы Ростов ҡалаһындағы проспект. Пролетар һәм 1-се май (Первомайский) райондары аша үтә. Оҙонлоғо буйынса ҡалала икенсе урам[1].

Шолохов проспекты
Дондағы Ростов
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Пролетарский районы,
Первомайский районы

Оҙонлоғо

7,8 км

картала

Географияһы

үҙгәртергә

Театраль проспекты менән киҫешкән урындан, Энергетиктар майҙанынан башланып, «Дон» федераль трассаһына сығыусы Аҡсай проспектына барып тоташа. Шолохов проспектының оҙонлоғо 7,8 км[2]. Федераль трассаға сығыуы сәбәпле, Шолохов проспектына ҙур ғына көсөргәнеш төшә. Автотранспорттың күп өлөшө ҡала үҙәгенә ошо проспекттан йөрөй. с М-4 «Дон»,. Проспект аша Ростов өлкәһенең төньяғынан килгән ҡала-ара автобустар маршруты үтә, ул, проспект башына тиклем барып, Красноармейская урамына борола.

1984 йылдың 3 июлендә КПСС Үҙәк комитеты һәм СССР-ның Министрҙар Советы ҡарары менән, Дондағы Ростовта Михаил Александрович Шолоховтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Октябрь урамына Шолохов проспекты тигән яңы атама бирелә[2].

Проспекта урынлашҡан объекттар

үҙгәртергә
  • Ростов аэропорты
  • Автовокзал
  • Проспект буйында ҡаланың иң ҙур парктарҙың береһе — Николай Островский паркы урынлашҡан.
  • Шулай уҡ, проспект эргәһендә 19421943 йылдарҙа ростов күген дошмандарҙан һаҡлаусыларға арналып Авиаторҙар паркы төҙөлгән.
  • Шолохов проспектында 1949 йылда төҙөлгән Есенин исемендәге китапхана урынлашҡан (Шолохов проспекты, 158).
  • Аксай проспекты менән тоташҡан ерҙә «Лента» гипермаркеты эшләй.
  • «Лукойл», «Роснефть», «Башнефть» АЗС-тары.
  • Проспектта Ростовтың төп футбол аренаһы —"Олимп-2" стадионы.
  • 14-се линия урамы менән киҫешкән ерҙә Пролетар (Әрмән) зыяраты урынлашҡан.
  • Сельмаш проспекты менән киҫешкән ерҙә Октябрь майҙаны урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә