Авар Ҡуйһыуы (үрге ағымында — Джурмут; рус. Аварское Койсу) — Дағстандағы йылға, Һыулаҡ йылғаһының уң ҡушылдығы. Йылға оҙонлоғо-178 км.

Авар Ҡуйһыуы
авар. Авар гӏор
Авар Ҡуйһыуы Һәм Ғәнди Ҡуйһыуы ҡушылған урын
Авар Ҡуйһыуы Һәм Ғәнди Ҡуйһыуы ҡушылған урын
Характеристика
Оҙонлоғо 178 км
Һыу сығымы 95 м³/с (село Майданское)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы г. Гутон (Главный Кавказский хребет), Тляратинский район Дагестана
 · Бейеклеге 2740 м
 · Координаталар 41°52′10″ с. ш. 46°45′25″ в. д.HGЯO
Тамағы Һыулаҡ
 · Урынлашыуы Ғәнди Ҡуйһыуы ҡушылған урын
 · Бейеклеге 300 м
 · Координаталар 42°47′27″ с. ш. 46°47′46″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 13,7 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Һыулаҡ → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Дағстан
РДҺР 07030000112109300000728
Авар Ҡуйһыуы (Дағстан)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Авар Ҡуйһыуы Викимилектә

Топонимияһы

үҙгәртергә

Ҡуйһыу атамаһы төрки (ҡумыҡ) «куой сув» — ҡуй һыуы" һүҙҙәренән алынған[1]. П. П. Семенов-Тян-Шанский был исемде ҡуй-һарыҡ кисеп сыға алған йылғаларға биргәндәр, тип иҫәпләгән. Авар тигән өлөшө йылға аварҙар йәшәгән территорияла урынлашҡан тигәнде аңлата. XX быуат уртаһына тиклем Ҡуйһыу («Къойсу») исемен Һыулаҡ йылғаһы йөрөтә.

 
Һыулаҡ бассейны

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Бассейндағы йылғаларҙың дөйөм һаны 1440-ҡа етә, шуларҙың 52 йылғаның оҙонлоғо 10 километрҙан ашыу. Төп ҡушылдыҡтары булып Цемар-ор, Хзан-ор, Рутлух, Тимер, Тобот, Ҡара Ҡуйһыу, Гичину йылғалары тора.

Йылғаны өйрәнеү һәм һыу хужалығы әһәмиәте

үҙгәртергә

Йылға һыу хужалығы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Ул эргә-тирәләге ауылдарҙы һәм баҫыуҙарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм һуғарыу өсөн ҡулланыла. Ҙур гидроэнергетик потенциалға эйә. Йылғала Ирғанай ГЭС-ы эшләй, Гоцатлы ГЭС-ы төҙөлә. Бынан тыш, Голотло, Совет, Авар һәм Магар ГЭС-тарын төҙөү планлаштырылған булған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кумыкско-русский словарь (Къумукъча-орусча сёзлюк), Бамматов Б. Г., Гаджиахмедов Н. Э. 2013 г.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ