Абхазия географияһы

Абхазия Кавказ аръяғы төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Псоу һәм Ингур йылғалары араһында урынлашҡан

Абхазия Кавказ аръяғы төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Псоу һәм Ингур йылғалары араһында урынлашҡан, көньяҡ-көнбайышта Ҡара диңгеҙ менн йыуыла. 210 км оҙонлоҡтағы яр буйы аҙ йырғыланған, йыш ҡына киң ҡырсынташлы пляждар осрай. Төньяҡта Рәсәй менән, көнсығышта — грузин властары контроле аҫтындағы Грузия төбәктәре менән сиктәш.

Абхазия географияһы
 Абхазия географияһы Викимилектә

Абхазияның климаты уникаль һәм яр буйында урынлашыуы һәм бейек тау һырттары булыуы менән бәйле.

Яр буйында дымлы субтропик климат. Ғинуарҙың уртаса температураһы +10 °C. Августтың уртаса температураһы +26-нан +30-ға тиклем. Уртаса яуым — төшөм йылына 1500 мм тирәһе.

Тауҙарҙа бейеклек билбауы аныҡ сағыла, был төрлө таулы урындарҙың климатында ҙур айырмаларға килтерә. Субтропик климат тауҙарҙа яҡынса 400 м билдәһенә тиклем һуҙыла. Мәңгелек ҡар 2700-3000 м бейеклектә ята.

Республика территорияһының күпселек өлөшөн (яҡынса 75 %) Абхазияны төньяҡтан сикләгән Төп Кавказ һырты армыттары — Гагра, Бзыб, Абхаз һәм Кодор һырттары биләй. Һырттың иң бейек нөктәһе — тау Домбай-Үлгән тауы (4046 м). Төп һырт аша Абхазияға үткәүелдәр— Клухорский (2781 м), Марух теле (2739 м) һәм башҡалар алып бара.

Көньяҡ-көнсығыштан Абхазияға, яйлап тарая барып, Колхида уйһыулығы инә. Үҙәнлектең тар һыҙаты Кодор йылғаһы ярынан төньяҡ-көнбайышҡа табан һуҙыла. Тауҙар һәм уйһыулыҡтар араһында — убалы тау алды бүлкәте. Абхазияла карстлы күренештәр (Воронья, Абрскил, Анакопийский һ.б. мәмерйәләр) үҫешкән. Абхазияла донъялағы иң тәрән карст мәмерйәһе — Гагранан алыҫ түгел урынлашҡан Крубер-Воронья ҡыуышлығы (тәрәнлеге 2080 метр). Гагранан алты километр алыҫлыҡта матур Мамзышха тауы бар.

Йылғалар Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай. Уларҙың иң әһәмиәтлеләре — Кодор (Кудры), Бзыбь, Кяласур, Гумиста — күп һыулы, гидроэнергияға бай (потенциаль гидроэнергетика ресурстары 3,5 млн квт-тан ашыу). Йылғалар башлыса ямғыр һәм ҡар менән туҡлана; яҙғы-йәйге ташҡын була. Тауҙарҙа Рица һәм Амткял күлдәре урынлашҡан.

Абхазия флораһы 2000 төрҙән ашыу үҫемлек инә. Республика майҙанының 55%-тан ашыу урман менән ҡапланған

Топографическая карта Абхазии
Топографическая карта АбхазииКрасная ПолянаКраснодарский крайАдлерМзымтаПсоу (река)Гагрский хребетГаграПещера Крубера-ВороньяАрабика (горный массив)ПицундаГудаутаСухумГулрыпшОчамчыраАнаклияИнгурЗугдидиГрузияДжвариХоджалКодорский хребетГалХобОкумГалидзгаТкуарчалКодорКодорское ущельеЦабалОмаришараКвемо-АжараКаманКяласурБзыпозеро РицаБзыпский хребетАуадхарагора АгепстаПшышШхапизгаАбхазский хребетЛабаАксаутАрхызДомбай-УльгенТебердаКышкаджерУчкуланТеберда (река)Кубань (река)Карачаево-ЧеркесияРоссияЧёрное море
Топографическая карта Абхазии

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Абхазияла туризм

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Басария С. П. Абхазия в географическом, этнографическом и экономическом отношении. — Сухум: Изд. Наркомпроса ССР Абхазии, 1923.
  • Пачулиа В. П. По туристским маршрутам Абхазии. — М.: Профиздат, 1962.
  • Кварчия В. Е. Историческая и современная топонимия Абхазии. — Сухум: АбИГИ, 2006.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә