Абрамова Клавдия Ильинична

Клавдия Ильинична Абрамова (ҡыҙ фамилияһы — Разуваева) (1906 йыл1942 йыл) — прокуратура хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәшерен хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, үлгәндән һуң 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Абрамова Клавдия Ильинична
рус. Кла́вдия Ильи́нична Абра́мова@
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Архангельский[d], Сельское поселение Усинское[d], Сызранский район[d]
Вафат булған көнө 3 октябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Вафат булған урыны Ставрополь, РСФСР, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Һөнәр төрө юрист
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Клавдия Разуваева 1906 йылда Архангельск ҡасабаһында тыуған, 1920 йылдар башында Өфөгә килә, әле генә ойошторолған «8 Март» фабрикаһында тегенсе булып эшләй башлай. 1933 йылда П.И.Стучка исемендәге Мәскәү хоҡуҡ институтына уҡырға инә. Шунда ул үҙенең буласаҡ ире, Белорет студенты Павел Абрамов менән таныша. Абрамовтар институтты тамамлағандан һуң Ставрополь крайына эшкә тәғәйенләнә.

Павел Абрамов фронтҡа саҡырыла, ә Клавдия Ильинична һуғышты Ставрополдә ҡаршылай. Ул прокурор ярҙамсыһы һәм өлкә прокуратураһының партия ойошмаһы секретары вазифаһында эшләй. Орджоникидзе прокуратураһы (Ставрополь) Кизлярға күсә, әммә Абрамова эвакуацияланып өлгөрмәй.

Йәшерен эш итеүҙә ҡатнаша, 1942 йылдың сентябрендә хыянат һөҙөмтәһендә оккупацион властары тарафынан ҡулға алына. Уға һәм 6 һәм 11 йәшлек ҡыҙҙарына ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу шарты менән халыҡҡа өндәмәгә ҡул ҡуйырға һәм оккупанттар менән хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта. 1942 йылдың 3 октябрендә балалары менән бергә төрмә ихатаһында атып үлтерелә.

Клавдия Ильинична Абрамова үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Клавдия Абрамова исеме менән Ставрополдең бер урамы атала. Пушкин урамындағы ул йәшәгән 27-се йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

1967 йылдың 7 майында Өфө ҡала башҡарма комитеты ҡарары менән ҡаланың яңы төҙөлгән урамына Клавдия Абрамова исеме бирелә. Шулай уҡ уға һәйкәл ҡуйыла, унда шундай һүҙҙәр яҙылған: «Бөйөк Ватан һуғышында балалары менән бергә атып үлтерелгән ҡурҡыу белмәҫ партизан Клавдия Ильинична Абрамова-Разуваеваға»[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Елена Громова. Сотрудник Государственного архива Ставропольского края.. 25 улиц Ставрополя названы в честь воинов Великой Отечественной войны, Ставропольская правда (17 сентябрь 2009). 17 май 2012 тикшерелгән. 2013 йыл 31 ғинуар архивланған.
  2. Владимир Соловьёв. Улицы нашего города: Абрамовой Клавдии, «Уфимские ведомости» №15 (119) (21 апрель 2005). 17 май 2012 тикшерелгән. 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
  • Уфа: улицы нашего города. — Уфа: Информреклама, 2011.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 125-126 с. ISBN 5-295-02294-3.

Памятник Абрамовой К. И. Красина улица, 21.

Һылтанмалар

үҙгәртергә