Абд әс-Самат
Абд әс-Самат, также Ходжа Абдус Самат, Абд әл-Самат Ширази, (яҡынса 1540—1593 йылдан һуң) — фарсы, һинд рәссам-миниатюрсыһы һәм каллиграфы, шулай уҡ моголь императоры даирәһе вельможаһы. Фарсияла һәм Һиндостанда эшләй. XVI быуаттың икенсе яртыһында моголь һынлы сәнғәте мәктәбен үҫтереүгә башҡа рәссамдарға ҡарағанда иң ҙур йоғонто яһаған шәхес.
Абд әс-Самат | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Иран |
Тыуған көнө | 1500 |
Тыуған урыны | Шираз[d], Иран |
Вафат булған көнө | 1593 |
Балалары | Muhammad Sharif[d][2] |
Һөнәр төрө | рәссам, иллюминатор рукописей |
Биләгән вазифаһы | придворный художник[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Галерея искусства Фрир[d] һәм Кливленд художество музейы[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Abdul-Samad |
Абд әс-Самат Викимилектә |
Абд әс-Саматтың моголдар дәүерендәге карьераһы, яҡынса 1550 йылдан 1595 йылға тиклем, сағыштырмаса яҡшы теркәлеп барған. Яҡынса 1572 йылда император Әкбәрҙең ул император оҫтаханаһына етәкселек итә башлай һәми «тап уның етәкселегендә Могол стиле өлгөргәнлек сифатына өлгәшә». Хәҙерге заман белгесе Барбара Бренд, Абд әс-Самат һәм фарсы рәссамы Мирза Ғәли — бер үк кеше, тигән фаразды белдерә, сөнки Мирза Ғәлиҙең теркәлеп барған карьераһының үҫеше Абд әс-Самат Бөйөк Моголдарҙа эшләй башлаған ваҡытта туҡталып ҡала[3].
Фарсия
үҙгәртергә1540 йылдар тирәһендә Ширазда тыуа, сығышы буйынса иранлы[4]. 1544 йылға тиклем Абд әс-Самат Ширазда, шунан Тәбриздә йәшәй, шунда ул шаһ Тахмаспа Беренсенең (1524—1576 йылдарҙа хакимлыҡ итә) оҫтаханаһында һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнә. 1515 һәм 1535 йылдар араһында Тахмаспа I заказы буйынса яҙылған «Шаһнамә» исемлеге беҙҙең көндәргә килеп еткән, унда Хосров Парвизды үлтереү күренеше миниатюраһы бар. Тикшеренеүселәр был миниатюраны йәш Абд әс-Самат яҙған тип фаразлай. Бренд, был картина «әллә ни камил түгел» һәм, ул тәжрибәһе булмаған рәссамдың эшелер, тигән фекерҙә. Шул осорҙан һуң рәссамдың ҡултамғаһы ҡуйылған бер генә эше лә һаҡланмаған, һәм миниатюраның атрибуцияһы сәнғәт белгестәре анализына нигеҙләнә[5][6]. Ул каллиграф та булған[7], ә был сифат Мирза Ғәли биографияһында билдәләнмәй.
1543 йылда могол императоры Хумаюн, Шер-шаһтағы һуғышта еңелеп, һинд биләмәләрен юғалта һәм фарсы шаһы Тахмаспа һарайында йәшеренә. 1544 йылда Тәбриздә Хумаюн хөрмәтенә ойошторолған кисәлә шаһ Абд ас-Самат менән таныша[6]. Бөйөк Әкбәр Беренсенең тарихсыһы Абу-ль-Фадль «Әкбәрнамәлә» был осашыу тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: «… бөтә матурлыҡтың баһаһын белгән Һумаюн Ходжа Абд әс-Саматҡа ҙур хөрмәт күрһәтте». 1544 йылда Хумаюн шаһ Тахмаспанан Абд әс-Саматты һәм Мир Сәйет Ғәлине иреккә сығарыуын үтенә. Абд әс-Самат Хумаюн һарайының рәссамына әйләнә, 1549 йылда[8][6] моголдарҙың ваҡытлыса баш ҡалаһына әйләнгән Ҡабулға килә, ә император үҙенең Һиндостандағы биләмәләрен кире ҡайтарып алыу өсөн һуғышын дауам итә. Ҡабулда Абд әс-Самат атаһы менән бергә йәшәй[4].
Ҡабуле китапхана ойошторола, һәм төрлө күренекле ваҡиғалар (мәҫәлән, Наурыҙ (фарсыларҙың Яңы йылы)) мәлендә Абд әс-Самат башҡа оҫталар менән бер рәттән үҙ эштәрен императорға күрһәтер була. «Ике үҫмер баҡсала» (1551 й. Гөлөстан китапханаһы, Таһран) ул осорҙағы иң яҡшы эштәренең береһе була, аҙағыраҡ ул «Муракка-и гульшан» альбомына индерелә. Был альбомды күп кенә йылдар үткәндән һуң Һумаюндың ейәне император Йыһангир (1605—1627) төҙөй, унда рәссамдың Ҡабул осорона ҡараған күп кенә эштәре туплана. «Муракка-и гульшан» миниатюралары консерватив фарсы (сәфәүи) стиленә ҡарай[6], уларҙа могол һынлы сәнғәтенә император Әкбәр хакимлығы дәүеренә хас яңы рухи күтәререлеш етешмәй. Миниатюраларҙың береһендә Әкбәрҙең миниатюр картинаның береһен атаһы Хумаюнға тапшырған мәле һынландырылған, Самат исеме портфолиоға индерелгән; уның эргәһендәге фигура уның портретылыр, моғайын. Һүрәттә тулыһынса фарсы стиле һаҡланыла һәм тематик элементтарҙы, шул иҫәптән автопортретты үҙ эсенә ала[3].
Ҡабулда рәссам 1555 йылға тиклем йәшәй, был ваҡыт эсендә бик күп картиналар, шул иҫәптән киндергә яҙылған «Тимер йорто хакимдары» (1550—1555 гг., Британя музейы, Лондон) билдәле картинаһын да яҙа. Абд әс-Самат Мир Сәйет Али һәм Дуст Мөхәммәт менән бергә «Моголдар оҫтаханаһына тулыһынса фарсы империяһы стилен» индерә, ә бит шуға тиклем оҫтаханалар әллә ни ҙур булып күренмәй, һәм унда төрлө үҙәктәрҙә, шул иҫәптән Бохарала белем алған рәссамдар эшләгән була[9][10]. Абд әс-Самат, күрәһең, уғата ҙур «Тимер йорто хакимдары» (Британия музейй) картинаһы өҫтөндә эшләгәндер, Һумаюн уға заказды 1550-55 йылдар тирәһендә бирә. 1552 йылда айырым миниатюраларҙың бер төркөмөн, ике фарсы рәссамының эштәрен дә индереп, Һумаюн үҙенең тәхетен кире ҡайтарып алыу өсөн союздаштар туплаған мәлдә Кашгар хакимына дипломатик бүләк составына индерә.
Һиндостан
үҙгәртергә1555 йылда Һумаюн Делины яулап ҡайтарып ала, ә Абд әс-Самат император даирәһе менән бергә яңы баш ҡалаға юллана. Рәссам император китапханаһында әйҙәүсе оҫталарҙың береһе булып китә. Һиндостанда ул — могол миниатюраһы мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе[4]. 1556 йылда Һумаюн, ҡапыл вафат була, һәм тәхеткә уның улы ун дүрт йәшлек Әкбәр ултыра. Йәш император һынлы сәнғәтте атаһына ҡарағанда ла нығыраҡ ярата, Абд әс-Самат уның уҡытыусыһы ла, кәңәшсеһе лә була[11]. Гөлөстандың Таһран китапханаһында «Әкбәр Һумаюнға һүрәт тапшыра» миниатюраһы шул ваҡыттан алып һаҡлана.
Яҡынса 1569 йылда Абд әс-Самат күп томлы «Әмир Хәмзә тураһында риүәйәттәр» («Дастан-и Амир Хамза» йәки «Хәмзәнамә») уғата ҙур проектына етәксе вазифаһына тәғәйенләнә (быға тиклем проект етәксеһе Мир Сәйет Али була)[4][12]. Был проект буйынса эш 14 йылға һуҙыла[13]. Абд әс-Самат был эштең 7 томын 7 йыл эсендә тамамлай, һәр бер томда 100-әр иллюстрация була (ә Мир Сәйет Али ете йылда ни бары 4 томды ғына тамамлап өлгөрә). Император Әкбәр Абд әс-Саматтың ғәҙәттән тыш ойоштороу һәләттәрен бик юғары баһалай, һәм уға торған һайын юғарыраҡ дәүләт вазифаларын ышанып тапшыра башлай: 1577 йылда ул Фатехпур-Сикрилағы императорҙың аҡса һуғыу йорто башлығы итеп, 1582 йылда сауҙаға ҡараусы, 1583 йылда император йорто управляющийы[6], һәм 1584 йылда Мултан провинцияһында финанс идарасыһы итеп тәғәйенләнә[4]. Могол империяһының бюрократик системаһында дәрәжәләр һәм рангыларҙың — мансабдарҙың бик ҡатмарлы системаһы була; Әкбәр Абд әс-Саматҡа иерархияның өсөнсө класында иң юғары ранг — 400 кешенән торған мансабты тапшыра, һәм хеҙмәттәрен юғары баһалап, «Ширин Калям» (татлы ҡәләм) тигән почетлы исем бирә[14].
Абд әс-Саматтың улы Мөхәммәт Шәриф принц Сәлим менән дуҫ була (Сәлим император тәхетенә ултырғанда Йыһангир исемен ала). Мөхәммәт Шәриф тә, атаһына оҡшап, рәссам була һәм могол дәүләте иерархияһында мөһим вазифалар биләй. Моголдар тарихында башҡа бер генә рәссамдар ғаиләһе лә шундай уңышҡа, власҡа һәм йоғонтоға эйә була алмай.
Абд әс-Самат ғәжәп зирәк аҡыллы оҫта була, уның миниатюралары кейем үҙенсәлектәре, кафель биҙәктәре, биналарҙың биҙәлеше, ағастарҙың төрлөлөгө менән айырылып тора. Замандаштары уның «хатта дөгө бөртөгөнә лә һүрәт төшөрә алыуын» маҡтарға ярата. Һумаюн хакимлығы осорона ошондай һүрәттәр хас, әммә император Әкбәр икенсе төрлө сәнғәтте — виртуоз техника ярҙамында ваҡиға тураһында бәйән итеүҙе өҫтән күрә. Абд әс-Самат Әкбәргә бүләк иткән тәүге миниатюраһы «Принц Әкбәр һунарҙа» (Давид коллекцияһы, Копенгаген) тип атала, уны ул яҡынса 1556 йылда яҙған.
Йөҙҙән ашыу рәссам һәм һөнәрсе ҡатнашҡан «Хәмзәнамә» (1558—1573 йй.) проекты Абд әс-Саматтан көсөргәнешле ойоштороу эшен башҡарыуҙы талап итә: һөнәрселәрҙе Һиндостандың бөтә төбәктәренән йыйырға тура килә, һөнәрселәрҙе һайлап алыу, уҡытыу, яңы стилдә эшләргә өйрәтеү һәм император Әкбәрҙең зауығын ҡәнәғәтләнерлек художество параметрҙары һаҡланыуын тәьмин итеү өсөн бик күп көс һәм ваҡыт талап ителә. шул сәбәпле рәссамдың Әкбәр хакимлығының тәүге осоронда яҙылған әҫәрҙәре бик аҙҙыр күрәһең. Ләкин оҫтаның тырышлығы бушҡа китмәй: в ходе работы над «Хәмзәнамә» проекты буйынса эшләгәндә могол һынлы сәнғәтендә яңы «әкбәр» художество стиле хасил була. "Хәмзәнамә"гә Самат үҙе нимәлер яҙыу-яҙмауы билдәһеҙ[15], ләкин «направление живописи Моголдарҙың һынлы сәнғәтенең йүнәлеше Абад әс-Саматтың» маҡсаттарына тап килеүе шткһеҙ. Сефевидская манера самого Абд әс-Саматтың сәүәфиҙәр манераһында яҙыуы, күрәһең, Әекбәргә бик үк оҡшап етмәгәндер. Император заказы буйынса иллюстарициялы ҡулъяҙмаларҙы төҙөү эшендә рәссамдың бик һирәк ҡатнашыуы шуның менн аңлатылалыр: Әкбәр хакимлығы осоронда яҡынса 30- тирәһе иллюстрациялы манускриптар эшләнә, ә Абд әс-Самат ни бары өсәүһенең эшендә генә ҡатнаша.
1585 йылда император Әкбәр баш ҡаланы Лахорға күсерә, китапхана ла бөтә персоналы менән бергә, Абд әс Самат та һарай даирәһе артынан күсенә. Күсенгәндән һуң рәссам «Дарабнамә» («Дараб батырлыҡтары», 1485й, Британия китапханаһы, Лондон) манускриптын иллюстрациялауҙа ҡатнаша. Миниатюралар өҫтөндә Абд әс-Самат менән бергә уның уҡыусыһы Басаван, шулай уҡ Мискинһәм китабхананың башҡа оҫталары ла эшләй. 1580-х-1590-сы йылдарҙа уның эштәре бик күп була. Улар араһында «Джамшид ташҡа соҡоп яҙа» (ҡултамғаһы ҡуйылған, 1588 г., Фрир галереяһы, Вашингтон); Европа гризайленә оҡшаш «ним калям» (ярым-ҡәләм) техникаһында яҙылған «Әкбәр һәм дәрүиш» (158-90йылдар тирәһе, Аға Хан коллекцияһы, Женева); «Ике дөйә алышы» (1590 йылдар тирәһе, Шәхси йыйылма); улы Мөхәммәт Шариф менән бергә яҙған «Һунар күренеше» (1591 й., Лос-Анджелес округы Сәнғәт музейы) һоҡланғыс миниатюралары тупланған . 1595—1596 йылдарҙа Абд әс-Самат Низамиҙың «Хамсе» («Хосров һунарҙа»; Британия китапханаһы, Лондон)[16] исемлегенәнә иллюстрациялар яҙыуҙа ҡатнаша.
1580-се — 1590-сы йылдар аҙағында яҙылған был әҫәрҙәр, фарсы йолалары менән тығыҙ бәйле булыуҙарына ҡарамаҫтан, ошо йылдарҙағы могол һынлы сәнғәтендә «урта ағымға» тап килә. Рәссамдар күптән теләгән хыялдарына өлгәшә. Бәлки, 1590-сы йылдарға һарай даирәһенең зауығы, нескәрәк була барып, фарсы эстетизмы ҡайтанан модаға ингәндер. Әкбәр хакимлыҡ итеүҙенең һуңғы йылдарында, 1600 йылдар тирәһендә, художество тенденциялары Абд әс-Самат манераһынан ситләшә башлай. Тикшеренеүселәр был күренеште рәссамдың баҡыйлыҡҡа күсеүе менән бәйләй.. Абд әс-Самат үлеменән һуң моголдарҙың һынлы сәнғәтендә кешеләрҙең үҙ-ара аралашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған ябай композицияларға өҫтөнлөк бирелә.
Император Әкбәр, рәссам Дасвантхты табып, Абд әс-Саматҡа уҡырға ебәрә, шуға ла йәш миниатюристың тәүге осорҙағы әҫәрҙәрендә Абд әс-Саматтың йоғонтоһо тойола. Басаван да уның билдәле уҡыусыһы[4].
Абд әс-Саматтың ике улы ла рәссам булып китә. Береһе император Йыһангир һарайында рәссам булараҡ танылған Мухәммәт Шәриф[6]. Икенсе улы Бехзадтың исеме миниатюраларҙа ғына осрай[17][18]. Ҡайһы бер ғалимдар, Абд әс-Саматтың бер генә улы булғандыр, тип фаразлай, сөнки Мөхәммәт Шәрифтең биографияһы бик ентекле итеп яҙып ҡалдырылған, ә Бехзадтың исеме тик миниатюраларҙа ғына осрай[19].
-
Принц Әкбәр һунарҙа. яҡынса 1555—1558 йй. Катерина һәм Ральф Бенкаймдар йыйылмаһы.
-
Әкбәр һәм дәрүиш. яҡ. 1580-90йй. Аға Хан йыйылмаһы, Женева
-
Джамшидташҡа соҡоп яҙа. 1588й, Фрир галереяһы, Вашингтон
-
Абд әс-Самат һәм Мөхәммәт Шәриф. Һунар күренеше. 1591й Лос Анджелес, Округ музейы.
-
Оборотная сторона "Һунар күренешенең" артҡы яғы: каллиграфия һәм маргиналь һүрәттәр. 1591й, Лос Анджелес, Округ музейы.
-
Батша улы аскет янында. яҡ. 1585-1590. Аға Хан коллекцияһы, Женева.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Union List of Artist Names (ингл.) — 2013.
- ↑ https://doi-org.wikipedialibrary.idm.oclc.org/10.1093/gao/9781884446054.article.T060179
- ↑ 3,0 3,1 Brend, 1998, p. 225—226
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 БРЭ, 2005
- ↑ Brend, 1998
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Beach, Blair & Bloom, 2011
- ↑ Titley, 1983
- ↑ Titley, 1983, p. 103
- ↑ Beach, Milo Cleveland, «Mughal and Rajput painting» // The New Cambridge History of India,, Part 1, Volume 3 Cambridge University Press, 1992, ISBN 0-521-40027-9, ISBN 978-0-521-40027-5.
- ↑ Beach, 1987, Chapter I
- ↑ Beach, 1987
- ↑ Titley, 1983, p. 191
- ↑ Beach, 1987, p. 60—61
- ↑ Titley, 1983, p. 192—193
- ↑ Beach, 1987, p. 61
- ↑ Titley, 1983, p. 193
- ↑ Titley, 1983, p. 192
- ↑ Soucek, 1988, p. 170
- ↑ Beach, 1987, p. 144
Библиография
үҙгәртергә- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- M.B. Dickson and S.C. Welch «Abdus Samad» // The Houghton Shahnameh. Cambridge, MA, 1981, pp 192—200
- M.C. Beach, Early Mughal painting, Harvard University Press 1987
- Beach, Milo Cleveland, updated by Blair, Sheila S. and Bloom, Jonathan, «Abd al Samad» // Oxford Art Online, restricted access, accessed 21 February 2011
- Brend, Barbara. «Another Career for Mirza Ali?» in Newman, Andrew J. (ed), Society and culture in the early modern Middle East: studies on Iran in the Safavid period, Volume 1998, Volume 46 of Islamic history and civilisation, BRILL, 2003, ISBN 90-04-12774-7, ISBN 978-90-04-12774-6
- A. Okada, Indian Miniatures of the Mughal Court, Harry N. Abrams Inc., Publishers, New York, 1992, pp. 62-68.
- R. Skelton Iranian Artists in the service of Humayun, Marg, xlvi/2, 1994, pp 33-48
- Soucek, Priscilla P., "Persian artists in Mughal India", in Muqarnas, Volume 4, 1988, BRILL, ISBN 90-04-08155-0, ISBN 978-90-04-08155-0
- Titley, Norah M., Persian Miniature Painting, and its Influence on the Art of Turkey and India, 1983, University of Texas Press, 0292764847
- S.R. Canby «The Horses of Abd us-Samad» // Mughal Masters Further Studies, ed. A.K. Das, Bombay 1998
- India. Art and Culture 1300—1900, Prestel, Munich, 1999, pp 143—144
- The Adventures of Hamza (exh.cat.by J. Seyller; Washington DC, Sackler Gallery, 2002
- S.Blair and J. Bloom, «Abd al Samad» // Groove Encyclopedia of Islamic Art, 2009, vol. II pp 4-6
- Wonder of the Age. Master Painters of India 1100—1900. Exh. cat. Metropolitan Museum of Art, Yale University Press, 2011 pp 54-57.