Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улы
Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улы (рус. Абдуллин Ризетдин Ғатиятович) (1921—1942) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым атлы дивизионы тоҫҡаусыһы. Сержант[1].
Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1921 |
Тыуған урыны | Нимесләр, Яңы Күл ауыл советы (Нуриман районы), Нуриман районы |
Вафат булған көнө | 6 июль 1942 |
Вафат булған урыны | Апухтино[d], Борки ауыл Советы[d], Тербун районы, Липецк өлкәһе |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәРизетдин Ғәтиәт улы Абдуллин 1921 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) Нимесләр ауылында тыуған[1].
Башҡорт АССР-ы Нуриман районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.
Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улы 1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһе Тербуны районы Борковский ауыл Советына ҡараған Апухтино ауылы эргәһендә барған дәһшәтле алыштарҙа һәләк була һәм шунда ерләнә[2].
Хәтер
үҙгәртергәАбдуллин Ризетдин Ғәтиәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа һәм БР-ҙың Нуриман районы[3] Нимесләр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә лейтенант Абдуллин Ризетдин Ғәтиәт улы ла Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде.
Ризетдин Абдуллиндың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[4][5].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦАМО. Фонд 58. Опись 818883. Единица хранения 1750
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Абдуллин Ризетдин Ғатиятович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Память народа. Абдуллин Ризетдин Ғатиятович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Дорога памяти. Абдуллин Ризетдин Ғатиятович 2021 йыл 8 июнь архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- Братская могила в с. Тербуны
- Мемориал
- Тербунский рубеж
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Шаймуратовцы. Абдуллин Ризетдин Гатиятович
- ↑ Память народа. Абдуллин Ризетдин Гатиятович
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
- ↑ Братская могила в с. Тербуны
- ↑ Мемориал