Абдуллин Мөслим Мөким улы
Абдуллин Мөслим Мөким улы (ҡаҙ. Мүсілім Мүкімұлы Абдуллин); 14 март 1916 йыл — 7 декабрь 1996 йыл — совет һәм ҡаҙаҡ йырсыһы (лирик тенор). Ҡаҙаҡ ССР-ның халыҡ артисы (1947).
Мөслим Мөким улы Абдуллин ҡаҙ. Мүсілім Мүкімұлы Абдуллин | ||||
Файл:Муслим Абдуллин.jpg | ||||
Төп мәғлүмәт | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған | ||||
Тыуған урыны | ||||
Үлгән | ||||
Һөнәрҙәре |
камера йырсы, | |||
Наградалар |
| |||
Биографияһы
үҙгәртергә1916 йылдың 14 мартында Усть-Каменогорск ҡалаһында тыуған.
1933—1935 йылдарҙа Алма-Ата музыка техникумында уҡый. 1936 йылда Мәскәү консерваторияһының]] ҡаҙаҡ студияһына уҡырға инеп, 1939 йылда тамамлай.
1939 йылдан 1965 йылға тиклем Абай исемендәге Ҡаҙаҡ опера һәм балет театрының солисы була.
1955 йылдан алып КПСС ағзаһы.
1965 йылдан "Ҡаҙаҡконцерты"ның художество етәксеһе.
Абдуллин ҡаҙаҡ, урыҫ һәм Көнбайыш Европа операларында партиялар башҡара. Сәхнәлә лирик персонаждар образдарын кәүҙәләндерә: Түлеген, Ҡайракбай, Балпан, Арыстан (Е. Г. Брусиловскийҙың «Кыҙ-Ебәк», «Ялбыр», «Ала-Тарғын» һәм «Айман-Шолпан»). Ленский (П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин»), Серика (М. Түлебаеваның «Биржан һәм Сара»), Йылҡарҙар (Е. Г. Брусиловский һәм М. Түлебаевның Амангельды), Туяҡбай (Е. Рәхмәҙиеваның Камар сулу), Әзимә («Абай» А.Жубанова һәм Л. А. Хәмиҙи) һәм башҡалар. 1936 йылда Мәскәүҙә ҡаҙаҡ әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша. Ҡаҙаҡ халыҡ йырҙарын һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарыусы.
Ғаиләһе
үҙгәртергәНаградалары
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (03.01.1959)
- Почёт Билдәһе ордены (22.08.1986)
- Ҡаҙаҡ ССР-ның халыҡ артисы (1947)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В нашей семье всем везёт в любви . Ibirzha. Дата обращения: 13 ноябрь 2017. Архивировано 13 ноябрь 2017 года.
- ↑ Сам себе кузнец! Дата обращения: 5 декабрь 2018. [no Архивировано] 5 декабрь 2018 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Абдуллин, Муслим Мукимович // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
- Абдуллин М. М. // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под ред. Ю. В. Келдыша. 1973—1982.
- Mессман Вл., Возрождение песни, А.-А., 1958, с. 352-55;
- Хамиди Л. A., Хамиди Р. Л., Жизнь в искусстве, А.-А., 1967.
Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.