Абдулла Алиш
Абдулла Алиш (Алишев Абдулла Барый улы; татар. Абдулла Алиш; Алишев Абдуллаҗан Габделбари ул; 15 сентябрь 1908 йыл, Ҡазан губернаһы Пичкас улусы Спас өйәҙе Көйөк ауылы — 25 август 1944 йыл, Берлин) — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда әсирлектәр һәләк булған татар совет шағиры, яҙыусы, балалар өсөн хикәйәләр йыйынтығы, шиғыр, драма әҫәрҙәре авторы.
Абдулла Алиш | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 сентябрь 1908 |
Тыуған урыны | Каюки[d], Пичкасская волость[d], Спас өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 август 1944 (35 йәш) |
Вафат булған урыны | Музей тюрьмы Плётцензее[d], Берлин, Өсөнсө рейх |
Үлем төрө | Үлем язаһы |
Үлем сәбәбе | обезглавливание[d] |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, балалар яҙыусыһы |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Абдулла Алиш Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1908 йылда тыуған. 1927 йылда Ҡазан ер төҙөлөшө техникумына уҡырға инә. Мелиоратор һәм төҙөүсе булып эшләй. 1933 йылда журналислыҡ эшенә күсә, «Пионер ҡәләме» (Перо пионера) журналының яуаплы секретары була. 1938—1941 йылдарҙа Ҡазан педагогия институтында уҡый.
1939 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татар АССР-ы Яыусылары союзының яуаплы сәркәтибе Муса Йәлилдең 1939 йылда Абдулла Алишҡа биргән ҡылыҡһырламаһы һаҡланған. Ул бына нимә тип яҙа: «Абдулла Алиштың әҫәрҙәре еңел теле, ҡыҙыҡтырғыс йөкмәткеле булыуы менән айырыла. Ул татар совет уҡыусылары араһында лайыҡлы абруй менән файҙалана». 1941 йылда, һуғыш алдынан, татар радиокомитеты мөхәррире була.
Һуғыш башланыу менән Абдулла Алиш фронтта дошман менән алыша. 1941 йылдың октябрендә Брянск эргәһендә әсирлеккә алына, шунда Муса Йәлил менән осраша; «Иҙел-Урал» легионына эләгә. Йәшерен ойошмала ҡатнашҡаны өсөн, 1944 йылдың 25 авгусында Берлиндағы Плётцензее хәрби төрмәһендә гильотина язаһына хөкөм ителә.
1965 йылда Ҡазан пионерҙар һарайына уның исеме бирелгән.
Хәҙер уның вариҫтары Ростов өлкәһе Аҙау ҡалаһында йәшәй.
Ижады
үҙгәртергә1931 йылда «Пионер отряды байрағы» хикәйәләр йыйынтығы баҫыла. «Яҡты күл буйында» повесы (1933), «Тулҡындар» (1934) һәм «Ант» хикәйәләр йыйынтығы (1935), «Илгиз менән икәүләп» (1940) һәм «Минең ағайым» шиғырҙар йыйынтығы (1940), татар балалар әҙәбиәтендә мөһим урын биләй. «Әсәйем әкиәттәре» китабы (1940) бер нисә тапҡыр урыҫ телендә лә баҫылған. «Кескенә тотҡон», «Сертотмаҫ өйрәк» (Ҡазан ҡурсаҡ театры) пьесаларын яҙа. Абдулла Әхмәт менән берлектә 1934—1935 йылдарҙа «Күршеләр» һәм «Йондоҙ» пьесаларын яҙа. Әсирлектә лә үҙ халҡына тоғролоғон сағылдырған («Ватан» «Үлем тураһында йыр», «Тыуған ауыл», «Үҙем тураһында йыр» һ. б.) шиғырҙарын яҙа.
Хәтер
үҙгәртергәҠазанда, 1 Май майҙанында Ҡазан кремленең Спас башняһы эргәһендә Курмашев төркөмө буйынса ун көрәштәше барельефы стелаһын һәм Муса Йәлил һәйкәлен берләштергән монументаль комплекс-мемориал ҡуйылған.
2002 йылда Ҡаршылыҡ хәрәкәте музейында (Берлинда Плётцензее төрмәһе музейына күрше бина) ике татар яҙыусыһы — Абдулла Алиш һәм Муса Йәлилгә арналған стенд урынлаштырылды.
2018 йылда ҡала Болғар ҡалаһында (Болғар тарихи-археологик комплексы территорияһында) Абдулла Алиш музейы асылды.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Курмашев и десять других
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ибатуллин Т. Военный плен: причины, последствия. — СПб, 1997.
- Симонов К., Сосед по камере, «Литературная газета», 1956, 13 октября;
- Мустафин, Р. А. По следам поэта-героя. Книга-поиск. — М.: Советский писатель, 1976.