«Һаҡмар» ял йорто

«Һаҡмар» ял йорто рус. Дом Отдыха «Сакмара»Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы юҡҡа сыҡҡан торама.

«Һаҡмар» ял йорто
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 0 кеше (2010)[2]
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ял йорто Һаҡмар йылғаһының һул ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ, 6 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

Ял йорто 1950 йылдан алдараҡ Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты тарафынан төҙөлгән[4]. Билдәле булыуынса, был комбинат Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһендәге, Урал тау-металлургия компанияһы составына ингән төҫлө метеллургия предприятиеһы. Ул беҙҙең илдә уникаль технология менән металлургия газынан элементар көкөрт (йәки көкөрт кислотаһын) етештерә башлаусы беренсе предприятие була, шуғаса донъяла барлығы бындай ике генә предприятие булған.

Предприятие эшселәрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек күргән, ял йорттары төҙөгән, социаль программаларҙы финанслаған. Ял йорто - комбинат эшсәндәре өсөн туризм һәм ял итеү учреждениеһы булып торған, уңайлы шарттарҙа йәшәү һәм туҡланыу тәьмин иткән[5].

2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауыл советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.

2002 йылда даими йәшәгән халыҡ һаны - 2 кеше (урыҫ 100%) [6], 2010 йылда - йәшәгән кеше юҡ[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә