«Алға» (колхоз, Бөрйән районы)


«Алға» колхозы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы ауыл хужалығы ойошмаһы.

«Алға» колхозы
Тип

колхоз

Нигеҙләнгән йыл

1929

Ябылған йыл

1969

Урынлашыуы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыБашҡортостан Башҡортостан

Тармаҡ

Малсылыҡ, баҫыусылыҡ

Продукция

ит, һөт, иген

1929 йылда Әтек ауылында «Ҡыҙыл юл» кәсепселек колхозы булараҡ төҙөлә. 1947 йылдан «Ҡыҙыл юл» промартелы итеп үҙгәртелә. «Алға» колхозы статусын 1956 йылда ала.

Колхозды булдырыу тарихы крәҫтиәндәрҙең ауыл хужалығы етештереүен һөнәрселек менән берләштергән ирекле кооперативынан башлана. Тары, бойҙай, йәшелсә үҫтерәләр.

Бер эш көнөндә 8 — 8,5-әр килограмм иген бирелгән. Әтек ауылында районда тәүгеләрҙән булып Сапы йылғаһы (Ҡана й. ҡушылдығы) тамағында һыу тирмәне төҙөлгән. Беренсе тирмәнсе Ғ. И. Миндеғолов була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу алдынан колхозда мал һаны сәсеүлек майҙаны артыуы күҙәтелә. 1944 йылға мал һаны кәмей. Промартелдә төп эш ағасҡа бәйле була: һалабаш әҙерләү, унан арҡан һәм ҡап етештереү; аҙыҡ-түлекте ялан райондарына сығарып һәм игенгә һәм башҡаларға алмашалар.

Һуғыштан һуң малсылыҡ, игенселек һәм йәшелсә үҫтереү үҫешә. Һөт етештереү буйынса колхоз район буйынса ғына түгел, республика кимәлендә лә алдынғы урынға сыға. Өс умарталыҡта умартасылыҡ үҫешә.

«Алға» колхозы составына Яңы Усман ауылы ҡушыла.

1969 йылда «Алға» колхозы Бөрйән совхозына ҡушыла.

Артабанғы статустары
  • 1992 йылдан — «Алға» крәҫтиән хужалығы
  • 2005 йылдан — «Ҡана» агрофирмаһы (2015 йылда бөтөрөлә)

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • Р. Дәүләткилдин (1929 йылдан)
  • Бәхтегәрәев (1930 йылдан)
  • һ.б.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

"АЛГА" // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 51. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә