«Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы (Иҫке Оскол)
«Хәрби дан ҡалаһы» һәйкәл-стелаһы — Белгород өлкәһенең Иҫке Оскол ҡалаһындағы һәйкәл. 2011 йылдың 10 сентябрендә асылған. Һәйкәл постаментының көнбайыш яғында ҡала гербы, көнсығышында — Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡалаға «Хәрби дан ҡалаһы» маҡтаулы исеме биреү тураһындағы Указы тексы урынлаштырылған . Композицияла шулай уҡ 16 өҫтәмә барельеф урынлаштырылған, улар һәйкәл мөйөштәренең дүрт пилонында тора. Унда Иҫке Оскол ҡалаһының хәрби тарихы сағылдырылған. Һәйкәл ҡала үҙәгендә, Төньяҡ-көнсығыш районында, урынлашҡан.
«Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 10 сентябрь 2011 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Иҫке Оскол |
Автор | Щербаков Салауат Александрович, Перфильев, Василий Валерьевич[d], Воскресенский, Игорь Николаевич[d] һәм Ишкильдина, Галия Александровна[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | гранит[d] һәм бронза |
Архитектура стиле | архитектура нового классицизма[d] |
«Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы (Иҫке Оскол) Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәИҫке Оскол ҡалаһына «Хәрби дан ҡалаһы» маҡтаулы исем бирелеү айҡанлы, ҡалала иҫтәлекле билдә урынлаштыу программаһын тормошҡа ашырыуға тотоналар. «Оскольский край» гәзите хәбәр итеүенсә, Еңеү майҙанындағы мемориал комплексы ҡоролмаһын эшләүҙең иң мөһим этабы 2011 йылдың 12 июлендә башҡарыла: унда — 12 метр бейеклектәге стела ҡуйыла.
10 авгусҡа ҡарата төп эштәр тамамлана, ҡала коммуналь хеҙмәттәре һәм «Белгородэнерго» МРСК үҙәге һәйкәл тирә-яғын тәртипкә килтерә һәм биҙәй .
21 августа МУП «Оскол юлдары» плитә эштәрен башҡара.
31 августа стела брезент япма менән ҡаплана һәм ҡала хакимиәте стеланы Ҡала көнөнә — 10 сентябрҙә тантаналы асыу тураһында иғлан итә.
10 сентябрҙә 10:00 сәғәттә һәйкәл асыу тантанаһы ҡала округы хакимиәте башлығы, төбәк һәм федераль парламенттың депутаттары алдында үткәрелә. Был байрам хаҡына майҙандағы 35 ағас сағыу гирляндалар менән биҙәлә.
Мәҙәни әһәмиәте
үҙгәртергәИҫке Оскол ҡала округы Хакимиәте уйынса, стела ҡала граждандарының Бөйөк Ватан һуғышы барышында күрһәткән ҡаһарманлығының дөйөм әһәмиәтен күрһәтеү маҡсатында булдырыла.
Галерея
үҙгәртергә-
«Хәрби дан ҡалаһына» маҡтаулы исем биргәндә Рәсәй федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев етәкселегендәге делегация. Иҫке Оскол. Павел Шишкин
-
Стела картушы
-
Стеланың нигеҙенән түбәндәге картуш
-
1943 йылдың 5 февраль - Иҫке Оскол ҡалаһын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүсе Воронеж фронтының 40-сы армияһы
-
Картиналарын кәүҙәләндереү Ҡала оборонаға әҙерлек картиналарын кәүҙәләндереү.