«Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

«Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты (МЭТИ) — электроника, компьютер һәм информацион технологиялар өлкәһендә Рәсәй техник университеты, 29 милли тикшеренеү университетарҙың береһе. 1965 йылда нигеҙ һалынған, Зеленоград ҡалаһында урынлашҡан

«Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты
Нигеҙләү датаһы 1965
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Зеленоград[d]
Урын Зеленоград[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Москва/Зеленоград[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][2]
Рәсми сайт miet.ru[3]
Указания, как добраться площадь Шокина, 1
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1027
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели МИЭТа[d]
Карта
 «Мәскәү электрон техника институты» милли тикшеренеү университеты Викимилектә

«Известия высших учебных заведений. Электроника» (1996 йылдан) һәм «Экономические и социально-гуманитарные исследования» фәнни журналдарын нәшер итә (2014 йылдан).

1965 йылдың 26 ноябрендә нигеҙ һалына[4], рәсми датаһы тип 1965 йылдың 9 декабре иҫәпләнә[5].

1966 йылдың ғинуарында Мәскәү тау институты профессоры Леонид Ершов ректор вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.

1966 йылдың 1 сентябрендә яңы уҡыу йортонда уҡыуҙар башлана. Беренсе курсҡа 250 кеше килә, тағы башҡа уҡыу йорттарында уҡыған 35 кеше икенсе курс студенттары булып килә.

Шул уҡ йылда физика-техника, техник кибернитка микроприборҙары, физика-химия һәм электрон машина төҙөү факультеттары, шулай уҡ киске факультет ойошторола.

1969 йылдан яйлап уҡыу корпустары төҙөлә[6]. Как и в проекте Аалто, учебные корпуса, библиотека, клуб и спорткомплекс должны были быть построены из красного кирпича и объединены переходами в один микрогород[6]..

Төп корпус китапханаһының тышҡы стеналарын художестволы биҙәүҙе 1974 йылда скульптор Эрнст Неизвестный башҡара.

1972—1973 уҡыу йылында институтта 6000 самаһы студент уҡый, шулай уҡ уларҙың 30-ы профессорҙар һәм фән докторҙары була, йәнә 200-гә яҡын фән доценты һәм кандидаты була[7].

1984 йылдың 11 мартында институт махсус техника булдырыуҙа һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү эшендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[8]

1992 йылда институт университет статусын ала һәм дәүләт Мәскәү электрон техника институты (техник университеты) тип атала[9].

 
Классик МИЭТ-осциллограмма
Файл:Gerb miet.jpg
МИЭТ-тың рәсми гербы

2000 йылда университет үҙенең классик логотипына - МЭТИ -осциллограммаға өҫтәп "Марс" ойошмаһы менән әҙерләнгән гербҡа эйә була[10]. 2010 йылда МЭТИ милли тикшеренеү университеты статусын ала[11].

2017-2019 йылдарҙа университетта факультет һәм кафедраларҙың ике кимәлле системаһына, университет етәкселегенә туранан-тура буйһоноусы институттарҙың һәм айырым кафедраларҙың бер кимәлле системаһына күсеү менән ойоштороу структураһы үҙгәртеп ҡорола[12][13]

Ректорҙары

үҙгәртергә
  • Ершов Леонид Викторович (техник фәндәр докторы, профессор) — 1966 (ректор вазифаһын башҡарыусы)
  • Преснухин Леонид Николаевич (Рәсәй Фәндәр академияһының техник ағза -корреспонденты, профессор) — 19661988
  • Вернер Виталий Дмитриевич (ф.-м. ф д., профессор) — 19881998
  • Чаплыгин Юрий Александрович (Рәсәй Фәндәр академияһының техник ағза -корреспонденты[14], профессор) — 19982016
  • Беспалов Владимир Александрович (техник фәндәр докторы, профессор) — 2016— хәҙерге ваҡытта

Рейтингтары

үҙгәртергә

2016 йылда МЭТИ тәүге тапҡыр World University Rankings 2016-2017 журналы рейтингына инә, унда 800+ урынды яулап, был рейтингта 24-се Рәсәй вуздарының береһе була[15]. 2020 йылға ҡарата 1500+ 1001 тиклем киңәйтелгән World University Rankings 2021 ҡатнашыусыларынан МЭТИ 1001+ урынды биләй һәм был рейтингта 48 Рәсәй вуздарының береһе була[16].

Институттары һәм әҙерлек йүнәлештәре

үҙгәртергә
  • Биомедицина системалар институты (БМС)
    • Биотехник системалары һәм технологиялар
  • Хәрби әҙерләү институтын
  • Педагогия һәм лингвистик белем биреү институты(ЛПО)
    • Лингвистика
  • Халыҡ-ара белем биреү институты (ИМО)
  • Микроприбор һәм идара итеү системалары институты(МПС)
    • Информатика һәм иҫәпләү техникаһы
    • Радиотехника
    • Техник системаларҙа идара итеү
  • Нано - техника һәм микросистема институты (НМСТ)
    • Конструкция һәм электрон саралар технологияһы
  • Перспективалы материалдар һәм технологиялар институты(ПМТ)
    • Наноматериалдар
    • Материал өйрәнеү фәне һәм материалдар технологияһы
    • Техносфера хәүефһеҙлеге
  • Системалы һәм программа инженерияһы һәм мәғлүмәт технологиялары институты (СПИНТех)
    • Ғәмәли информатика
    • Программа инженерияһы
    • Сифат менән идара итеү
  • Институттарҙан ситтә тормошҡа ашырылған әҙерлек һәм һөнәр йүнәлештәре
    • Дизайн
    • Инфокоммуникацион технологиялар һәм элемтә системалары
    • Технологик һәм мәғлүмәт системаһы
    • Информацион хәүефһеҙлек
    • Менеджмент
    • Хоҡуҡи тәьмин итеү, милли именлек
    • Ғәмәли математика
    • Электроника һәм наноэлектроника

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Мәскәү электроника һәм математика институты, рәсәй вуздарының тағы бер нигеҙләнгән 1960 йылда совет электроника һәм микроэлектрон үҫеш программаһы сиктәрендә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Приказ Департамента культурного наследия города Москвы № 219 от 29.03.2019
  3. Google Knowledge Graph — 2012.
  4. Постановление Совета министров СССР от 26 ноября 1965 года № 1006
  5. Приказ Министерства высшего и среднего специального образования СССР 9 декабря 1963 года № 363 и Приказ Министерства высшего и среднего специального образования РСФСР 9 декабря 1963 года № 633 «Об организации Московского института электронной техники»
  6. 6,0 6,1 Советская утопия: Как Зеленоград не стал Кремниевой долиной // The Village, 7 августа 2015
  7. Московский институт электронной техники / Преснухин Л. Н. // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 17).
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11 марта 1984 года
  9. Приказ Министерства науки, высшей школы и технической политики Российской Федерации от 24 декабря 1992 года № 1133
  10. Описание герба МИЭТ на сайте разработчика — РОО «Академия русской символики „Марс“»
  11. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 20 мая 2010 года № 812-р
  12. В МИЭТе уничтожат факультеты и деканаты // Время электроники, 13 января 2017 года
  13. В МИЭТе начались реформы. Деканаты заменит департамент учебной работы, факультетов скоро не станет // Zelenograd.ru, 11 января 2017 года
  14. Статус указан на момент завершения работы ректором. Впоследствии избран академиком РАН.
  15. World University Rankings 2016-2017 // Times Higher Education (опубликовано 21 сентября 2016 года)
  16. World University Rankings 2021 // Times Higher Education (проверено 5 сентября 2020 года)
  • МИЭТ 50 лет. Годы, люди, события. — М.: МИЭТ, 2015. — 392 с. ISBN 978-5-7256-0825-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә