Xiaomi Corporation (ҡыт. 小米科技, пиньинь: Xiǎomĭ Kējì, палл.: Cяоми́ Кэцзи́) — ҡытай корпорацияһы, 2010 йылда[3] Лэй Цзюн менән нигеҙләнгән, донъяла дүртенсе һәм ҡытайҙа смартфондар етештереү күләме буйынса дүртенсе урынды биләй (һатыу) .

Xiaomi Corporation
小米科技
Сяоми
ҡыт. 小米科技
Тип

Асыҡ компания

Нигеҙләнгән

6 апреля 2010 год[1]

Нигеҙләүсе

Лэй Цзюнь

Уранлашыуы

Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР: Пекин[2]

Төп фигуралар

Лэй Цзюнь (CEO)
Лин Бин (президент)
Ману Кумар Джейн (донъя баҙарындагы вице- президенты)

Тармаҡ

көнкүреш техника

Продукция

Мобиль һәм көнкүреш электроника

Операцион килем

174,915 млрд ¥ (~24,5 млрд $)(2018)

Килем

13,478 млрд ¥ (2018)

Милке

145,228 млрд ¥ (2018)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

16 683 кеше

Булендек компаниялар

Black Shark,Pocophone,Redmi,Meitu

Сайт

https://www.mi.com/ru

 Xiaomi Викимилектә

2018 йылдан асыҡ акционерҙар компанияһы булып тора.

Төҙөлөү тарихы

үҙгәртергә

Xiaomi 2010 йылдың 6 апрелендә һигеҙ партнерҙар менән нигеҙ һалына.

2010 йылдың 16 авгусында Xiaomi рәсми рәүештә MIUI прошивкаһын башлап ебәрҙе,Android системаһына нигеҙләнеп һәм Samsung TouchWiz һәм Apple iOS стиле менән бергә.

Беренсе смартфон — Mi 1 2011 йылдың 1 авгусында иғлан ителде. Ул китерелә ике версияла — MIUI прошивкаһы менән һәм «саф» Android-та. 2012 йылдың авгусында компания Mi 2 смартфонын тәҡдим итә, 2013 йылдың сентябрендә 10 миллиондан ашыу яйланмалар һатыла.

5 сентябрь 2013 СЕО Лэй Цзюнь 47 диагональ дюймлы Android идараһы аҫтында 3D-телевизор башлап сығарыу пландары тураһында иғлан ебәрҙе, ул Тайванда Wistron завод корпорацияһында йыйыласаҡ.

2013 йылдың сентябрендә Xiaomi Mi 3 смартфонын хәбәр итте. 2013 йылдың 25 сентябрендә беренселәрҙән булып Пекинда флагман магазинын асыу пландары тураһында иғлан ителә. 2013 йылдың октябрендә Xiaomi Ҡытайҙа бишенсе мобиль(кеҫә телефондары) бренды булып китә[4].

Xiaomi Символы — ҡыҙыл йондоҙло ҡолаҡлы-кәпәс һәм муйынына кейгән ҡыҙыл пионер галстуклы ҡуян[5]. 2014 йылда Xiaomi тәүге тапҡыр халыҡ-ара бәйләнешенең Сингапурҙа тәүге магазины асылыуы тураһында хәбәр итте. Компанияның Малайзия һәм Һиндостан баҙарҙарына сығыу тураһында пландары әйтелде. 2014 йылдың 17 мартында Redmi Note хәбәр ителде (HongMi Note булараҡ та билдәле). Redmi Note 5,5-дюймлы OGS технологиялы HD IPS-дисплей һәм MediaTek-тан 8-ядерле процессор менән йыһазландырылған.

2014 йылдың апрелендә компанияның 10 халыҡ-ара баҙарына, шул иҫәптән Рәсәй киңәйтелеүе тураһында иғлан ителә[6]. Яуаплы булып Google-дың элекке хеҙмәткәренең береһе Хьюго Барра тәғәйенләнә[7].

2015 йылдың июнендә Xiaomi рәсәй компанияһы «Марвел-Дистрибуция» MiPad планшеты тәьмин итеү менән контрактҡа ҡул ҡуя[8]. 2015 йылдың 18 июнендә MiPad Xiaomi ваҡлап һатыу "Связной" селтәрендә рәсми рәүештә һатыла башлай[9][10]. 2016 йылдың йомғаҡтары буйынса компания тәүге ун ҡорамалдарҙы һатыу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу табышына эләгеүселәр һаны буйынса эләкмәй. Әммә 2017 йылдың беренсе кварталында, «Связной» ритейлер баһаһы буйынса, Xiaomi Рәсәй компанияларының килем күләме буйынса топ-10 урынында була[11].

2016 йылдың октябрендә Мәскәүҙә рәсми Хiaomi монобрен магазины асыла [әһәмиәтле факт?].

Лэй Цзюнь 2017 йылға компания маҡсаттарын әйтә, улар араһында дүрт тапҡырға физик магазиндар арттырылыуы, 200-гә яҡынса сауҙа нөктәһе, донъяла Хiaomi-ны киңәйтеү, яһалма интеллект һәм финанс онлайн-хеҙмәттәре өлкәһендәге тикшеренеүҙәре тәрәнәйтеү.

2017 йылда компания [407 сығанағы көн күрһәтелмәгән] Рәсәй баҙарына смартфон һәм ҡайһы бер «аҡыллы» ҡоролмалары тәҡдим итә, шул иҫәптән ҙур экранлы Mi MIX концепт флагманы, Mi Max 2 смартфон фаблеты, Android One операцион системаһы аҫтындағы Mi A1 смартфоны һәм башҡалар.

2017 йылдың 3-сө кварталы һөҙөмтәләре буйынса Xiaomi Рәсәйҙә, смартфондар баҙарында өсөнсө урынды биләй(илдәргә индереү буйынса)[12].

2017 йылдың 14 декабренән Redmi 5A смартфоны Рәсәйҙең Tmall(AliExpress) бүлексәһе аша рәсми рәүештә һатыла. Рәсми һәм сертификацияланған продукцияға бренд гарантияһы тарала.

2018 йылдың февралдә компания Рәсәйгә аҡ төҫтәге һәм бөтөн керамик корпуслы Mi MIX 2 Edition флагман смартфонын лимит серияла тәҡдим итә. Мартта илдә һәр кем алырлыҡ ҙур экранлы Redmi 5 һәм Redmi 5 Plus һатыла башлай, май айында — Redmi Note 5.

2018 йылдың мартында Xiaomi[13] беренсе тапҡыр Рәсәйҙә интернет-магазин аша һатыу буйынса беренсе урынға кутәрелә.

2017-2018 йыл дауамында рәсәй ҡалалары ваҡ магазиндар селтәре рәсми танылмаһа Stores Mi үҫешендә әүҙем дауам итә. 2018 йылдың майында асылды 60 магазин селтәре[14].

Фитнес-беләҙек

үҙгәртергә

Линейка Mi Band

үҙгәртергә

См. шулай уҡ

үҙгәртергә
  • MIUI
  1. 投中观点:小米估值达40亿美元 或推动移动互联网融资加速 (ҡыт.). ChinaVenture.com.cn (27 июнь 2012). — Инвесторы в очередной раз высоко оценили перспективы китайской компании. Дата обращения: 13 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 1 ғинуар архивланған.
  2. Chinese, Indian Companies Land Largest Mobile VC Investments (ингл.). Bloomberg (24 август 2012). — Компания основана в Пекине. Дата обращения: 12 сентябрь 2012. Архивировано 31 октябрь 2012 года.
  3. New China-made smartphone unveiled as Chinese Internet firms eye domestic handset market (англ.). Информационное агентство Синьхуа (30 August 2011). — Китайский стартап с большим потенциалом. Дата обращения 12 сентября 2012. 31 октября 2012 года.
  4. TrendForce: Xiaomi Squeezes past HTC to Become Fifth Most Used Smartphone Brand in China (англ.). TrendForce.com (3 October 2013). — В октябре 2013 года компания пробилась в ТОП-5 производителей смартфонов в Китае. Дата обращения 28 сентября 2015. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «presstrendforcecom_1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. Xiaomi Mi-Two (Phone 2). Мысли о новом MIUI-смартфоне. mobile-review.com (17 августа 2012). — Устройство обладает отличнейшими характеристиками и способно конкурировать с текущими флагманами. Дата обращения 12 сентября 2012. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «mobile-review.com_1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  6. Китайский производитель смартфонов Xiaomi выходит на российский рынок. gazeta.ru (23 апреля 2014). — Сообщение агентства Bloomberg. Дата обращения 28 апреля 2014. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «bloomberg_1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  7. Сергей Попсулин. Китайские суперсмартфоны Xiaomi идут завоевывать Россию. CNews (23 апреля 2014). — Лэй Цзюнь заявил, что в 2015 г. компания планирует в 5 раз увеличить продажи мобильных телефонов до 100 млн штук. Дата обращения 28 сентября 2015. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «cnews.ru_1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  8. Китайский производитель смартфонов Xiaomi официально пришел в Россию
  9. В России стартовали розничные продажи Xiaomi
  10. «Связной» возьмется за Xiaomi
  11. Xiaomi заявила о цели войти в топ-5 продавцов смартфонов в России
  12. Xiaomi взяла бронзу
  13. Ведомости. Xiaomi обогнала Apple по продажам смартфонов в рунете (26 апрель 2018). 29 май 2018 тикшерелгән.
  14. Xiaomi откроет более 60 новых магазинов на этой неделе

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "forbes.ru_1" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "articles.timesofindia.indiatimes.com_1" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "ferra.ru_1" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "wantchinatimes.com_1" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Официальный сайт (кит.). Дата обращения 10 августа 2018.
  • Mi Российская Федерация - Mi Russia (рус.). Дата обращения 10 августа 2018.
  • Company Overview of Beijing Xiaomi Technology Co., Ltd (англ.). BusinessWeek.com. — Сведения о компании на ресурсе Bloomberg BusinessWeek. Дата обращения 25 сентября 2017. Архивировано 25 сентября 2017 года.